Башҡортостан халҡына матурлыҡ салондарындағы процедураларға һәм косметикаға кредитты көсләп тағыуҙан һаҡланыу сараларын аңлаттылар. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “Заемсылар хоҡуҡтары өсөн” проект эксперттары хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын тикшерҙе һәм уның нигеҙендә алдаҡсыларҙың тоҙағына эләккән клиенттарға суд тәртибендә үҙ хоҡуғын яҡлау, дәғүә белдереү ғәмәлдәрен төҙөнө.
Проект етәксеһе, Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Виктор Климов әйтеүенсә, был проблема ярайһы уҡ күләмле. Халыҡ фронты белгестәренең баһалауҙарына ҡарағанда, ошондай хәлдә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла алдаҡсылар ҡорбанына әүерелеүен аңлап етмәй. Матурлыҡ салоны косметиканы ҡайтарып алыуҙан һәм кредит килешеүен тарҡатыуҙан баш тартҡан осраҡта күптәр мәсьәләне аҙағынаса хәл итә алмайынса, ҡиммәт хаҡ түләүен дауам итә. Алданған һәр бишенсе ҡатын-ҡыҙ ғына хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың күпселегенең финанс йәһәтенән белем кимәле түбән. Шуға күрә алдаҡсылар был етешһеҙлекте үҙ мәнфәғәтендә оҫта файҙалана. Күпселек хоҡуҡтарының боҙолоуы тураһында ҡайҙа хәбәр итергә лә белмәй, — ти Виктор Климов.
Түләүһеҙ косметика процедураһын үтеү тәҡдиме булған осраҡта һаҡ булырға кәңәш итә белгестәр. Бынан тыш, тән тиреһе йәки сәстәре дауалауға мохтаж тип ҡиммәтле косметика тәҡдим иткән салон хеҙмәткәрҙәренең һүҙҙәренә лә ышанып бармағыҙ. Салонда бушлай эсемлек бирһәләр ҙә, унан баш тартығыҙ, хеҙмәткәрҙәргә паспорт мәғлүмәттәрен асып һалмағыҙ.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының эксперттары эшләгән иҫкәрмәлә матурлыҡ салоны хеҙмәткәрҙәренең тоҙағына эләгеп, кредитҡа косметика һатып алған йәки процедуралар өсөн түләгән кешеләргә кәңәштәр бирелә. Ҡулланмала банк менән кредит договоры, шулай уҡ салон менән һатып алыу килешеүен тарҡатыу алымдары ла билдәләнә.