Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡайҙа һеҙ, фотоһәүәҫкәрҙәр?
Фоторәссамдарҙы “Башҡортос­танды ас” конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Бәйгелә төрлө төбәктәрҙән профессионалдар, шулай уҡ һәүәҫкәрҙәр ҡатнаша ала.


Төп шарт – һүрәттәрҙә республика һынландырылырға тейеш. Пейзаждар, иҫтәлекле мәҙәни, тарихи урындар, танылған шәхес­тәрҙең портреттары тәҡдим ителеүе ихтимал. Конкурстың маҡсаты – декабрҙә Мәскәүҙә уҙғарыласаҡ тәүге күләмле фотокүргәҙмәлә Башҡортостан менән ентеклерәк таныштырыу.
Конкурс ошо көндәрҙә генә башланды. Уның тәүге этабы 20 сентябргә тиклем дауам итә. Жюри иң яҡшы 100 һүрәтте һайлап алып, “Иң яҡшы пейзаж”, “Иң яҡшы портрет”, “Иң яҡшы панорамалы һүрәт”, “Иң яҡшы сюжетлы һүрәт”, “Бейеклектән төшө­рөлгән иң яҡшы кадр” номинацияларында еңеү­селәрҙе билдә­ләйәсәк. 20 сен­тябрҙән 20 октябргә тиклем дауам итәсәк икенсе этап онлайн-тауыш биреүҙе күҙаллай. Уның һөҙөм­тәләренә ҡарап Мәскәүҙәге экспозицияға ҡуйыласаҡ 50 эш һайлана. Фотолары иң күп тауыш йыйған авторҙарға дипломдар тапшырыласаҡ. Улар шулай уҡ Мәскәү күргәҙмәһен асыу танта­наһында ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Проекттың ойоштороусылары – Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡорт­остандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Рәсәй Фоторәссамдар союзының республика бүлексәһе. Сара тураһындағы положение “Ростуризм” сайтында урын­лаштырылған. Эштәр “Башҡортос­танды ас” тигән билдә менән otkroy_bashkortostan@mail.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.


“Кино төнө”нә рәхим итегеҙ!
Баш ҡалабыҙҙа Рәсәй киноһы йылына арналған хәйриә проекты тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, 27 августа “Кино төнө” Бөтә Рәсәй акцияһы барышында тамаша ойошторола. Музыкаль биҙәлеште Башҡортостандың Милли симфоник оркестры тәьмин итә. Сара “Родина” кинотеатрында уҙғарыла.


Тамашала музыкаль коллек­тивтарҙың сығыш яһауы көтөлә. Композициялар кинофильмдарҙан видеопроекция менән оҙатыласаҡ. Программаның төп маҡсаты – ярҙамға мохтаж балаларға булышлыҡ күрһәтеү. Сара барышында йыйылған аҡса “Мәрхәмәт” хәйриә фондына йүнәлтеләсәк.
Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, тамаша барышында оптик иллюзия, яҡтылыҡ ярҙамында физик объекттарҙың формаһын үҙгәртеү ҡулланыласаҡ.



Автор: Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә