Кеше йәмғиәт барлыҡҡа килгәндән алып төҙөй һәм ижад итә. Төҙөүсе һөнәре донъяла иң әһәмиәтлеләрҙән һәм кәрәклеләрҙән һанала. Хеҙмәттәре ауыр һәм
яуаплы уларҙың. Үҙ ҡулдары менән мөһабәт биналар, күккә олғашҡан йорттар хасил иткән ябай эшселәр һәр саҡ ихтирамға һәм оло хөрмәткә лайыҡ.Һөнәри байрамдары алдынан республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тармаҡтың 25 иң яҡшы хеҙмәткәренә Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы, 28 хеҙмәткәр “Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Улар араһында ташсылар, монтажсылар, инженерҙар, архитекторҙар, иҡтисадсылар бар. Төбәк Башлығы, йыйылғандарҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, йәмәғәт өлкәһендә алып барған эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе:
– Республикала төҙөлөш тармағы күрһәткестәре – лайыҡлы һәм юғары кимәлдә. Торлаҡты сафҡа индереү буйынса беҙ лидерҙар иҫәбендә торабыҙ. Шуны әйтергә кәрәк: торлаҡ төҙөү тармағы бик әүҙем эшләй. Төҙөүселәр тырышлығы менән эштәр тиҙ башҡарыла. Был тармаҡҡа индерелгән капиталдың күпселек өлөшө мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт, торлаҡ объекттарын төҙөүгә йәки реконструкциялауға тотонола. Бөтә күңелегеҙҙе, көсөгөҙҙө һалып, эшегеҙҙе өлгөлө итеп башҡарыуығыҙ өсөн һеҙ был наградаға лайыҡ. Һеҙ һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә, эшегеҙ күҙ алдында. Минең бер үтенесем бар: балалар баҡсаһын, мәктәптәрҙе төҙөгәндә намыҫ менән башҡарығыҙ, сөнки ул – балаларыбыҙ донъяһы. Был эштә битарафлыҡҡа юл ҡуймаясаҡбыҙ. Яҡшы эш алып барыу өсөн мөмкинлектәр етерлек. Һөнәри байрамығыҙ уңайынан һәммәһен дә ихлас күңелдән ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
Өфө ҡалаһының эре панелле йорттар һалыу идаралығы монтажсыһы Радик Хәлилов тармаҡта 36 йыл эшләй: “Йәй көндәрендә бик ауыр, ҡояш ҡыҙҙыра. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, эшләйбеҙ. Үҙемдең һөнәрем менән ғорурланам,”– ти ул.
“Акрополь” йәмғиәтенең коммерция директоры Радик Заһиҙуллин үҙҙәренең атҡарылған эштәре һәм киләсәккә пландары менән бүлеште. Тиҙҙән Күмертау ҡалаһында боҙ ҡаласығы төҙөлөп бөтөүе тураһында һөйләне.
Ғафури районындағы “Энергомонтаж” йәмғиәтенең генераль директоры Хәлимулла Камалов та шатлығы менән уртаҡлашты:
– Төҙөлөш тармағында эшләүемә – 26 йыл. Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү, тейешле баһаһын алыу – иң ҙур бәхет.