“Бөтә донъя фольклориадаһы-2016” уҙғарылған Мексиканың Сакатекас ҡалаһындағы махсус төҙөлгән концерт майҙансыҡтарында аҙна буйы донъяның 50-нән ашыу иленән килгән ижади коллективтар сығыш яһаны. Башҡортостан артистарының тәүге концерты ҡаланың тарихи үҙәге – Бисентанарио исемендәге паркта үтте. Беренсе булып сәхнәгә Австрия, унан һуң Канада һәм Словакия артистары сыҡты. Хис-тойғоға бай мексикандар һәм күп һанлы туристар һәр коллективты көслө алҡыштар менән ҡаршыланы. Әммә “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө башҡарыуында ҡурай моңо ағыла башлағас, тамашасылар тынып ҡалды. Башҡорт халҡының тарихы хаҡында моңланып һөйләгән ябай ҡурай, әйтерһең дә, барыһын да арбаны.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле башҡарыуындағы башҡорт ырыуҙары башлыҡтарын сағылдырған “Тархандар” бейеүе берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Ғорур егеттәрҙән һуң сәхнәгә башҡорт һылыуҙары сыҡты. “Ете ҡыҙ” бейеүенең аҙағында ҡыҙҙар тамашасыларға бер мәлгә генә ҡараш ташлағас, майҙан көслө алҡыштарға күмелде. Еҙ үксә тауышын ҡумыҙ, ҡурай моңо алмаштырҙы.
Беҙҙең коллективтар тамашасы йөрәгенә асҡыс тапты, уларҙы оҙаҡ сәхнәнән сығармай тоттолар, аяғүрә алҡышланылар, “Башҡортостан! Башҡортостан!” тип ҡысҡырҙылар. Хатта хисләнеп киткән алып барыусы ла башҡортса бер нисә һүҙ әйтте. Был кистә алыҫ Башҡортостан мексикандар өсөн бик яҡын һәм туғандаш төбәккә әүерелде.
Байрамдың һуңғы көнөндә Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың парады ойошторолдо. Бөтә илдәрҙең вәкилдәре Идальго урамынан үтеп, Армас майҙанына килде. Тамашасылар яратҡан артистарын танып, улар менән һаулыҡ һорашты, фотоға төштө. Ете көн дауам иткән фестивалдә ҡатнашыусылар берҙәм ғаиләгә әүерелде.
Парадтан һуң йомғаҡлау гала-концерты үтте. Сәхнәлә беренсе булып Мексиканың “Мариачи” ансамбле, унан һуң Фольклориада вәкилдәре сығыш яһаны. “Калинка” көйөнән һуң майҙанға Башҡортостан артистары сыҡты. Сакатекас штаты губернаторы Мигель Алонсо ҡурай моңоноң, башҡорт бейеүҙәренең үҙен әсир итеүе хаҡында белдерҙе.
Бөтә донъя фольклориада флагын Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә тапшырыу иң тулҡынландырғыс мәл булғандыр, моғайын. Республикабыҙҙың рәсми делегацияһы, Халыҡ-ара традицион сәнғәт һәм фольклор фестивалдәрен ойоштороу советы һәм Сакатекас штаты етәкселәре сәхнәгә сыҡты.
– Һоҡланғыс халыҡ-ара ижад байрамы менән бер ҙә хушлашҡы килмәй, – тине Мигель Алонсо. – Әммә сараның дүрт йылдан Өфөлә дауам итеүе ҡыуаныслы.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙы инглиз, рус, испан һәм башҡорт телдәрендә сәләмләне. “Киләһе фестивалде күп милләтле һәм күп мәҙәниәтле Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфө ҡабул итә. Беҙ бының менән сикһеҙ ғорурланабыҙ”, – тине ул. Салауат Сәғитов барыһын да ҡурай моңо ағылған гүзәл төбәккә саҡырҙы.