Башҡаларға өлгө, бер-береһенә тоғро һәм мөхәббәтле булған, балаларына матур тәрбиә биргән, ауылдаштары алдында абруй ҡаҙанған ғаиләләрҙең береһе ул Юнысовтар. Ғаиләлә сәскәләй өс ҡыҙ һәм бер ул үҫтергән был парҙың бергә йәшәүенә 55 йыл тулған. Бәхетле ғаилә ауылда тәүгеләрҙән булып “Һөйөү һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.Хәйбулла районының Һаҡмар-Наҙарғол ауылына килен булып төшкәненә Шәмсинур инәй һис тә үкенмәй.
– Бүреләрҙең араһына (Һаҡмар-Наҙарғол ауылын халыҡ Бүре ауылы тип йөрөтә. – Авт.) килен булыуыма бик шатмын. Ҡартым менән татыу ғүмер кисерҙек, ошоғаса күпләп бал ҡорттары тоттоҡ. Балаларҙың барыһы ла башлы-күҙле булып үҙ ғаиләләре менән ситтә йәшәһә лә, атай йортон һыуытмай һәр саҡ килеп тора, ярҙам итә.
Беҙ барғанда Өфөлә йәшәгән Радик улы менән Сәриә килене ата-әсәһенә ярҙамлашырға ҡайтҡайны. “Ҡәйнәм менән ҡайным – иҫ китмәле яҡшы кешеләр. Улар – беҙгә терәк, ярҙамсы, кәңәшсе. Балаларыбыҙҙы үҫтерешеүгә ҙур өлөш индерҙеләр. Ҡасан ҡайтһаҡ та, һәр саҡ өҫтәл тулы һый. Алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алалар, ҡәҙерләп оҙаталар”, – ти Ырымбур өлкәһенән төшкән килендәре.
Бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай Юнысовтар. Кәртә тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Яратҡан шөғөлдәре ҡортсолоҡто ла ташламаған улар, бөгөн 11 умарта тотоп, бал ҡорттары менән мәж киләләр.
Бәхетле парҙың 11 ейән-ейәнсәре, өс бүлә-бүләсәре бар. Тиҙҙән уларҙың затын тулыландырып йәнә яңы сабый донъяға киләсәк. Бына ошондай матур ғаилә йәшәй Һаҡмар-Наҙарғол ауылында. Үҙҙәренсә ҡарттарса ғүмер итеп, йәштәрсә донъя көтөп, ауылдаштарына өлгө булып тора улар.