Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Берәй ваҡыт” ҡасан ул?
“Ярай, һуңынан яҙып ебәрермен”, “Аҙаҡ берәй күрешербеҙ әле”, “Киләсәктә шулайтырбыҙ”, “Кискә ҡарай хәл ителер”, “Көнө бөгөн түгел” тигән һүҙҙәрҙе кемдәр генә ҡулланмай. Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй, шунса холоҡ-фиғел. Әлеге һүҙҙәр һәр әҙәм балаһының теленә оялаған, тип бәйән итә алмайбыҙ, сөнки арабыҙҙа эшен шунда уҡ атҡарып ҡуйғандар ҙа бар. Үҙем башына килгән шәп уйын йә фекерен шунда уҡ тормошҡа ашырырға күнеккәндәргә һоҡланып, халыҡса әйткәндә, “аҡ көнләшеү” менән ҡарайым.

Сер түгел, минең холҡома ла “прокрастинация” төшөнсәһе хас, йәғни теге йәки был эште, йөк­ләмәне аҙаҡҡа ҡалдырырға әүәҫмен. Был һыҙаттың ҡасан, нисек барлыҡҡа килеүен, ни өсөн һаман миндә “йәшәүен” уйлап та, аңлап та етә алмайым, әммә тырышам. Психологтар әйтеүен­сә, “прокрасти­нация”ның сәбәбе ялҡаулыҡта ла түгел (был төшөнсәгә ҡулай булһа ла), ә башҡа феномендарҙа икән.
Беренсенән, кеше шәхси ҡыҙыҡһыныу уятмаған эште бик теләмәй генә атҡара икән. Әгәр ниндәйҙер бурысты үтәргә бер нисек тә көйләнә алмаһаҡ, “Был миңә кәрәкме?” тигән һорау ҡу­йып, унан баш тартыу яҡшыраҡ, ти психологтар. Юғиһә еренә еткерелмәй, ашыҡ-бошоҡ ҡына башҡарылған эш һөҙөмтәһе аҙаҡ байтаҡ ваҡыт нервыны ҡаҡ­шатасаҡ, күңелгә тыныслыҡ бирмәйәсәк.
Икенсенән, “аҙаҡ берәй эш­ләрмен әле”нең сәбәбе – үҙ уңышһыҙлығыңдан ҡурҡыу. Мәҫәлән, теманы аңламаған уҡыу­сы өй эшен әҙерләүҙән “ҡасһа”, квалификацияһы етмә­гән эшсе теге йәки был йөк­ләмәне алырға ҡурҡа. Бындай осраҡта ата-әсәгә балаһы менән бергә ултырып шөғөл­ләнеп ҡарарға, репетитор яллар­ға, ә эшсегә һөнәри оҫталығын камиллашты­рырға кәңәш ителә.
Өсөнсөнән, “прокрастинация” менән бүләкләнгән кешеләрҙә үҙҙәре лә һиҙмәгән эске күңел көсөргәнеше булыуы ихтимал, шуға күрә белгес ярҙамына мохтаж ундайҙар. Психологик һаҡ­ланыу күренеше эшкә шунда уҡ тотоноп, ихлас тамамларға ҡа­ма­саулай, кеше был йөкләмәне ҡабул да итә һәм үҙен мәж­бүрләп башҡара ла алмай, көйһөҙләнә башлай. “Аҙаҡҡа ҡалды­рыу”ҙың ошо өсөнсө тибы күп төрлө һүрәт­ләнергә мөмкин, шулай ҙа уның төп сәбәбе эске конфликтта, тип фаразлай психологтар.
“Һуңғы 20 йылда уңышҡа өлгәшкән байтаҡ шәхестәр менән аралашырға тура килде. Ошо дәүер эсендә тормошта “алға барған” һәм “тапанған”дар ара­һындағы айырманы асыҡ күрҙем, – тип бәйән итә ҙур бер фирма хужаһы. – Уңышлылар уйлап ебәреү менән, уны эшләргә ке­решә – икеләнеп, кәрәкме-кә­рәкмәйме, килеп сығамы-юҡмы, тип ҡырҡ ҡат уйлап, аптырап тормай.
Хәйер, үҙеңдә был күркәм һыҙатты булдырыу өсөн әллә ни күп кәрәкмәй, бары тик алдыңа һәр саҡ камиллыҡҡа, еңеүгә әйҙәүсе маҡсат ҡуйыу мөһим. Маҡсат ҡуя белһәң һәм психикаң ҡаҡшамаған икән, ваҡытыңды һәм ғәмәлдәреңде дөрөҫ бүл­гәндән һуң прокрастинациянан ҡотолоу мөмкин. Тайм-менеджмент буйынса китаптар уҡыуҙың, курстарға йөрөүҙең дә ярҙамы тейә.
Көн, ай, йыл дауамында баш­ҡа­рыласаҡ эштәрҙең исемлеген яҙыуҙың да файҙаһы ҙур, әммә улар кешенең төп маҡсатына өлгәшеүенең бәләкәй аҙымдары итеп күҙалланған осраҡта ғына. Нимә теләгәнеңде һәм ысын ҡиммәттәреңде аныҡ билдәләгән осраҡта көн бары­шындағы һәр эшеңде, сәғәтеңде маҡсатҡа илтеүсе файҙалы “һуҡмаҡ” тип атарға була. Уйланмай яҙылған ҡоро план һөҙөм­тәһендә кеше үҙен мәжбүрләп эшләтеп, пси­хозға еткереүе лә ихтимал.
Тағы бер миҫал: таныштарым араһында төрлө йәштәгеләр, төрлө һөнәр эйәләре бар. Республиканан ситтә, хатта башҡа илдәрҙә – сәфәрҙә йә уҡыуҙа-эштә – булғандар теге йәки был һорауға, мөрәжәғәткә, тәҙрә аша торған Өфөлә йә райондарҙа көн иткәндәргә ҡарағанда, күпкә тиҙерәк яуап яҙып ебәрә. Йәғни йәшәү тиҙлеген донъя кимәлен­дәге тиҙлек менән көйләгән йәштәрҙә оперативлыҡ, эште йылдам башҡарыу һыҙаты яҡшыраҡ үҫешкән. Уларға хатта меңәрләгән саҡрымдар ҙа, тығыҙ көн тәртибе лә, Интернет менән бәйләнештең ҡатмарланыуы ла ҡамасау түгел. Ғәжәп. Ә һеҙҙә “прокрастинация” бармы? Әллә яуапты аҙағыраҡ бирәһегеҙме?!








Автор: Гөлсәсәк МОСТАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә