Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ауыл балаһының тәбиғәткә сыҡҡаны
Ауыл балаһының тәбиғәткә сыҡҡаны ...Бер-беребеҙгә ҡарашып ҡатып ҡалғанбыҙ. Кем әйтә, кем тәҡдим итә... Үҙем баҙнат итәм.
– Ней, ағай, әйҙә әле, Ҡуҡрауыҡ шарлауығын барып күрәйек, 30 километр ғына алыҫлыҡта ята, бер шунда йыйынған да юҡ.
Китә ағай туҙынып.
– Нимәһен барып күрәһең уның?! Колхоз заманында мал тауҙарҙа йәйләүҙә ятҡанда трактор менән янынан мең тапҡыр үттем.
– Ә туҡтап тирә-яғын, тәбиғәтен ҡараныңмы һуң? Шишмәһенән һыу уртланыңмы?
– Ҡайҙа, ти, ваҡыт бар инеме ни?..
Ваҡыт тигәс, юҡҡа ныҡышҡаныбыҙҙы төшөндөрөргә тырышып, ағайым:
– Аптыратмағыҙ тим, бесән-эш мәле, – тип өҫтәп ҡуя.
– Һарай ҡыйығын тултырҙыҡ бит инде, эҫкерт тә ҡойҙоҡ...



Ҡуҡрауыҡты күргәнең бармы?

Ни өсөн ятаһың бер үк һауаға ҡарап? Күнә бит тәки. Һәм бына ҡарындаштарым, кейәү-килендәр, ейән-ейәнсәрҙәр менән машиналарҙа елдерәбеҙ. Салонда дәртле йыр яңғырай:
Теләгән ереңде күрмәүең –
һинең ғәйеп,
Ышанма тормошҡа, үткәнгә биреп
хәйер.
Үҙеңдән башҡалар бирмәҫтәр һиңә
яуап,
Ни өсөн ятаһың бер үк һауаға ҡарап?
Мәғәнәле генә итеп ағайға ҡарап алам. Йәнәһе лә, ана бит йырҙа ла хатта бер бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә саҡыралар.
– Шулай инде, – ти атай урынына таяныс булып ҡалған туғаным. – Ауылда тороп та тәбиғәтте күрмәйһең, йылына бер тапҡыр һыу төшөргә лә ваҡыт юҡ...
Дөрөҫөн әйткәндә, һин дә мин, Мөхәммәт тә Сәлим тигәндәй, туғандар араһынан кем теләй – шуларҙы ғына ултыртып, инәлмәй-ялбармай сыҡ та кит. Тик яныңда хис-тойғоңдо һөйләр, тәбиғәткә һоҡланыуыңды бүлешер кеше булмағас, сәйәхәттән ни мәғәнә! Һәр хәлдә, минеңсә. Ғөмүмән, ял күмәкләп-бергәләп ял иткәндә генә үҙ көсөнә инәлер (әлбиттә, бында эскелек хаҡында һүҙ алып бармайым).
...Алда – Маҡар ауылы. Береһенән-береһе күркәм йорттар ҡаршы ала беҙҙе, кемдер бесән өйә, бәғзеләр таҡта яра, йорт-ҡураһын йүнәтә – тормош гөрләй. Ә тирә-яғын ниндәй гүзәллек һуң уратып алған! Мәғрур ҡаялар, урмандар!

Бында һиңә
Ҡытай түгел шул

Һоҡланып килеү оҙаҡҡа бармай – тәгәрмәс шартлай. Әллә алда башланыр соҡор-саҡырлы юлды уйлап, шулай ҡурҡтымы “тимер ат”ым? Хәйер, ҡолғаналар, ана, яңы юл һалынмаҫ элек ошо соҡор-саҡырҙан күпме үтте, ниңә ҡурҡырға?!
Ыңғай ғына башланған сәйәхәт шулай көтмәгәндә өҙөлөрмө инде – кисә артҡыһы тишелгәс, запас тәгәрмәсте лә ҡуйғайным, ҡалаға барғансы бер ни булмаҫ әле тип ышаныслы ғына йөрөп ятҡанда, бына ҡайҙа терәтеп ҡуя ул яуапһыҙлыҡ. Аҙағыраҡ... Һуңыраҡ... Бер көнлөк юлға сыҡһаң, биш көнлөк итеп әҙерләнеү зарур шул, бигерәк тә сәйәхәт иткәндә.
Аптырап ултырғанда, ер аҫтынан пәйҙә булдылармы ни, янға ике әзмәүерҙәй егет килеп баҫты. Ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырғандай, ғәҙәттәгесә, былар машина йүнәтергә өйрәтә башларҙармы тиһәм... “Минең өйҙә резина бар, кәрәк булһа алып тороғоҙ”, – тине береһе (бына ҡайҙа ул ихласлыҡ – тәү күргән кешегә әйбереңде бир ҙә ебәр!). Шунан мәғәнәле итеп өҫтәп ҡуя: “Йосопов Камил ағайҙың өйөндә тәгәрмәс йүнәтеү цехы бар, үҙәк урамда юл өҫтөндә генә”. Ауылда шиномонтаж? Һүҙҙе шунан башламай!
Дөрөҫөн әйткәндә, ошо ауыл, шул урам аша хеҙмәт бурысы менән йылына аҙ тигәндә лә ике-өс тапҡыр үтергә тура килә, ә бына кәрәкле яҙыуға башыңа төшкәс кенә иғтибар итә башлайһың икән. Күрәһең, уратып алған матурлыҡҡа ла шундай уҡ мөнәсәбәттәбеҙ. Хәйер, быныһы хаҡында алдараҡ.
Тәгәрмәсте һүтеп, икенсе машинала Камил ағайға “һә” тигәнсә барып та етәбеҙ. Цех хужаһы эш менән булған арала уның ҡылын тартам: отош­ломо ауылда бындай эш асыу? Ҡыйын түгелме?
– Ҡорамалдарҙы ҡайтартҡанға өс йыл булып килә инде. Әлбиттә, яҙлы-көҙлө тәгәрмәс алмаштырған мәлдәрҙә хатта сират йыйылып китә. Уның ҡарауы, ҙур ауыл булғас, йәйен дә эшһеҙ ултырмайбыҙ. Бынан тыш, Бөрйән яғына киткән юл янында йәшәйбеҙ, күрше ауылдар бар, – ти Камил ағай тәгәрмәскә тын тултырған ыңғай.
...Саң туҙҙырып, 40 градустан артҡан эҫелә йәнә юлдабыҙ. Тик Ҡуҡрауыҡ менән осрашыу тағы бер сәғәткә кисектерелә – был юлы апайымдың сит ил машинаһы сағыу ҡояш нурҙарына түҙә алмай. Бында һиңә Ҡытай түгел шул – Башҡортостан! Йәйен – плюс 40, ҡышын – минус 40. Сифат талап ителә. Шул саҡ йәнә ошо юлдан йөрөүсе ҡолғаналар иҫкә төшә. Хәйер, бер ҡыйындың бер рәхәте – ниндәй гүзәллектә йәшәйбеҙ – тирә-яҡҡа ҡарап ошондай уйҙар килә, бүтәндәр нисек машинаны йүнәтергә тип баш ватҡан арала. Һе, бына ниндәй һынауҙар ҡуя юл йөрөү: тирә-яҡта ауыл юҡ – шау тәбиғәт тә беҙ. Таныш автойүнәтеүселәрҙән тиктомалға “антиугон” тигән яҙыу ниңә пәйҙә булғанын һорарға телефон тотмай. Ҡайғырырғамы быға, әллә тәбиғәт менән икәүҙән-икәү ҡалғанға шатланырғамы?

Һеҙ ҡайҙан? Питерҙан!

Уҡлығая яланы күптән артта, алда – Кәлимосҡан ҡаяһы, Салауат Юлаев мәмерйәһе. Мәмерйә тигәндән, милли батырыбыҙ унда бер ҡасан да булмаған, бары тик Салауат Юлаев хаҡында фильм төшөрөлгән. Уның ҡарауы, ҡая ла, мәмерйә лә тетрәндерә, күңелде ғәҙәти булмаған хистәр биләй. Бейеклеге, ҡарап торһаң, әл-лә-лә!
Ул тиклем эскә инеп булмаһа ла, һалҡын һәм ҡараңғы мәмерйә хуш килә күңелгә – һөйләшә-көлөшә машиналар янына атлайбыҙ. Шул саҡ иғтибарҙы һәүәҫкәр тауға үрмәләүселәр (альпинистар) йәлеп итә.
– Һеҙ ҡайҙан? – тип төпсөнәбеҙ.
– Мәскәүҙән, – ти йәштәр. – Бына ҡаяға үрмәләйбеҙ ҙә артабан Ҡуҡрауыҡ тигән йылғаны барып күрәбеҙ!
– Ҡайҙан белдегеҙ? – тигән булам, яуапты алдан төҫмөрләһәм дә.
– Интернеттан.
– Йыш йөрөйһөгөҙмө?
– Башҡортостанға ғына түгел, беҙ төрлө ергә сәйәхәт итәбеҙ. Һеҙҙең тәбиғәт айырыуса кинәнес тыуҙыра, тик гидтар булһа, тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ, – тип йылмая ҡунаҡтар.
Шул саҡ иртән ағайҙы саҡ күндергән мәл күҙ алдына килә. Кеше Мәскәүҙән килеп етә, беҙ 30 саҡрым араны үтә алмайбыҙ. Был хаҡта иҫкә төшөрөргә ауыҙҙы асып та өлгөрмәйем, ағай:
– Беҙ ҙә Мәскәүҙәге һымаҡ эш хаҡы алһаҡ, сәйәхәт итеп кенә тик йөрөр инек, – тип уны “шап” итеп яптырып та ҡуя. Ярай әле, артыҡ сығымһыҙ ғына ял итергә була...
Етеп киләбеҙ. Ҡаяларҙы Ҡуҡрауыҡ йылғаһы оҙата, уға шарлауыҡтан һыу ҡойола. Машина туҡтау менән йомшаҡ һауа башты әйләндерә. Ә шарлауыҡтағы һыу бөтөнләй илертә һымаҡ. Туйғансы... Танһыҡ ҡанғансы... Хушһынғансы... Күр... Эс... Һоҡлан...
Тәбиғәтте күҙәткән арала янға велосипедта бер ир килеп туҡтай. Һаулыҡ һорашыу менән ҡайҙан икәнлеген ҡыҙыҡһынам.
– Стәрлетамаҡтан киләм, шулай “ике тәгәрмәстә” генә сәйәхәт ҡылам, – ти ул. Уның менән велосипедта йөрөү файҙаһы хаҡында фәлсәфәүи әңгәмә ҡорған арала беҙ һоҡланған шарлауыҡты эҙләп, машинала йәнә бер пар килеп туҡтай. Саңға батып бөткән автомобилдә “198-се” төбәк билдәһе генә ялтырай. Ул да булмай йәйәүлеләргә лә тап булабыҙ. Миңә ҡалһа, былары бөтөнләй арттырған – Белореттан йәйәүләп сәйәхәткә сыҡҡандар!
Сәйәхәт тигәндән, яңы таныштар менән аралашҡан арала апайым былай тип ысҡындыра:
– Сочиҙа булдым, Абхазияға барҙым, Төркиәлә ял иттем... ошо йәшкә етеп, өс тиҫтә саҡрым алыҫлыҡтағы матурлыҡты ниңә күрмәнем икән?!
...Тамам азатлыҡҡа сыға күңел. Һыуға һоҡланыу менән генә хушһынмай, юл аша бейек ҡаяға тартыла. Килә-килә телмәрендә “бесән”, “һыйыр” һүҙҙәре һирәгәйгән ағай был юлы үҙе башлап менә. Бер мәлгә генә тәбиғәт ауыл балаһын да әсир итә былай булғас! Һиҙә шул күңел. Ҡаяларға үрмәләгән һайын үҙебеҙҙе азат тоя барабыҙ. Телефондан, ығы-зығылы ҡала тормошонан, бесәндән...
...Сәйәхәт күптән тамам. Өйҙә яландан алып ҡайтҡан мәтрүшкәне бешереп, бал-ҡаймаҡлап сәй эсәбеҙ, Башҡорт­останда туризм үҫешенә кәртә булған күренештәр һәм сәйәхәт итер өсөн күпме табыш алып йәшәү хаҡында бәхәс­ләшәбеҙ. Шул саҡ кемдер: “Әйҙәгеҙ, киләһе аҙнала күмәкләп Нөгөш яҡтарына барып ҡайтайыҡ”, – тип ысҡындыр­маһынмы. Барыһы ла ағайым яғына боролоп ҡарай...










Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә