Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мөнәжәт менән йәнең имләрҙәр
Мөнәжәт менән йәнең имләрҙәр Элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре, мәсеттәре менән дан тотҡан Стәрлебаш ауылында мөнәжәт башҡарыу­сыларҙың “Иман нуры” асыҡ район конкурсы булды. “Яңғыҙ башҡарыу”, “Ансамблдәр” hәм “Балалар” номинацияларында үткәрелгән был конкурс совет осоронда тыйылып килгән боронғо музыкаль традицияны – дини шиғыр­ҙарҙы көйләп уҡыуҙы тергеҙеү маҡсатында икенсе тапҡыр үткәрелә. Конкурсанттар китап­тарҙан ятлап алған йәки үҙҙәре ижад иткән бәйет-мөнәжәттәрҙе яғымлы, шул уҡ ваҡытта тасуири итеп башҡарырға тырышты. Конкурста ҡатнашыу­сыларҙың иң йәшенә – туғыҙ, иң өлкәненә 92 йәш ине.
Мөнәжәттәрҙең моңо башҡаса. Уларҙы ярты тауыш, баҫалҡы төҫ менән (Алланан оло булырға ярамай!) боронғо дини китаптарҙы уҡыған кеүек көйләргә кәрәк. Ярыш бик көсөргәнешле булды: “Балалар” номинацияhында III урынға – Азалия Ғиззәтуллина, II – Ирәндек Дәүләтйәров, ә I урынға 9 йәшлек Регина Ғәлиева лайыҡ булды. Ансамблдәр араhында III урынды – “Ҡуғанаҡҡай”, II урынды – күрше Фёдоровка районынан килгән “Ағинәйҙәр ҡоро” ансамбле, I урынды Айҙарәле ауылынан “Балҡыш” ансамбле яуланы.
Яңғыҙ башҡарыусы оҫталар күп булғанға күрә, hәр урынды бер нисә кешегә биреү кәрәкле тип табылды.
Шулай итеп, III урынды Зөлхизә Әсәҙуллина, Хәлил Хәкимов hәм Люциә Байназаровалар уртаҡ­лашты, II урын Фирүзә Ғайсина, Зөлфирә Булатова, Нәжиә Бай­тимероваларға бирелде, ә инде Iурынды Рәйлә Заманова яуланы. Гран-при хаҡлы рәүештә әсәле-уллы Фирүзә менән Морат Иҫән­суриндарға тапшырылды. Улар башҡарған “Улыма” мөнәжәте өлкән быуындың йәштәргә дуҫлыҡ hәм дошманлыҡ, яҡшылыҡ hәм яман­лыҡ кеүек әхлаҡи ҡиммәттәргә ҡағылған аҡыл-кәңәш, өгөт-нәсихәте булып яңғыраны. Бөтә конкур­санттарға ла дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Киләсәктә был конкурсты республика кимәленә сығарыу күҙ уңында тотола.
Шулай уҡ бәйгелә ҡатна­шыу­сылар һәм теләк белде­реүселәрҙең барыһы өсөн дә мөнәжәт баш­ҡарыу үҙенсә­лектәре тура­һында семинар уҙғарылды. Уны баһалама ағзалары Гөлназ Ғәлина менән Радик Динәхмәтов үткәрҙе.



Автор: Г. САМАТОВА. Район: Стәрлебаш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә