Үткәнен белгәндең киләсәге яҡты10.08.2016
Дүртөйлө районында уҙған республика Шәжәрә байрамында Илеш, Борай, Краснокама, Мишкә райондары вәкилдәре, шулай уҡ күрше Свердловск өлкәһенән ҡунаҡтар ҡатнашты. Байрамға йыйылыусыларҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев ҡайнар сәләмләне.
Быйыл Шәжәрә байрамы туғыҙынсы тапҡыр ойошторолдо. Быға тиклем ул Әбйәлил, Әлшәй, Баҡалы, Краснокама, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Көйөргәҙе райондарында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында булды. Шәжәрә байрамы йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала, ҡатнашыусылар һаны ла күҙгә күренеп арта. Дүртөйлө районында иһә республика әһәмиәтендәге сараға әҙерлек ауыл биләмәләрендә, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында шәжәрә байрамдарын уҙғарыуҙан башланды. Был йәһәттән “Ағас – тамырҙары, кеше туғандары менән көслө”, “Үткәнен белгәндең киләсәге яҡты” кеүек темаларға “түңәрәк өҫтәл”дәр, викториналар, бәйгеләр ойошторолдо.
Республика Шәжәрә байрамы Торатау итәгендә уҙҙы. Татар, башҡорт, урыҫ, мари һәм башҡа милләт вәкилдәре үҙҙәренең данлы тарихын, күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырып, театрлаштырылған тамаша күрһәтте, һәр ҡайһыһы үҙ халҡының ғорурлығы булған улдарының шәжәрә ағастары менән таныштырҙы, ҡунаҡтарҙы зауыҡ менән биҙәлгән тирмәләр алдында ҡаршы алып, милли ризыҡтар менән һыйланы.
Һәр кеше тарихты үҙе яҙа, тиҙәр. 220 йылдан ашыу тарихы булған Дүртөйлө районы бөгөн республикабыҙҙа үҙ йөҙөн күрһәтеп алға киткән иҡтисады менән генә түгел, бәлки тырыш, эшсән, төрлө өлкәләрҙә дан ҡаҙанған халҡы, быуаттарҙан быуаттарға күсеп килгән милләт-ара татыулыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу рухы менән айырылып тора. Үткән сарала ла дүртөйлөләр ошо күркәм сифаттарын асып һалып, бер-береһен ихтирам итеп, килгән ҡунаҡтарға һый-хөрмәт өләшеп, рәхәтләнеп байрам итте.
Һабантуй форматында ойошторолған Шәжәрә байрамында ҡунаҡтар ат сабышын тамаша ҡылды, халыҡ уйындарында әүҙем ҡатнашты, татар-башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, яҡташтарыбыҙ Илһөйәр Ғизетдинова, Радик Динәхмәтов, Фидан менән Азамат Ғафаровтар һәм башҡа райондарҙан килгән таланттарҙың концертын ҡараны.