Мөтәвәлиҙең бирсәткә кеүек машина алыштырыуы тиҫтәгә тулды. “Машина ене” ҡағылған, ти дуҫтары уның хаҡында. “Тимер ат”тың да ниндәйе бит әле, иң шәп “иномарка”, өр-яңы. Мөтәвәли уйланып торҙо: машина яңырҙы ла ул. Ә бит ҡатыны гел элекке – күҙ көйөгө кеүек ҡаршыһында тора, тамам ғарыҡ булды ул үҙенең Гөлзәминәһенән. “Ҡатынды ла йәшкә алыштырһам, нисек булыр икән?” – тип тағы бер тапҡыр уйлап ҡуйҙы.Ана бит, алтмыш йәшендә Рәвис йәш кәләш алды. Етмәһә, уныһы малай ҙа табып бирҙе үҙенә. Ҡарпыш Ҡолаҡ Әхтәриҙе лә йәш кәләш алған тип һөйләйҙәр тағы, ысын булһа. Ана, исмаһам, беҙҙең бабайҙар заманында йәшәп күрһәткән. Байлығың бар икән, көс-ҡөҙрәтеңдән килә икән – шунда бер юлы биш ҡатын менән тормайһыңмы, суд та, чурт та юҡ, шәриғәт шулай ҡушҡан. Айырылышам тиһәң дә, суд юлында йөрөйһө юҡ, урамға сығып өс тапҡыр “талаҡ” тип ҡысҡырғандар ҙа шуның менән вәссәләм! Ул кемдән кәм әле, өйләнергә тек өйләнергә!
Күҙ көйөгө ҡатынын иномаркаһына ултыртты ла елдереп әсәһенә илтте лә ҡуйҙы. “Мужыт килеп тә алырмын әле, һағынһам”, – тигәс, әбейе күҙен аҡайтып бер генә ҡараны.
Ә йәш кәләш табыу бөтөнләй пүстәк эш икән, эҙләп тораһы ла юҡ, аҡсаң ғына булһын. Нәҡ шулай булды ла, бер сибәркәй Мөтәвәлиҙе үҙе эҙләп тапты. Бик тә сибәр, ҡарап ҡына торорлоҡ был “ҡурсаҡ”ҡа: оҙон ботло, нескә билле, оҙон керпекле, ул түш тирәләре. Ҡойоп ҡуйған Барби үҙе инде. Кейәүҙә лә өс кенә тапҡыр булған. “Ярар, – тине Мөтәвәли, – уның ҡарауы, бөтөн нәмәне лә үҙе беләлер, өйрәтеп тораһы булмаҫ”. Был ”Барби” менән Мөтәвәли беренсе аҙнаны шундай шәп, зерә күңелле йәшәне. Көн дә ҡунаҡта, ресторанда булдылар. Ә икенсе аҙнала ҡыйынлыҡтар башланып китте инде, егеттәр! Сер итеп кенә әйтеүе, ашарға бөтөнләй бешерә белмәй икән. Кер йыуыу, үтекләү, өй йыйыштырыуҙы бөтөнләй ҙә күрмәгән.
– Мин бысраҡ эш эшләргә кейәүгә сыҡманым, – тине ирендәрен турһайтып “Барби”.
Ас ирҙән яҡшы тун алыуҙы талап итте. Мөтәвәлиҙең тамам күңеле ҡырылды. Ас кешенең асыуы яман тигәндәй, ҡулын ғына күтәрҙе баш өҫтөнә, һуғып маташманы ла ул. Урамға сығып йүгереп өлгөрҙө “Барби” ҡурсағы.
Беҙҙә ҡатын-ҡыҙ затына ҡул күтәреүсегә шунда уҡ язаһы ла бирелә. Ҡайһы арала ике тәртип һаҡсыһы килеп тә керҙе, Мөтәвәлиҙең ҡулдарын бығаулап, “ҡаҙна йорто”на алып та китте. Ун биш тәүлек ултырып та сыҡты бисара. Һуҡмаған да ине бит, юғиһә. Етмәһә, төрмәнән сығыуына оҙон керпекле фәрештә шып-шыр стеналарҙан башҡа бер ни ҡалдырмаған, барын тейәп эҙен һыуытҡан булып сыҡты.
Мөтәвәлигә бер генә юл ҡалды. Ауылға ҡайтып, Гөлзәминәнең аяғына йығылыу. Шайтан ҡотортҡандыр, тиер, кисер мине, яңылыштым, тиер. Бәлки, ғәфү ҙә итер әле.
Гөлзәминәнең үҙенә килгәндә, ирем ташланы тип аптырап ҡалманы. Типһә тимер өҙөрлөк ауыл егетен үҙенә ҡаратты ла ҡуйҙы. Ә ниңә ҡаратмаҫҡа, сибәрлеге тулған айҙай, егәрлелеге, уңғанлығы таң ҡалырлыҡ. Төкөрҙө ул Мөтәвәлиҙең байлығына! Ауыл егете менән емертеп донъя көтөп яталар. Мөтәвәли уйлағанса эшләне лә: ихатанан килеп кереү менән Гөлзәминәгә йәбеште.
– Һин әсәйең ҡанаты аҫтында йылынып, рәхәтләнеп ятаһың. Мин ас килеш ҡалала япа-яңғыҙым интегәм. Йыйын хәҙер үк! – тип бойорҙо.
Гөлзәминә, бер ҙә иҫе китмәйенсә:
– Ишеттек инде йәш кәләш менән типтереп йәшәп ятыуыңды. Күҙҙән юғал, һыпырт, Мөтәү, юҡһа, иремде саҡырам, – тине.
Шул саҡ көслө ҡулдар Мөтәвәлиҙе сүплек башына ырғытты. Бик оҙаҡ осҡан кеүек тойолдо уға.
Билдәле инде, этлеккә ҡаршы этлек менән яуап биреп, был алыш Гөлзәминәнең еңеүе менән тамамланды, сөнки уның йәш ире һабантуй батыры ине.
Мөтәвәли балнис койкаһында ғына аңына килде. Оҙаҡ уйланып ятаһы бар әле уның. Биш ҡабырғаһы, уң ҡулы һынған икән. Мөтәвәлиҙең сер итеп кенә һеҙгә әйтәһе һүҙҙәре лә бар әле, егеттәр! Шайтан ҡотортоуы менән яңылышып, минең көнгә төшә күрмәгеҙ, тиеүе уның. Шайтан ҡотортҡас, бер ни эшләй алмайһың шул. Кеше ҡуян ҡыуа тип, әҙәм көлкөһөнә, әҙәм мәсхәрәһенә ҡалды бит ул. Бисә алмаштырыу машина ише генә түгел шул.