Фоторәссамдарҙы “Башҡортостанды ас” конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Бәйгелә төрлө төбәктәрҙән профессионалдар, шулай уҡ һәүәҫкәрҙәр ҡатнаша ала. Төп шарт – һүрәттәрҙә республика һынландырылырға тейеш. Пейзаждар, иҫтәлекле мәҙәни, тарихи урындар, танылған шәхестәрҙең портреттары тәҡдим ителеүе ихтимал. Конкурстың маҡсаты – декабрҙә Мәскәүҙә уҙғарыласаҡ тәүге күләмле фотокүргәҙмәлә Башҡортостан менән ентеклерәк таныштырыу.
Конкурс ошо көндәрҙә генә башланды. Уның тәүге этабы 20 сентябргә тиклем дауам итә. Жюри иң яҡшы 100 һүрәтте һайлап алып, “Иң яҡшы пейзаж”, “Иң яҡшы портрет”, “Иң яҡшы панорамалы һүрәт”, “Иң яҡшы сюжетлы һүрәт”, “Бейеклектән төшөрөлгән иң яҡшы кадр” номинацияларында еңеүселәрҙе билдәләйәсәк. 20 сентябрҙән 20 октябргә тиклем дауам итәсәк икенсе этап онлайн-тауыш биреүҙе күҙаллай. Уның һөҙөмтәләренә ҡарап Мәскәүҙәге экспозицияға ҡуйыласаҡ 50 эш һайлана. Фотолары иң күп тауыш йыйған авторҙарға дипломдар тапшырыласаҡ. Улар шулай уҡ Мәскәү күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Проекттың ойоштороусылары – Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Рәсәй Фоторәссамдар союзының республика бүлексәһе. Сара тураһындағы положение “Ростуризм” сайтында урынлаштырылған. Эштәр “Башҡортостанды ас” тигән билдә менән
[email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә.
“Кино төнө”нә рәхим итегеҙ!Баш ҡалабыҙҙа Рәсәй киноһы йылына арналған хәйриә проекты тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, 27 августа “Кино төнө” Бөтә Рәсәй акцияһы барышында тамаша ойошторола. Музыкаль биҙәлеште Башҡортостандың Милли симфоник оркестры тәьмин итә. Сара “Родина” кинотеатрында уҙғарыла.
Тамашала музыкаль коллективтарҙың сығыш яһауы көтөлә. Композициялар кинофильмдарҙан видеопроекция менән оҙатыласаҡ. Программаның төп маҡсаты – ярҙамға мохтаж балаларға булышлыҡ күрһәтеү. Сара барышында йыйылған аҡса “Мәрхәмәт” хәйриә фондына йүнәлтеләсәк.
Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, тамаша барышында оптик иллюзия, яҡтылыҡ ярҙамында физик объекттарҙың формаһын үҙгәртеү ҡулланыласаҡ.