Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шайтан ҡотортто
Шайтан ҡотортто Мөтәвәлиҙең бирсәткә кеүек машина алыштырыуы тиҫтәгә тулды. “Машина ене” ҡағылған, ти дуҫтары уның хаҡында. “Тимер ат”тың да ниндәйе бит әле, иң шәп “иномарка”, өр-яңы. Мөтәвәли уйланып торҙо: машина яңырҙы ла ул. Ә бит ҡатыны гел элекке – күҙ көйөгө кеүек ҡаршыһында тора, тамам ғарыҡ булды ул үҙенең Гөлзәминәһенән. “Ҡатынды ла йәшкә алыштырһам, нисек булыр икән?” – тип тағы бер тапҡыр уйлап ҡуйҙы.

Ана бит, алтмыш йәшендә Рәвис йәш кәләш алды. Етмәһә, уныһы малай ҙа табып бирҙе үҙенә. Ҡарпыш Ҡолаҡ Әхтәриҙе лә йәш кәләш алған тип һөйләйҙәр тағы, ысын булһа. Ана, исмаһам, беҙҙең бабайҙар заманында йәшәп күрһәткән. Байлығың бар икән, көс-ҡөҙрәтеңдән килә икән – шунда бер юлы биш ҡатын менән тормай­һыңмы, суд та, чурт та юҡ, шәриғәт шулай ҡушҡан. Айырылышам тиһәң дә, суд юлында йөрөйһө юҡ, урамға сығып өс тапҡыр “талаҡ” тип ҡысҡыр­ғандар ҙа шуның менән вәссәләм! Ул кемдән кәм әле, өйләнергә тек өйләнергә!
Күҙ көйөгө ҡатынын ино­маркаһына ултыртты ла елдереп әсәһенә илтте лә ҡуйҙы. “Мужыт килеп тә алырмын әле, һағынһам”, – тигәс, әбейе күҙен аҡайтып бер генә ҡараны.
Ә йәш кәләш табыу бө­төнләй пүстәк эш икән, эҙләп тораһы ла юҡ, аҡсаң ғына булһын. Нәҡ шулай булды ла, бер сибәркәй Мөтә­вәлиҙе үҙе эҙләп тапты. Бик тә сибәр, ҡарап ҡына торорлоҡ был “ҡурсаҡ”ҡа: оҙон ботло, нескә билле, оҙон керпекле, ул түш тирәләре. Ҡойоп ҡуйған Барби үҙе инде. Кейәүҙә лә өс кенә тапҡыр булған. “Ярар, – тине Мөтәвәли, – уның ҡарауы, бөтөн нәмәне лә үҙе беләлер, өйрәтеп тораһы булмаҫ”. Был ”Барби” менән Мөтәвәли беренсе аҙнаны шундай шәп, зерә күңелле йәшәне. Көн дә ҡунаҡта, ресторанда булдылар. Ә икенсе аҙнала ҡы­йынлыҡтар башланып китте инде, егеттәр! Сер итеп кенә әйтеүе, ашарға бөтөнләй бешерә белмәй икән. Кер йыуыу, үтекләү, өй йыйыш­тырыуҙы бөтөнләй ҙә күр­мәгән.
– Мин бысраҡ эш эшләргә кейәүгә сыҡманым, – тине ирендәрен турһайтып “Барби”.
Ас ирҙән яҡшы тун алыуҙы талап итте. Мөтәвәлиҙең тамам күңеле ҡырылды. Ас кешенең асыуы яман тигәндәй, ҡулын ғына күтәрҙе баш өҫтөнә, һуғып маташманы ла ул. Урамға сығып йүгереп өлгөрҙө “Барби” ҡурсағы.
Беҙҙә ҡатын-ҡыҙ затына ҡул күтәреүсегә шунда уҡ язаһы ла бирелә. Ҡайһы арала ике тәртип һаҡсыһы килеп тә керҙе, Мөтәвәлиҙең ҡулдарын бығау­лап, “ҡаҙна йорто”на алып та китте. Ун биш тәүлек ултырып та сыҡты бисара. Һуҡмаған да ине бит, юғиһә. Етмәһә, төрмәнән сығыуына оҙон керпекле фәрештә шып-шыр стеналар­ҙан башҡа бер ни ҡал­дырмаған, барын тейәп эҙен һыуыт­ҡан булып сыҡты.
Мөтәвәлигә бер генә юл ҡалды. Ауылға ҡайтып, Гөлзәминәнең аяғына йы­ғылыу. Шайтан ҡоторт­ҡан­дыр, тиер, кисер мине, яңы­лыш­тым, тиер. Бәл­ки, ғәфү ҙә итер әле.
Гөлзәминәнең үҙенә кил­гәндә, ирем ташланы тип аптырап ҡал­маны. Типһә тимер өҙөрлөк ауыл егетен үҙенә ҡаратты ла ҡуйҙы. Ә ниңә ҡаратмаҫҡа, сибәрлеге тулған айҙай, егәрлелеге, уңғанлығы таң ҡалырлыҡ. Төкөрҙө ул Мөтәвәлиҙең байлығына! Ауыл егете менән емертеп донъя көтөп яталар. Мөтәвәли уйла­ған­са эшләне лә: ихатанан килеп кереү менән Гөлзәминәгә йәбеште.
– Һин әсәйең ҡанаты аҫтында йылынып, рәхәтләнеп ятаһың. Мин ас килеш ҡалала япа-яңғыҙым интегәм. Йыйын хәҙер үк! – тип бойорҙо.
Гөлзәминә, бер ҙә иҫе китмәйенсә:
– Ишеттек инде йәш кәләш менән типтереп йәшәп ятыуың­ды. Күҙҙән юғал, һыпырт, Мөтәү, юҡһа, иремде саҡырам, – тине.
Шул саҡ көслө ҡулдар Мөтәвәлиҙе сүплек башына ырғытты. Бик оҙаҡ осҡан кеүек тойолдо уға.
Билдәле инде, этлеккә ҡаршы этлек менән яуап биреп, был алыш Гөлзәминәнең еңеүе менән тамамланды, сөнки уның йәш ире һабантуй батыры ине.
Мөтәвәли балнис койкаһын­да ғына аңына килде. Оҙаҡ уйланып ятаһы бар әле уның. Биш ҡабырғаһы, уң ҡулы һынған икән. Мөтә­вәлиҙең сер итеп кенә һеҙгә әйтәһе һүҙҙәре лә бар әле, егеттәр! Шайтан ҡотортоуы менән яңылышып, минең көнгә төшә күрмәгеҙ, тиеүе уның. Шайтан ҡо­тортҡас, бер ни эшләй алмайһың шул. Кеше ҡуян ҡыуа тип, әҙәм көлкөһөнә, әҙәм мәсхәрәһенә ҡалды бит ул. Бисә алмаштырыу машина ише генә түгел шул.








Автор: Гөлнур ҒИЗЗӘТУЛЛИНА. Район: Күмертау ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә