Элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре, мәсеттәре менән дан тотҡан Стәрлебаш ауылында мөнәжәт башҡарыусыларҙың “Иман нуры” асыҡ район конкурсы булды. “Яңғыҙ башҡарыу”, “Ансамблдәр” hәм “Балалар” номинацияларында үткәрелгән был конкурс совет осоронда тыйылып килгән боронғо музыкаль традицияны – дини шиғырҙарҙы көйләп уҡыуҙы тергеҙеү маҡсатында икенсе тапҡыр үткәрелә. Конкурсанттар китаптарҙан ятлап алған йәки үҙҙәре ижад иткән бәйет-мөнәжәттәрҙе яғымлы, шул уҡ ваҡытта тасуири итеп башҡарырға тырышты. Конкурста ҡатнашыусыларҙың иң йәшенә – туғыҙ, иң өлкәненә 92 йәш ине.Мөнәжәттәрҙең моңо башҡаса. Уларҙы ярты тауыш, баҫалҡы төҫ менән (Алланан оло булырға ярамай!) боронғо дини китаптарҙы уҡыған кеүек көйләргә кәрәк. Ярыш бик көсөргәнешле булды: “Балалар” номинацияhында III урынға – Азалия Ғиззәтуллина, II – Ирәндек Дәүләтйәров, ә I урынға 9 йәшлек Регина Ғәлиева лайыҡ булды. Ансамблдәр араhында III урынды – “Ҡуғанаҡҡай”, II урынды – күрше Фёдоровка районынан килгән “Ағинәйҙәр ҡоро” ансамбле, I урынды Айҙарәле ауылынан “Балҡыш” ансамбле яуланы.
Яңғыҙ башҡарыусы оҫталар күп булғанға күрә, hәр урынды бер нисә кешегә биреү кәрәкле тип табылды.
Шулай итеп, III урынды Зөлхизә Әсәҙуллина, Хәлил Хәкимов hәм Люциә Байназаровалар уртаҡлашты, II урын Фирүзә Ғайсина, Зөлфирә Булатова, Нәжиә Байтимероваларға бирелде, ә инде Iурынды Рәйлә Заманова яуланы. Гран-при хаҡлы рәүештә әсәле-уллы Фирүзә менән Морат Иҫәнсуриндарға тапшырылды. Улар башҡарған “Улыма” мөнәжәте өлкән быуындың йәштәргә дуҫлыҡ hәм дошманлыҡ, яҡшылыҡ hәм яманлыҡ кеүек әхлаҡи ҡиммәттәргә ҡағылған аҡыл-кәңәш, өгөт-нәсихәте булып яңғыраны. Бөтә конкурсанттарға ла дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Киләсәктә был конкурсты республика кимәленә сығарыу күҙ уңында тотола.
Шулай уҡ бәйгелә ҡатнашыусылар һәм теләк белдереүселәрҙең барыһы өсөн дә мөнәжәт башҡарыу үҙенсәлектәре тураһында семинар уҙғарылды. Уны баһалама ағзалары Гөлназ Ғәлина менән Радик Динәхмәтов үткәрҙе.