Тиргәмеш менән Яманғасы йылғалары ҡушылған урында урынлашҡан Байғусҡар – боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Уны икенсе төрлө Тиргәмеш тип йөрөтәләр. Ҡасандыр гөрләп торған ауыл бөгөн бер аҙ һүнә төшкән. Белем усағының тик башланғыс мәктәпкә тороп ҡалыуы арҡаһында йәштәр күпләп ситкә киткән. Бөгөн бында башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, бер шәхси магазин һәм почта бүлексәһе эшләй. Ауыл халҡының төп шөғөлө – малсылыҡ. Эргәлә урынлашҡан “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләгән алты кешене иҫәпкә алмағанда, йорт хужаларының күбеһе ситтә тир түгергә мәжбүр. Ауылдың тырыштары үҙ эшен булдырған, фермерлыҡ менән шөғөлләнә, шулай уҡ шәхси ихаталарҙа күпләп мал тотоп, һөт-май һатып, етеш тормошта көн итә. Элек-электән районда байғусҡарҙар егәрле һәм уңған булыуҙары менән дан алған, бында эшһөйәр һәм сәмле халыҡ йәшәй. Бүребай һәм Аҡъяр баҙарында аҙна һайын ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары ауыл хужалығы продукцияһы менән һатыу итә. “Баҙарҙы байғусҡарҙар тотоп тора” тигән лаҡаптың йәшәүе лә юҡҡа түгел. Әле 150 хужалыҡта бөтәһе 286 кеше йәшәй, шуларҙың 121-е – оло йәштәгеләр. Байғусҡар ауылы район үҙәгенә 24 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Беҙҙе Татыр-Үҙәк ауыл биләмәһе башлығы Салауат Байсурин менән ауылдың старостаһы Кәбир Баймырҙин ауыл менән таныштырҙы.
Ауылдың рухи “Мираҫ”ыТанышыуҙы ауылдың рухи ҡалҡанына әүерелгән ағинәйҙәр ҡоро менән башлауыбыҙ юҡҡа түгел. Бөгөнгө ауылдарҙы уларһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Үҙҙәренең аҡыллы һүҙҙәре, фәһемле кәңәштәре менән һәр кемгә терәк һәм кәрәк булған, ауылда абруй һәм ихтирам ҡаҙанған был апай-инәйҙәрҙе һәр кем хөрмәт итә. Уларҙың барыһы ла төрлө өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡһа ла ҡул ҡаушырып ултырмай. Ауылдың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге, кешеләрҙең яҙмышы өсөн борсола. “Мираҫ” ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Әлфиә Акилова әйтеүенсә, клубҡа алты инәй йөрөй. Аҙ булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар ауылда үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Иң олоһона 69 йәш булһа, иң кесеһенә – 59.
– Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын тергеҙеү, уларҙы йәш быуынға еткереү маҡсатында эш башланыҡ. Килен төшөрөү, Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе кеүек йолаларҙы балалар менән бергәләшеп үткәрҙек. Ағинәй иманлы булырға тейеш тигән хәҡиҡәткә тоғробоҙ. Мәсетебеҙҙә төрлө дини байрамдарҙы ойоштороуҙа үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, иман йортон йыуып, таҙалап бирҙек, эстән дә, тыштан да буяп ҡуйҙыҡ, – ти улар.
Әйткәндәй, Байғусҡар инәйҙәре онотола барған кейеҙ баҫыуҙы ҡайтанан тергеҙеүгә тотонмаҡсы. Үткән йыл Бөрйән районында уҙғарылған кейеҙ баҫыу буйынса “Тамға” республика фестивалендә ҡатнашып, уның нескәлектәренә өйрәнеп ҡайтҡандар. Шулай уҡ Сибайҙағы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, билдәле сәсәниә Асия Ғәйнуллинаның оҫталыҡ дәрестәрендә булып, шахмат таҡтаһындай биҙәкле кейеҙ баҫыу серҙәренә төшөнгәндәр. Күрше Йылайыр районының Матрай ауылы ағинәйҙәрендә ҡунаҡта булып, буҙа эшләү нескәлектәренә өйрәнгәндәр. Ҡунаҡ ашы ҡара ҡаршы, тигәндәй матрайҙарҙы октябрҙә үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырып, “Килен төшөрөү” йолаһын күрһәтмәкселәр. Ауылдың имам-хатибы Сәғит Баймырҙин менән берлектә уҙғарылған “Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләү” буйынса сарала ауылдың оло йәштәгеләре әүҙем ҡатнашҡан, артабан йәштәр араһында ла бындай дини конкурстар үткәреү планлаштырыла.
Боронғо ҡомартҡыларҙың ниндәйҙәре генә юҡ!
Ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡыҫыҡ ҡына бер бүлмәһендә урынлашҡан музейҙы күргәс, аптырап ҡалдыҡ. Экспонаттарҙың күплеге һәм уникаль булыуҙары менән бәғзе тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейҙарың ары торһон. Уларҙы ауыл клубы мөдире Гөлсиә Ғиләжетдинова ауылдаштарынан туплаған. Ауылдың үткәнен сағылдырған бүлектә халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреш, хужалыҡ әйберҙәре, милли кейемдәре урын алған. Бер яҡ мөйөштә Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған махсус стенд эленгән, хатта ғәрәп телендә яҙылған боронғо Ҡөрьән китабы ла бар. Урындыҡта боронғо балаҫтар түшәлгән, арҡыры-буй юрғандар йәйелгән, батмуста еҙ самауыр ултыра, артабан ағас табаҡ, ҡымыҙ бешкес, ағастан эшләнгән ҡуштабаҡ, батмандар теҙелгән. Бесән әҙерләүҙә ҡулланылған ағас тырманы, өс башлы һәнәкте лә осратырға мөмкин. Ә инде боронғо һырлап эшләнгән көҙгө, комодтарҙы күреп, хайран ҡалырлыҡ! Ауыл музейында (!) ошоғаса бер ҡайҙа ла осрамаған “урынтояҡ” тип аталған әйберҙе күрергә насип булды. Уны ошо ауылда йәшәүсе бер олатай эшләгән, икенсе төрлө урын йәйгес тип атаһаҡ та була. Ағастан һырлап эшләнгән әйбер ҡаралтыларҙы йыйып ҡуйыу өсөн тәғәйенләнгән. Күп яҡтарҙа ҡаралты-түшәктәрҙе һандыҡ өҫтөнә өйһәләр, былар, күрәһең, махсус урынтояҡҡа йыйған.
Шуныһы ҡыҙғаныс: ошондай тиңе булмаған тарихи ҡомартҡылар бер ҡараңғы ғына бүлмәлә урын алған, хатта ҡиммәтле экспонаттар өсөн махсус быяла кәштәләр ҙә юҡ. Барҙың ҡәҙерен белмәйбеҙ, тарихи ҡомартҡыларҙың ни тиклем баһаһы ҙур икәнен әле булһа аңлап еткермәйбеҙ шул...
“Тиргәмеш” ансамбле – ауылдың йәме
Мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Тиргәмеш” фольклор ансамбле сығыштарын ауылда ғына түгел, тотош районда көтөп алалар. Уның етәксеһе Гөлсиә Ғиләжетдинова белдереүенсә, 1999 йылда Рөстәм Дәүләтбирҙин “Тиргәмеш” ҡурайсылар ансамблен төҙөй. Уҡыусылар бик дәртләнеп түңәрәктә шөғөлләнә һәм 2000 йылда беренсе тапҡыр районда үткән Ҡурай конкурсында ҡатнашып, III урын яулай. 2003 йылда ансамблгә өлгөлө исем бирелә. 2004 йылдан алып Хәйбулла районы буйынса ҡурай бәйгеләрендә призлы урындарҙы тик “Тиргәмеш” ансамбле солистары яулай һәм республика конкурстарында район намыҫын яҡлап уңышлы сығыш яһай. Азамат Торомтаев, Йәмил Баймырҙин, Иҙел Ниғмәтуллин, Айҙар Айҙашев ансамблдең иң оҫта солистары була. 2013 йылда ансамбль етәксеһе район мәғариф бүлегенә эшкә күсеүе һәм урта мәктәптең башланғысҡа әйләнеүе сәбәпле, ҡурай ансамбле эшмәкәрлеге туҡтатыла. Ошоға тиклем мәҙәниәт йортонда эшләп килгән фольклор ансамбленә “Тиргәмеш” исемен ҡайтанан бирелә. Ауылдың йәме һәм ҡотона әүерелгән был ансамблдән башҡа бер генә мәҙәни сара, байрам, кисәләр үтмәй. Халыҡтың күңелен асыусы, уларҙы әйҙәүсе, бергә туплаусы Гөлсиә Мостафа ҡыҙының эшенән ҡәнәғәт ауылдаштары. Клуб мөдире каникулға ялға ҡайтҡан йәштәргә лә күңелһеҙләнергә ваҡыт бирмәй: улар менән төрлө ҡыҙыҡлы саралар, күңелле дискотекалар үткәрә. Студент йәштәр менән берлектә “Хәйбулла-шоу” конкурсында ҡатнашырға ла, күрше ауылдарҙа концерт менән сығыш яһарға ла өлгөрә улар. Мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән “Йәдкәр” драма түңәрәге ағзалары Хәлил Вәлиев, Азамат Дәүләтбаев, Рәмилә Дәүләтбирҙина, Кинйәбикә Юламанова, Салауат Дәүләтбаев ысын әртистәрҙән һис тә ҡалышмай. “Йәйғор” халыҡ инструменттары ансамбле район күләмендә үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнаша, ҡумыҙсы Вәсилә Аҡбалина, гармунсылар Филүз Ғүмәров, Салауат Бикбов, мандолинала Билал Саламатов бик оҫта уйнай, ти Гөлсиә Ғиләжетдинова.
Ауыл “духтыры”Яңыраҡ ҡына Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы исеменә лайыҡ булған Мөнирә Ҡаҙаҡбаеваны ауыл халҡы яратып, үҙ күреп, “духтыр” тип ололай. Көн тимәй, төн тимәй һәр саҡырыуға йөрөгән ауыл фельдшеры өсөн эш еңелдән түгел, әммә ул зарланмай. Ошо ауылда тыуып, мәктәпте тамамлағас, документтарын һис бер икеләнеүһеҙ Сибай медицина училищеһына тапшыра.1998 йылда ҡулына диплом алған белгес күрше Татыр-Үҙәк ауылында хеҙмәт юлын башлай. Баймаҡ районы егете Харрас Ҡаҙаҡбаевҡа кейәүгә сыҡҡас, йәштәр Байғусҡарҙа төпләнеп ҡала. Бер-бер артлы ике балалары донъяға килә, әле уларҙың өс ейәндәре үҫә.
– Эшемде яратам, ауыл бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, һәр көн тиерлек ундан ашыу кешене ҡабул итергә тура килә. Кемдер уколға йөрөй, икенселәр ҡан баҫымын үлсәтә, өсөнсөләр ҡапыл сирләп килә. Физик яҡтан сәләмәтлектәре сикләнгәндәргә, бәләкәй балаларға, оло йәштәгеләрҙең йорттарына йөрөйөм, түшәктә ятҡан ике инвалид бар, – ти Мөнирә Сәйфулла ҡыҙы. – Ауыл халҡы күберәк ҡан баҫымы күтәрелеүенә, йөрәк ауырыуҙарына, быуындар һыҙлауына зарлана.
Әйткәндәй, элегерәк ауыл медпункттарында дарыуҙар һатырға рөхсәт булһа, хәҙер улар тейешенсә һаҡланмай тигән ҡарарға һылтанып, урындағы фельдшерҙың кәрәкле дарыу-уколдарҙы һатырға хоҡуғы юҡ. Шулай уҡ ауыл халҡы район үҙәгенән “Тиҙ ярҙам” машинаһы саҡырта алмай, тәүҙә урындағы табип сирлене ҡарарға тейеш, тик ул ғына Бүребай участка дауаханаһына йәки район үҙәгенә ауырыуҙы оҙатырға хаҡлы. Әгәр ул эш менән башҡа ауылда йәки район үҙәгендә булғанда, ҡапыл берәү сирләп китһә, ул сағында нишләргә тейеш икән сирле?! Күрәһең, был ҡарарҙы тормошҡа ашырыусылар уйлап етмәгәндер...
Мал йәнле Вәкил ағайУның хаҡында ауылдаштары шулай ти. Ысынлап та, 40 йылдан ашыу ауылда ветврач булып эшләгән Вәкил Игебаев күптән инде үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған. Студент йылдарында Йылайыр районы егете ошо яҡтарҙа практика үтә һәм буласаҡ кәләше Маһираны осрата. Йәштәр өйләнешеп, Байғусҡарҙа төпләнеп ҡала. Ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр. Улдары Илшат Игебаев – районда йәш эшҡыуарҙарҙың береһе, мебель эшләү менән шөғөлләнә.
– Хайуандарҙы яратыу бала саҡтан килә, – тип һүҙ башланы минең геройым. – Ишле ғаиләлә тыуып үҫтек, этебеҙ ҙә, бесәйебеҙ ҙә булды, етмәһә, мал күп. Уларҙы яҡшылап ҡарап, һәр береһен яратып баға инем. Сирләп китһәләр, үҙемсә “дауалайым”. Шуға күрә мал табибы булырға яҙғандыр.
Ошоға тиклем Вәкил Нуретдин улы Байғусҡар ветеринария участкаһында эшләһә, быйылдан уны ябып, Ивановка ауылына ҡушҡандар. Һәр шәхси йорттағы малды ҡарау, уларға ваҡытында тейешле прививка эшләү, ҡан алыу кеүек бихисап эштәрҙе атҡарырға ла, тәүге ярҙамды күрһәтергә лә өлгөрә ул. “Хайуандарҙың күҙгә мөлдөрәп ҡарауҙары күңелде телгеләй. Бахыр малҡайҙарҙың телдәре генә юҡ шул ауыртыуҙарын әйтергә”, – ти Вәкил Игебаев. Бөгөн ауыл табибын берәҙәк эттәр проблемаһы ла борсомай ҡалмай, сөнки уларҙы элекке кеүек дарыу ашатыу йәки укол һалыу юлы менән юҡ итеү рөхсәт ителмәй. Бигерәк тә яҙғы һәм көҙгө осорҙа ҡотороу сиренә ҡаршы алдан хәстәрлек күрә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Вәкил Нуретдин улы Рәсәй һәм Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.
Йәшәүҙән йәм табыпАуылда йәштәргә өлгө булырлыҡ матур ғүмер кисергән парҙар байтаҡ. Бергә йәшәүҙәренең 60 йылын билдәләргә йыйынған Роза һәм Ғөбәйҙулла Баймырҙиндар менән яҡыныраҡ таныштыҡ. Улар йәштәрҙән ҡалышмай: матур итеп донъя көтә,бер-береһенә әлегәсә һөйөү тулы күҙҙәре менән ҡарап, мөхәббәтле ҡараштары менән аңлаша. Бәхетле парҙы фотоға төшөрөргә булғас, Роза инәй: “Ҡартымды йәшәртеп, матурайтып сығарығыҙ, йәш саҡта бигерәк баһадир ине”, – тип шаяртып алһа, Ғөбәйҙулла олатай әбейенә ҡарап: “Матур күлдәгеңде кей, һин әле лә минең өсөн иң сибәре!” – тип иңбашынан һөйөп алды. Пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, һандуғастай һайрашып йәшәгән был парға, ысынлап та, һоҡланмау мөмкин түгел!
Күрше Турат ауылы ҡыҙы Розаға бер күреүҙән үк күҙе төшә Байғусҡар егетенең. Төҫкә-башҡа һылыу, үткер телле ҡыҙ ҙа әрменән яңы ҡайтҡан егетте ситкә типмәй. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, йәштәр өйләнешә.
– Ул саҡта колхоздың гөрләп эшләгән сағы, килен булып төшөүемдең өсөнсө көнөндә үк эшкә сыҡтым, – тип тормош ебен һүтте Роза инәй. – Колхозда эшләмәгән эш ҡалманы: бәрәс тә ҡараным, һыйыр ҙа һауҙым, ырҙын табағында иген дә таҙарттым. Артабан клубҡа йыйыштырыусы булып эшкә төштөм, хаҡлы ялға шунан сыҡтым. Ҡартым менән икебеҙ ҙә хеҙмәт ветерандары.
Ғаилә башлығы тәүҙә аттар ҡарай, мал көтә, артабан колхозда хисапсы була. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, тырыш һәм үҙ эшенә яуаплы ҡараған Ғөбәйҙулла Фәйзулла улын һәр ерҙә ихтирам итәләр, оло хөрмәт күрһәтәләр. Намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн әллә күпме Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ була.
Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Баймырҙиндар донъяла, илдә, республикала һәм районда барған хәлдәр, үҙгәрештәр менән ҡыҙыҡһынып бара: зәңгәр экрандарҙан, радио тулҡындарынан һәр яңылыҡты тыңлай, гәзит-журналдар алдырып уҡый. Беҙ барғанда балаларына ҡыуанып, уларҙың һәр саҡ килеп, ярҙамлашып тороуҙарына һөйөнөшөп ултыралар ине. “Һаулыҡ булһын, әле тормош шул тиклем матур. Ана, улым килеп һыу үткәреп китте, газ бар, донъя көндән-көн яҡшыра, тик сәләмәтлек кенә булһын”, – тип йылмая ауылдың абруйлы оло кешеләре. Бәхетле парҙар дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән, бөгөн уларҙың һигеҙ ейән-ейәнсәре, ун бүлә-бүләсәре бар.
Йәшәүҙән йәм табып, балаларына терәк һәм кәрәк булып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, бүлә-бүләсәрҙәренә ҡыуанып, ҡартлыҡта ла был тормоштан йәм һәм тәм табып ғүмер кисергән бәхетле, абруйлы һәм хөрмәтле Роза менән Ғөбәйҙулла Баймырҙиндарға артабан да сәләмәтлек, бөхетле ҡартлыҡ, йән һәм тән тыныслығы теләйбеҙ.
Ауыл һөтө,
ауыл ҡаймағы...Мал аҫрап, уның һөтөн эшкәртеп, ризыҡтарын баҙарға сығарып йәшәүселәр ауылда бихисап. Шундай уңған хужабикәләрҙең береһе – Флүзә Асҡарова. Яңғыҙ йәшәүенә ҡарамаҫтан, ауыл ҡатыны дүрт һыйыр һауа, иллеләп ҡаҙ, утыҙҙан ашыу өйрәк үрсетә. Шулай уҡ йәшелсә-емеш баҡсаһы бар.
– Көн һайын баҙарға йөрөйөм. Автобусҡа сығам, һатып бөтһәм, кире ҡайтам. Билет хаҡы – 70 һум, бер барғанда яҡынса 1000 һум эшләйем. Тиҙҙән ҡош-ҡорт өлгөрә, уларҙы ла баҙарға сығарасаҡмын. Ике быҙауымды һатып, уның аҡсаһына ике йөк бесән алдым, – ти Флүзә Хәмитйән ҡыҙы.
Байғусҡарҙа һәр йортта талантлы кешеләр йәшәй. Ике бала тәрбиәләп үҫтергән геройымдың улы Рим Асҡаров – Стәрлетамаҡ филармонияһының художество етәксеһе, ҡыҙы Зилиә Аҡъярҙа китапханасы булып эшләй. Бәхетле өләсәй дүрт ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашырға ла, уларға ярҙам итергә лә өлгөрә.
Ауыл тормошона йән өрөүселәрРезеда һәм Рәмил Баймырҙиндарҙың йортона яҡынлашыу менән йәнле, гөрләп торған тормош алып барыуҙарын тойҙоҡ. Күркәм йорт әллә ҡайҙан балҡып, бар урамға йәм биреп ултыра. Йорт хужалары өй эсен заманса йыһазландырған. Беҙҙе сәләмләргә сыҡҡан улдары йәш йырсы Йәмил Баймырҙин булыуын белгәс, хужаларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта төштө. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән ғаилә ҡайһы арала ул-ҡыҙҙарына сәнғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләп үҫтергән?
– Балаларҙың һәләтен бала саҡтан үҫтерергә тырыштыҡ, ауылдағы “Тиргәмеш” ҡурайсылар ансамбле Йәмилгә ҡанат бирҙе, оло сәнғәткә юл асты. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа үҙҙәренең күңелдәренә тап килгән түңәрәккә йөрөнө, ҙуры Гөлнар Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыһа, кесе ҡыҙыбыҙ Миңнур Рәми Ғарипов исемендәге гимназияны уңышлы тамамлап, Өфө нефть университетына уҡырға инде, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты йорт хужабикәһе.
Баймырҙиндар малсылыҡ менән шөғөлләнә, улар малдарын итләтә һатыу яҡлы. “Ни өсөн итләтә һатаһығыҙ?” – тигән һорауыма улар икеһе бер тауыштан: “Шулай отошлораҡ та, табышлы ла”, – тип яуапланы. Йәш һәм яңы һуйылған итте өйҙән килеп һораусылар ҙа бар, ҡайһы ваҡыт баҙарға алып сығалар, кәрәк икән, Өфөгә лә юлланалар.
– Балаларҙы уҡытыу өсөн ҡулаҡсаның һәр ваҡыт булыуы кәрәк. Мал һуйыуҙа ҡабул ителгән техник регламенттарҙың әлегә туҡтатылып тороуы ауыл кешеһенә уңайлы, сөнки беҙҙең кеүек район үҙәгенән алыҫ йәшәгәндәр өсөн ул ҡарар нигеҙһеҙ. Ауыл ерендә күпләп мал тоторға ла мөмкин, әммә һөт ризыҡтарын тапшырыу урыны булмағас, барыбер ҡыйынға тура килә. Көн дә, аҙна һайын һөт- ҡаймағыңды, майыңды баҙарҙа һатыу анһат түгел. Беҙҙең шулай уҡ ауылда магазиныбыҙ бар, халыҡ һорағас, ҡайһы осраҡта майға ла тауарҙы алмаштырып ҡуйыла. Аҙаҡ уны һатыуы мең мәшәҡәт тыуҙыра, – ти эшҡыуарҙар.
Нисек кенә булмаһын, үҙ көндәрен үҙҙәре күреп, балалар уҡытып, мал көтөп йәшәй бында халыҡ. Береһе лә зарланмай, береһе лә һоранмай. Ауылда йәшәүҙең төп асылы ла тап шуға ҡайтып ҡалалыр.
Ауыл старостаһыШуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа старосталар мәктәбе тергеҙелә башланы. Улар һәр ауылда тиерлек бар. Йәмәғәт башланғысы менән эшләүенә ҡарамаҫтан, староста – ауылдың хужаһы, ойоштороусыһы һәм лидеры. Көндәлек йомош менән һәр саҡ урындағы үҙидараға барыу ҙа мөмкин түгел, шуға күрә ауылдаштары кәңәш һорап, үҙ фекерен әйтеп, ниндәй ҙә булһа проблеманы хәл итеү өсөн ауылдың старостаһы Кәбир Баймырҙинға килә.
– Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, тигәндәй яңғыҙ бер нәмә лә ҡыйратып булмаҫ ине, әгәр ауылыбыҙҙа кәрәкле ваҡытта үҙ һүҙен әйтер, фәһемле кәңәштәрен бирер ир-уҙамандарыбыҙ булмаһа, – тип һүҙ башланы Кәбир Баймырҙа улы. – Салауат Дәүләтбирҙин, Вәкил Игебаев, Хәкимйән Дәүләтбирҙин, Фәрит Мерәҫов кеүек ауыл аҡһаҡалдары менән һәр саҡ кәңәшләшеп, бергәләшеп эш итәбеҙ. Ауылға ингән саҡта күргәнһегеҙҙер, Әбүбәкер ауылы яғына ҡырсынташтан юл һала башланған. Был эште “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте эшселәре атҡара, улар менән йыл башында һөйләшеүҙәр булды. “Тиргәмеш” карьеры өсөн ауыл биләмәһенә ҡараған ерҙән урын бирелде, шунлыҡтан етәкселек араһында ауыл халҡының йәшәйешенә ярҙам булырлыҡ эштәр башҡарылырға тейеш тигән килешеү төҙөлдө. Ошоға тиклем улар ауыл уртаһынан аҡҡан Яманғасы йылғаһы аша күперҙе нығытһалар, әле юлды һала. “Аныҡ эштәр” программаһына ярашлы, ауылда һыу торбалары алмаштырыла. 200 мең һумлыҡ был эште башҡарыуҙа ла “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре үҙ техникаһы менән траншея ҡаҙыуҙа ярҙам күрһәтә.
Ауылдың барлыҡ проблемалары – ауыл старостаһы иңендә, тиһәк тә дөрөҫ булыр. Кәбир Баймырҙиндың һәр иртәнге көнө ауыл көтөүен оҙатыу менән башлана. Көтөүсе сыҡҡанмы, малдар теүәлме, иртәгә көтөүҙе кем ҡабул итә кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеп, ауылдың тын алышын тойоп, кемде нимә борсоғанын белешә. Артабан Татыр-Үҙәк ауыл биләмәһенә юл ала. Биләмә башлығы Салауат Байсурин менән бар мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшәләр. Халыҡты иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе – һыу һәм юл проблемаһы. Уныһы ла аҡрынлап хәл ителә башлаған кеүек. Теләгәндәргә һыу торбалары һалынған саҡта йорттарына һыуҙы индереп ҡалыу мөмкинлеге бар, тик уныһы өсөн шәхси иҫәпләшергә кәрәк.
Ауыл старостаһының әйтеүенсә, халыҡ бында әүҙем һәм дәртле. Күмәкләшеп ауыл зыяратын кәртәләп, буяп ҡуйғандар. Өмә менән урамдарҙы таҙарталар, сүплек өсөн махсус урын булдырылған. Бесәнлектәрҙе, пай ерҙәрен халыҡҡа бүлеп биреү эштәрен дә үҙ-ара кәңәшләшеп башҡаралар.
***
Байғусҡарҙарҙы бөгөнгө йәшәйештәренән тыш, ауылдың киләсәге борсой. Йәш ғаиләләр төпләнмәгәс, тыуған төйәктең йәме китә. Һуңғы ваҡытта бер генә йорт та төҙөлмәгән, ауыл аҡрынлап “ҡартая”. Киләсәктә йәштәр ауылда ҡалһын өсөн эш урындарының булыуы шарт, әммә әлегә был мәсьәлә асыҡ килеш ҡала.