Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бала саҡ хыялына тоғро
Бала саҡ хыялына тоғро Атаһының көн һайын тиерлек погонындағы йондоҙҙарын ялтыратҡансы таҙартып, һәр саҡ оло тантанаға барған кеүек бөхтә, ыҫпай кейенеүен, аяҡ кейеменең таҙа булыуын бала саҡтан күреп үҫә ул. Артабан яҡын кешеһенең районда бик хөрмәтле һәм юғары вазифа биләүенә төшөнә. Милиция полковнигы Рәйес Усманов Әбйәлил районы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә.

Бәләкәйҙән атаһы кеүек милицияла эшләргә хыяллана Резеда, әммә ҡыҙының ауыр һәм яуаплы юлды һайламауын теләгән ата-әсә икенсе һөнәргә уҡырға кәңәш бирә. Ололарҙың һүҙен йыҡмай, күңеленә ятмаған уҡыу йортона инергә мәжбүр була ҡыҙ – Магнитогорск педагогия инс­титутын тамамлай. Шулай ҙа хыялының ҡасан да тормошҡа ашасағына күңеле менән ышан­ған Резеда Усманова физик һәм рухи яҡтан ныҡ булыу өсөн спорт секцияларында даими шөғөл­ләнә, водитель таныҡлығына уҡый.
Әйткәндәй, автомобиль йөрө­төүгә иң беренсе хоҡуҡ таныҡ­лығы 1898 йылда француз герцогиняһы Анна Юзеға би­релгән. Ә бөгөн автомобиль йөрөтмәгән ҡатын-ҡыҙҙы табыуы ҡыйын. Һәр өсөнсө гүзәл зат “ҡорос ат”ты ауыҙлыҡлап ҡына ҡалманы, ир-егеттәр менән бер рәттән юл хәрәкәте дәүләт инспекцияһында ла эшләй. Геройымдың да хыялы тормошҡа аша, 1997 йылда район эске эштәр бүлегендә хеҙмәт юлын башлай, 2007 йылдан – Әбйәлил район полицияһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре. Полиция капитаны Резеда Усманова – районда берҙән-бер “гаишник”. Юлдарҙа тәртип булһын өсөн күп көс түгергә тура килә нәзәкәтле ханымға. “Тотош ир-егеттәрҙән торған коллективта эшләүе еңелдән түгелдер, әллә гүзәл затҡа айырым ташламалар яһаламы?” тигән һорауыма: “Булып ҡуймаһын”, – тип йылмайҙы Резеда Рәйес ҡыҙы.
– Киреһенсә, ир-егеттәр ме­нән эшләү күпкә еңелерәк, улар менән үҙеңде ышаныслы тояһың, бер ваҡытта ла һине уңайһыҙ хәлгә ҡалдырмай, бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Беҙҙең бүлектә барлығы 19 хеҙмәткәр эшләй, төп бурысыбыҙ – юлдарҙа тәртип һәм именлекте һаҡлау, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, юл-транспорт фажиғәләрен булдырмау һәм уларҙы иҫкәртеү. Көн һайын иртәнсәк (ә тәүге экипаж юлға иртәнге сәғәт 7-лә ҡуҙғала) взвод өсөн инструктаж үткәрелә, инспекторҙарҙың тышҡы ҡиәфәтенә, формаһына, машинаһының төҙөк булыуына айырыуса иғтибар йүнәлтелә. Экипажда икешәр кеше, район­дың төрлө йүнәлеше буйынса юлға сығабыҙ.
Әйткәндәй, тап юл инспектор­ҙары районға тәүге тапҡыр килеүселәрҙе ҡаршылай, шун­лыҡтан улар водителдәр менән итәғәтле һөйләшергә, ни өсөн туҡтатыуҙары хаҡында ентекле мәғлүмәт бирергә, үҙе менән таныштырырға бурыслы, сөнки инспекторҙарҙың үҙен нисек тотошонан юлдағыларҙың район һәм уның халҡы тураһында тәүге тәьҫорат ҡалыусан. Был яҡтан уларға хәүефһеҙләнергә урын юҡ: юл инспекторҙары Әбйәлил намыҫына тап төшөрмәй, үҙ эшенә яуаплы ҡарай.
Эш урынында тап итеүебеҙгә ҡарамаҫтан, полиция капитаны Резеда Усманова журналистар менән аралашырға ваҡыт тапты.
– Беҙҙең хеҙмәт кешеләренә сыҙамлыҡ һәм сабырлыҡ кеүек һыҙаттарҙың булыуы мотлаҡ, шул уҡ ваҡытта психологик яҡтан тотороҡло булыуың да талап ителә. Хатта күп осраҡта яҡшы психолог булыу ҙа ҡамасауламай. Ҡайһы ваҡытта ҡот осҡос авария урынына тәүгеләрҙән булып барып етергә, яҡындарын юғалтыу осрағынан шок хәлендә ҡалыусыларҙы, әле кредиттарын да түләп бөтөлмәгән сит ил автомобилдәренең селпәрәмә килеп ятыуын күргән хужаларҙың ерҙе тырнап илауҙарын күреп, медицина хеҙмәткәрҙәре килеп еткәнсе, уларҙы мөмкин тиклем тынысландырырға тырышабыҙ. Ауыр саҡта йылы һүҙ, хәстәр­лекле ҡараш һәм ым да күп осраҡта тәүге ярҙамдарҙың береһенә әүерелеүе ихтимал. Һуңғы ваҡытта эскән килеш рулгә ултырыусыларҙың күбәйеүе, уларҙы беҙҙе күргәс тә, янындағы пассажирҙарҙы хәүеф урынына ҡуйып, ҡасырға маташыуҙары борсолдора. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмау төҙәтә алмаҫлыҡ ауыр фажиғәләргә килтереүен һәр кем аңлаһын ине. Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡ­лармын, тип юҡҡа әйтмәгән бит, – ти әңгәмәсем.
Ир-егеттәр араһында оҙаҡ йылдар эшләүенә ҡарамаҫтан, Резеда Усманова һәр саҡ мөләйем һәм алсаҡ ҡатын-ҡыҙ булып ҡала. Әбйәлил тарафтарына юлға сыҡҡанда, һеҙгә көләс йөҙлө, нәзәкәтле полиция капитаны Резеда Рәйес ҡыҙы осраһа, һис тә юғалып ҡалмағыҙ, үҙ эшенең ысын оҫтаһы булып танылған юл инспекторы фә­һемле кәңәштәрен бирер, юл хәүефһеҙлеген тәьмин итер, ниндәй юл ҡағиҙәләрен боҙо­уығыҙ хаҡында ипләп кенә аңлатыр. Юлдағылар һәр саҡ имен-һау йөрөһөн өсөн үҙҙәренең бар көсөн, ваҡытын йәлләмәгән Резеда Усманова кеүек инспекторҙар күберәк булғанда, юлдар ҙа имен, кешеләр ҙә иҫән булыр, машиналар ҙа елдереп йөрөр...






Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә