Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » САКАТЕКАС – ӨФӨ
САКАТЕКАС – ӨФӨ “Бөтә донъя фольклориадаһы-2016” уҙғарылған Мексиканың Сакатекас ҡалаһындағы махсус төҙөлгән концерт майҙансыҡта­рында аҙна буйы донъяның 50-нән ашыу иленән килгән ижади коллективтар сығыш яһаны.

Башҡортостан артистарының тәүге концерты ҡаланың тарихи үҙәге – Бисентанарио исемендәге паркта үтте. Беренсе булып сәхнәгә Австрия, унан һуң Канада һәм Словакия артистары сыҡты. Хис-тойғоға бай мексикандар һәм күп һанлы туристар һәр коллективты көслө алҡыштар менән ҡаршыланы. Әммә “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө башҡарыуында ҡурай моңо ағыла башлағас, тамашасылар тынып ҡалды. Башҡорт халҡының тарихы хаҡында моңланып һөйләгән ябай ҡурай, әйтерһең дә, барыһын да арбаны.
САКАТЕКАС – ӨФӨФәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуындағы башҡорт ырыуҙары башлыҡтарын сағылдырған “Тархандар” бейеүе берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Ғорур егеттәрҙән һуң сәхнәгә башҡорт һылыуҙары сыҡты. “Ете ҡыҙ” бейеүенең аҙағында ҡыҙҙар тамашасыларға бер мәлгә генә ҡараш ташлағас, майҙан көслө алҡыштарға күмелде. Еҙ үксә тауышын ҡумыҙ, ҡурай моңо алмаштырҙы.
Беҙҙең коллективтар тамашасы йөрәгенә асҡыс тапты, уларҙы оҙаҡ сәхнәнән сығармай тоттолар, аяғүрә алҡышланылар, “Башҡортостан! Башҡортостан!” тип ҡысҡырҙылар. Хатта хисләнеп киткән алып барыу­сы ла башҡортса бер нисә һүҙ әйтте. Был кистә алыҫ Башҡортостан мексикандар өсөн бик яҡын һәм туғандаш төбәккә әүерелде.
Байрамдың һуңғы көнөндә Фольклориадала ҡатна­шыусы­ларҙың парады ойошторолдо. Бөтә илдәрҙең вәкилдәре Идальго урамынан үтеп, Армас майҙанына килде. Тамашасылар яратҡан артистарын танып, улар менән һаулыҡ һорашты, фотоға төштө. Ете көн дауам иткән фестивалдә ҡатнашыусылар берҙәм ғаиләгә әүерелде.
Парадтан һуң йомғаҡлау гала-концерты үтте. Сәхнәлә беренсе булып Мексиканың “Мариачи” ансамбле, унан һуң Фольклориада вәкилдәре сығыш яһаны. “Калинка” көйөнән һуң майҙанға Башҡор­тостан артистары сыҡты. Сакатекас штаты губернаторы Мигель Алонсо ҡурай моңоноң, башҡорт бейеүҙәренең үҙен әсир итеүе хаҡында белдерҙе.
Бөтә донъя фольклориада флагын Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә тапшырыу иң тулҡын­ландырғыс мәл булғандыр, моғайын. Республикабыҙҙың рәсми делегацияһы, Халыҡ-ара традицион сәнғәт һәм фольклор фести­валдәрен ойоштороу советы һәм Сакатекас штаты етәкселәре сәхнәгә сыҡты.
– Һоҡланғыс халыҡ-ара ижад байрамы менән бер ҙә хушлашҡы килмәй, – тине Мигель Алонсо. – Әммә сараның дүрт йылдан Өфөлә дауам итеүе ҡыуаныслы.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатна­шыусыларҙы инглиз, рус, испан һәм башҡорт телдәрендә сәләмләне. “Киләһе фестивалде күп милләтле һәм күп мәҙәниәтле Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфө ҡабул итә. Беҙ бының менән сикһеҙ ғорурланабыҙ”, – тине ул. Салауат Сәғитов барыһын да ҡурай моңо ағылған гүзәл төбәккә саҡырҙы.




Автор: Гәүһәр БАТТАЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә