Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Битарафлыҡҡа юл ҡуймайбыҙ
Битарафлыҡҡа юл ҡуймайбыҙ Кеше йәмғиәт барлыҡҡа килгәндән алып төҙөй һәм ижад итә. Төҙөүсе һөнәре донъяла иң әһәмиәтлеләрҙән һәм кәрәклеләрҙән һанала. Хеҙмәттәре ауыр һәм
яуаплы уларҙың. Үҙ ҡулдары менән мөһабәт биналар, күккә олғашҡан йорттар хасил иткән ябай эшселәр һәр саҡ ихтирамға һәм оло хөрмәткә лайыҡ.



Һөнәри байрамдары алдынан республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тармаҡтың 25 иң яҡшы хеҙмәткәренә Башҡортостан Рес­публикаһының Почет грамо­та­һын тапшырҙы, 28 хеҙмәткәр “Баш­ҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исем­гә лайыҡ булды. Улар араһында ташсылар, монтажсылар, инже­нерҙар, архитекторҙар, иҡти­сад­сылар бар. Төбәк Баш­лығы, йыйылғандарҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, йәмәғәт өлкәһендә алып барған эшмәкәр­лектәре өсөн рәхмәт белдерҙе:
– Республикала төҙөлөш тармағы күрһәткестәре – лайыҡлы һәм юғары кимәлдә. Торлаҡты сафҡа индереү буйынса беҙ лидерҙар иҫәбендә торабыҙ. Шуны әйтергә кәрәк: торлаҡ төҙөү тармағы бик әүҙем эшләй. Төҙөүселәр тырышлығы менән эштәр тиҙ башҡарыла. Был тармаҡҡа индерелгән капи­тал­дың күпселек өлөшө мәға­риф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт, торлаҡ объекттарын тө­ҙөү­гә йәки реконструкциялауға тотонола. Бөтә күңелегеҙҙе, көсөгөҙҙө һалып, эшегеҙҙе өлгөлө итеп башҡарыуығыҙ өсөн һеҙ был наградаға лайыҡ. Һеҙ һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә, эшегеҙ күҙ алдында. Минең бер үтенесем бар: балалар баҡса­һын, мәктәптәрҙе төҙөгәндә намыҫ менән башҡа­рығыҙ, сөнки ул – балаларыбыҙ донъяһы. Был эштә битараф­лыҡҡа юл ҡуймая­саҡбыҙ. Яҡшы эш алып барыу өсөн мөмкин­лектәр етерлек. Һөнәри байрамығыҙ уңайынан һәммәһен дә ихлас күңелдән ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, эше­геҙҙә уңыш­тар теләйем.
Өфө ҡалаһының эре панелле йорттар һалыу идаралығы мон­тажсыһы Радик Хәлилов тар­маҡта 36 йыл эшләй: “Йәй көн­дәрендә бик ауыр, ҡояш ҡыҙҙы­ра. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, эшләйбеҙ. Үҙемдең һөнәрем менән ғорур­ланам,”– ти ул.
“Акрополь” йәмғиәтенең коммерция директоры Радик Заһи­ҙуллин үҙҙәренең атҡарылған эштәре һәм киләсәккә пландары менән бүлеште. Тиҙҙән Күмертау ҡалаһында боҙ ҡаласығы төҙө­лөп бөтөүе тураһында һөйләне.
Ғафури районындағы “Энергомонтаж” йәмғиәтенең генераль директоры Хәлимулла Камалов та шатлығы менән уртаҡлашты:
– Төҙөлөш тармағында эшлә­үемә – 26 йыл. Эшеңдең һөҙөм­тәһен күреү, тейешле баһаһын алыу – иң ҙур бәхет.







Автор: Илмира ҠОЛБАХТИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә