Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кредит енәйәтселәре тоҙаҡ ҡора
Кредит енәйәтселәре тоҙаҡ ҡора Башҡортостан халҡына матурлыҡ салондарындағы процедураларға һәм косметикаға кредитты көсләп тағыуҙан һаҡланыу сараларын аңлаттылар.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “Заемсылар хоҡуҡ­тары өсөн” проект эксперттары хоҡуҡ ҡулланыу практи­каһын тикшерҙе һәм уның нигеҙендә алдаҡсы­ларҙың тоҙағына эләккән клиенттарға суд тәртибендә үҙ хоҡуғын яҡлау, дәғүә белдереү ғәмәл­дәрен төҙөнө.
Проект етәксеһе, Башҡор­тостандан Дәүләт Думаһы депутаты Виктор Климов әйтеүен­сә, был проблема ярайһы уҡ күләмле. Халыҡ фронты белгес­тәренең баһалауҙарына ҡара­ғанда, ошондай хәлдә ҡалған ҡа­тын-ҡыҙҙарҙың бары­һы ла ал­даҡсылар ҡорбанына әүере­ле­үен аңлап етмәй. Матурлыҡ салоны косметиканы ҡайтарып алыуҙан һәм кредит килешеүен тарҡа­тыуҙан баш тартҡан ос­раҡ­та күптәр мәсьә­ләне аҙағы­наса хәл итә алмайынса, ҡиммәт хаҡ түләүен дауам итә. Алданған һәр бишенсе ҡатын-ҡыҙ ғына хо­ҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ­тың күп­се­легенең финанс йәһә­тенән белем кимәле түбән. Шуға күрә алдаҡсылар был етешһеҙ­лекте үҙ мәнфәғәтендә оҫта файҙалана. Күпселек хоҡуҡта­рының боҙолоуы тура­һында ҡайҙа хәбәр итергә лә белмәй, — ти Виктор Климов.
Түләүһеҙ косметика процеду­раһын үтеү тәҡдиме булған ос­раҡта һаҡ булырға кәңәш итә бел­гестәр. Бынан тыш, тән тире­һе йәки сәстәре дауалауға мохтаж тип ҡиммәтле косметика тәҡ­дим иткән салон хеҙмәт­кәр­ҙә­ренең һүҙҙәренә лә ышанып бармағыҙ. Салонда бушлай эсем­лек бирһәләр ҙә, унан баш тартығыҙ, хеҙмәт­кәрҙәргә паспорт мәғлүмәт­тәрен асып һал­мағыҙ.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты­ның эксперттары эшләгән иҫкәр­мәлә матурлыҡ салоны хеҙмәт­кәрҙәренең тоҙағына элә­геп, кредитҡа косметика һатып алған йәки процедуралар өсөн түләгән кешеләргә кәңәштәр бирелә. Ҡулланмала банк менән кредит договоры, шулай уҡ салон менән һатып алыу килешеүен тарҡатыу алымдары ла билдәләнә.







Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә