Ауылдаштарым араһында үҙенең ябайлығы, ярҙамсыллығы, кешелеклеге менән айырылып торған Рауил ағай Мөхәмәтйәновты айырыуса яҡын күрәм. Мин белгәндән уның бер ваҡытта ла кеше араһында маһайғаны йәки берәйһенә тауыш күтәргәне юҡ. Бары үҙенең һөйөклө ҡатыны Миңйыһан еңгәй менән мал, ҡош-ҡорт тотоп, баҡса тулы гөл-сәскә үҫтереп, булғанына шөкөр итеп йәшәй бирә.
Рауил Мөхәмәтйәнов 1941 йылда Учалы районының Өргөн ауылында тыуа. Атаһы Мозафар менән әсәһе Ғәзизә ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үстерә. Рауил мәктәпте тамамлағас, “Совет” колхозына эшкә төшә, ә 1961 йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә алына. Төркмәнстандың Кушка ҡалаһында урынлашҡан артиллерия полкында башлай ул хеҙмәтен. 1962 йылда частары тарҡатылып, уны Карпат аръяғына – Көнбайыш Украинаның Мукачево ҡалаһына ебәрәләр һәм кино төшөрөүҙә ҡатнашыу өсөн “Мосфильм” киностудияһына беркетәләр.
Һалдаттар унда “Һуғыш һәм солох”, “Яңғыҙлыҡ” һәм башҡа төрлө фильмдарҙа күмәк күренештәрҙә ҡатнаша. Ошо мәлдәрҙә Рауил ағай билдәле актерҙар Тихонов һәм Глебов менән таныша. Һалдаттар ҡәҙимге ваҡытта үҙ бурыстарын үтәй – сәйәси уҡыуҙарға, ҡарауылға йөрөй, автоматтан атырға өйрәнә. Ә кино төшөргән ваҡыттарҙа аттарға атлана. Унан алда иһә уларға грим һалалар, биттәренә һаҡал-мыйыҡ йәбештерәләр. Яндырыу, шартлатыу өлөштәрендә күберәген кеше, ат ҡарасҡыларын, йорт-һарай макеттарын ҡулланалар. Ә бына атта сабып барғанда ҡолап киткән мәлдәрҙе каскадерҙар башҡара.
1963 йылда Смоленск өлкәһенең Дорогобуж ҡалаһы эргәһендә Бородино һуғышы күренештәрен төшөрөүҙә ҡатнаша. Ошо фильмда төшкәндә Рауил ағайға бер нисә тапҡыр Мәскәүҙәге Новодевичье монастырында ла булырға тура килә.
Өс йыл хеҙмәттән һуң егет, тыуған ауылына ҡайтып, Рудник ҡасабаһындағы шоферҙар курсына уҡырға инә. Колхоздың һөт ташыу машинаһында эшләй. Ошо йылда ул үҙенең райондашы, Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлап, зоотехник булып “Совет” колхозына эшкә ебәрелгән Миңйыһан Насирова менән таныша. Йәштәр бер-береһенә ғашиҡ була, ғаилә ҡора. Икәүләп өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Алла бирһә, 2017 йылда Мөхәмәтйәновтар бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын билдәләйәсәк. Улар әле хаҡлы ялда, икеһе лә хеҙмәт ветераны.
“Йәмәғәтем ауырып, операция үткәрһә лә, бирешмәйенсә тырышып-тырмашып донъя көтә”, – ти Миңйыһан еңгә. Ошо ябай ғына, киң күңелле ауылдаштарымды күргән һайын күңелем күтәрелеп китә. Күрәһең, “ябайлыҡта – бөйөклөк” тигәндәре ошолор.