“Берәй ваҡыт” ҡасан ул?12.08.2016
“Ярай, һуңынан яҙып ебәрермен”, “Аҙаҡ берәй күрешербеҙ әле”, “Киләсәктә шулайтырбыҙ”, “Кискә ҡарай хәл ителер”, “Көнө бөгөн түгел” тигән һүҙҙәрҙе кемдәр генә ҡулланмай. Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй, шунса холоҡ-фиғел. Әлеге һүҙҙәр һәр әҙәм балаһының теленә оялаған, тип бәйән итә алмайбыҙ, сөнки арабыҙҙа эшен шунда уҡ атҡарып ҡуйғандар ҙа бар. Үҙем башына килгән шәп уйын йә фекерен шунда уҡ тормошҡа ашырырға күнеккәндәргә һоҡланып, халыҡса әйткәндә, “аҡ көнләшеү” менән ҡарайым.
Сер түгел, минең холҡома ла “прокрастинация” төшөнсәһе хас, йәғни теге йәки был эште, йөкләмәне аҙаҡҡа ҡалдырырға әүәҫмен. Был һыҙаттың ҡасан, нисек барлыҡҡа килеүен, ни өсөн һаман миндә “йәшәүен” уйлап та, аңлап та етә алмайым, әммә тырышам. Психологтар әйтеүенсә, “прокрастинация”ның сәбәбе ялҡаулыҡта ла түгел (был төшөнсәгә ҡулай булһа ла), ә башҡа феномендарҙа икән.
Беренсенән, кеше шәхси ҡыҙыҡһыныу уятмаған эште бик теләмәй генә атҡара икән. Әгәр ниндәйҙер бурысты үтәргә бер нисек тә көйләнә алмаһаҡ, “Был миңә кәрәкме?” тигән һорау ҡуйып, унан баш тартыу яҡшыраҡ, ти психологтар. Юғиһә еренә еткерелмәй, ашыҡ-бошоҡ ҡына башҡарылған эш һөҙөмтәһе аҙаҡ байтаҡ ваҡыт нервыны ҡаҡшатасаҡ, күңелгә тыныслыҡ бирмәйәсәк.
Икенсенән, “аҙаҡ берәй эшләрмен әле”нең сәбәбе – үҙ уңышһыҙлығыңдан ҡурҡыу. Мәҫәлән, теманы аңламаған уҡыусы өй эшен әҙерләүҙән “ҡасһа”, квалификацияһы етмәгән эшсе теге йәки был йөкләмәне алырға ҡурҡа. Бындай осраҡта ата-әсәгә балаһы менән бергә ултырып шөғөлләнеп ҡарарға, репетитор ялларға, ә эшсегә һөнәри оҫталығын камиллаштырырға кәңәш ителә.
Өсөнсөнән, “прокрастинация” менән бүләкләнгән кешеләрҙә үҙҙәре лә һиҙмәгән эске күңел көсөргәнеше булыуы ихтимал, шуға күрә белгес ярҙамына мохтаж ундайҙар. Психологик һаҡланыу күренеше эшкә шунда уҡ тотоноп, ихлас тамамларға ҡамасаулай, кеше был йөкләмәне ҡабул да итә һәм үҙен мәжбүрләп башҡара ла алмай, көйһөҙләнә башлай. “Аҙаҡҡа ҡалдырыу”ҙың ошо өсөнсө тибы күп төрлө һүрәтләнергә мөмкин, шулай ҙа уның төп сәбәбе эске конфликтта, тип фаразлай психологтар.
“Һуңғы 20 йылда уңышҡа өлгәшкән байтаҡ шәхестәр менән аралашырға тура килде. Ошо дәүер эсендә тормошта “алға барған” һәм “тапанған”дар араһындағы айырманы асыҡ күрҙем, – тип бәйән итә ҙур бер фирма хужаһы. – Уңышлылар уйлап ебәреү менән, уны эшләргә керешә – икеләнеп, кәрәкме-кәрәкмәйме, килеп сығамы-юҡмы, тип ҡырҡ ҡат уйлап, аптырап тормай.
Хәйер, үҙеңдә был күркәм һыҙатты булдырыу өсөн әллә ни күп кәрәкмәй, бары тик алдыңа һәр саҡ камиллыҡҡа, еңеүгә әйҙәүсе маҡсат ҡуйыу мөһим. Маҡсат ҡуя белһәң һәм психикаң ҡаҡшамаған икән, ваҡытыңды һәм ғәмәлдәреңде дөрөҫ бүлгәндән һуң прокрастинациянан ҡотолоу мөмкин. Тайм-менеджмент буйынса китаптар уҡыуҙың, курстарға йөрөүҙең дә ярҙамы тейә.
Көн, ай, йыл дауамында башҡарыласаҡ эштәрҙең исемлеген яҙыуҙың да файҙаһы ҙур, әммә улар кешенең төп маҡсатына өлгәшеүенең бәләкәй аҙымдары итеп күҙалланған осраҡта ғына. Нимә теләгәнеңде һәм ысын ҡиммәттәреңде аныҡ билдәләгән осраҡта көн барышындағы һәр эшеңде, сәғәтеңде маҡсатҡа илтеүсе файҙалы “һуҡмаҡ” тип атарға була. Уйланмай яҙылған ҡоро план һөҙөмтәһендә кеше үҙен мәжбүрләп эшләтеп, психозға еткереүе лә ихтимал.
Тағы бер миҫал: таныштарым араһында төрлө йәштәгеләр, төрлө һөнәр эйәләре бар. Республиканан ситтә, хатта башҡа илдәрҙә – сәфәрҙә йә уҡыуҙа-эштә – булғандар теге йәки был һорауға, мөрәжәғәткә, тәҙрә аша торған Өфөлә йә райондарҙа көн иткәндәргә ҡарағанда, күпкә тиҙерәк яуап яҙып ебәрә. Йәғни йәшәү тиҙлеген донъя кимәлендәге тиҙлек менән көйләгән йәштәрҙә оперативлыҡ, эште йылдам башҡарыу һыҙаты яҡшыраҡ үҫешкән. Уларға хатта меңәрләгән саҡрымдар ҙа, тығыҙ көн тәртибе лә, Интернет менән бәйләнештең ҡатмарланыуы ла ҡамасау түгел. Ғәжәп. Ә һеҙҙә “прокрастинация” бармы? Әллә яуапты аҙағыраҡ бирәһегеҙме?!