Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үткәнен белгәндең киләсәге яҡты
Дүртөйлө районында уҙған республика Шәжәрә байрамында Илеш, Борай, Краснокама, Мишкә райондары вәкилдәре, шулай уҡ күрше Свердловск өлкәһенән ҡунаҡтар ҡатнашты. Байрамға йыйылыусыларҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев ҡайнар сәләмләне.

Быйыл Шәжәрә байрамы туғы­ҙынсы тапҡыр ойошторолдо. Быға тиклем ул Әбйәлил, Әлшәй, Баҡалы, Краснокама, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Көйөргәҙе райондарында һәм Стәр­летамаҡ ҡалаһында булды. Шәжәрә байрамы йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала, ҡатнашыусылар һаны ла күҙгә күренеп арта. Дүртөйлө районында иһә республика әһә­миәтендәге сараға әҙерлек ауыл биләмәләрендә, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында шәжәрә байрамдарын уҙғарыуҙан башланды. Был йәһәттән “Ағас – тамырҙары, кеше туғандары менән көслө”, “Үткәнен белгәндең киләсәге яҡты” кеүек темаларға “түңәрәк өҫтәл”дәр, викториналар, бәйгеләр ойошторолдо.
Республика Шәжәрә байрамы Торатау итәгендә уҙҙы. Татар, башҡорт, урыҫ, мари һәм башҡа милләт вәкилдәре үҙҙәренең данлы тарихын, күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағыл­дырып, театрлаштырылған тамаша күрһәтте, һәр ҡайһыһы үҙ халҡының ғорурлығы булған улдарының шәжәрә ағастары менән таныштырҙы, ҡунаҡтарҙы зауыҡ менән биҙәлгән тирмәләр алдында ҡаршы алып, милли ризыҡтар менән һыйланы.
Һәр кеше тарихты үҙе яҙа, тиҙәр. 220 йылдан ашыу тарихы булған Дүртөйлө районы бөгөн респуб­ликабыҙҙа үҙ йөҙөн күрһәтеп алға киткән иҡтисады менән генә түгел, бәлки тырыш, эшсән, төрлө өлкәләрҙә дан ҡаҙанған халҡы, быуаттарҙан быуаттарға күсеп килгән милләт-ара татыулыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу рухы менән айырылып тора. Үткән сарала ла дүртөйлөләр ошо күркәм сифаттарын асып һалып, бер-береһен ихтирам итеп, килгән ҡунаҡтарға һый-хөрмәт өләшеп, рәхәтләнеп байрам итте.
Һабантуй форматында ойош­то­ролған Шәжәрә байрамында ҡунаҡтар ат сабышын тамаша ҡылды, халыҡ уйындарында әүҙем ҡатнашты, татар-башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, яҡташтарыбыҙ Илһөйәр Ғизет­динова, Радик Динәхмәтов, Фидан менән Азамат Ғафаровтар һәм башҡа райондарҙан килгән таланттарҙың концертын ҡараны.






Автор: Фәнис ҒӘЛЛӘМОВ. Район: Дүртөйлө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә