Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөйөү һәм тоғролоҡ өсөн
Һөйөү һәм  тоғролоҡ өсөн Башҡаларға өлгө, бер-береһенә тоғро һәм мөхәббәтле булған, балаларына матур тәрбиә биргән, ауылдаштары алдында абруй ҡаҙанған ғаиләләрҙең береһе ул Юнысовтар. Ғаиләлә сәскәләй өс ҡыҙ һәм бер ул үҫтергән был парҙың бергә йәшәүенә 55 йыл тулған. Бәхетле ғаилә ауылда тәүгеләрҙән булып “Һөйөү һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Хәйбулла районының Һаҡмар-Наҙарғол ауылына килен булып төшкәненә Шәмсинур инәй һис тә үкенмәй.
– Бүреләрҙең араһына (Һаҡ­мар-Наҙарғол ауылын халыҡ Бүре ауылы тип йөрөтә. – Авт.) килен булыуыма бик шатмын. Ҡартым менән татыу ғүмер кисерҙек, ошоғаса күпләп бал ҡорттары тоттоҡ. Балаларҙың барыһы ла башлы-күҙле булып үҙ ғаиләләре менән ситтә йәшәһә лә, атай йортон һыуытмай һәр саҡ килеп тора, ярҙам итә.
Беҙ барғанда Өфөлә йәшәгән Радик улы менән Сәриә килене ата-әсәһенә ярҙамлашырға ҡайт­ҡайны. “Ҡәйнәм менән ҡай­ным – иҫ китмәле яҡшы кеше­ләр. Улар – беҙгә терәк, ярҙам­сы, кәңәшсе. Балалары­быҙҙы үҫтере­шеүгә ҙур өлөш индер­ҙеләр. Ҡасан ҡайтһаҡ та, һәр саҡ өҫтәл тулы һый. Алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алалар, ҡәҙерләп оҙаталар”, – ти Ырымбур өлкә­һе­нән төшкән килендәре.
Бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай Юнысовтар. Кәртә тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Яратҡан шөғөл­дәре ҡортсолоҡто ла ташламаған улар, бөгөн 11 умарта тотоп, бал ҡорттары менән мәж киләләр.
Бәхетле парҙың 11 ейән-ейәнсәре, өс бүлә-бүләсәре бар. Тиҙҙән уларҙың затын тулыландырып йәнә яңы сабый донъяға киләсәк. Бына ошондай матур ғаилә йәшәй Һаҡмар-Наҙарғол ауылында. Үҙҙәренсә ҡарттарса ғүмер итеп, йәштәрсә донъя көтөп, ауылдаштарына өлгө булып тора улар.



Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә