Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кемгә әсе, кемгә сөсө ҡымыҙ
Кемгә әсе, кемгә сөсө ҡымыҙ — Районыбыҙ йылҡысылыҡ өсөн ҡулайлы: яландарыбыҙ ҙа, ҡылғанлы тау һырттарыбыҙ ҙа, урман-тауҙарыбыҙ ҙа бар, шуға күрә беҙҙең ҡымыҙҙы яратып алыусылар етерлек, — тип ҡаршыланы беҙҙе Рәүеф Ҡасҡынов.


Тәбиғәттең хозур ерендә урынлашҡан “Ямаш” йәйләүе Сибай менән Баймаҡ ҡалалары араһында ята, шуға күрә баһадирҙар эсемлеген һатып алыусылар был тарафтарға саң ҡундырмай — етештереп кенә өлгөр. Ғәҙелбай ауылы эшҡыуары Рәүеф Хәмитйән улы йылҡысылыҡ менән 2010 йылдан шөғөлләнә. Табышлы эште киңәйтеү маҡсатында ул Сибай ҡалаһынан Айҙар Сөләймәнов менән берлектә йәйләү төҙөгән. Береһе базаны нығытыу өсөн көс түкһә, икенсеһе йылҡы малын ишәйткән. Әле 80-гә яҡын йылҡы малы бар, бейәләр көнөнә өс тапҡыр һауыла. Нәйлә Рафиҡованың тилбер ҡулдары ҡымыҙ ҙа әҙерләп өлгөрә.
— Көнөнә 100 литрға яҡын бейә һөтө алына, — ти ҡымыҙ яһау оҫтаһы. – Көбөнө ерек сөргөһө менән ыҫлап, ҡымыҙ бешәм. Һатып алыусыларҙың теләгенә ҡарап, шифалы эсемлектең бер нисә төрөн тәҡдим итәбеҙ. Кемдер әсе ҡымыҙ һорай, икенселәренә сөсөрәге оҡшай. Йәйләүгә килеп алалар, шулай уҡ Сибай ҡала­һында ла һатыу нөктәләребеҙ бар.
Кемгә әсе, кемгә сөсө ҡымыҙЙылҡы көтөүсе Әсҡәт Иҫәнғоловтан да уңған хужалар. Ат йәнле ир-егет малҡайҙарҙы бик яҡшы ҡарай, шуға күрә йылҡылар балыҡтай уйнап тора, тайҙар көр, ҡолонсаҡтар уйнаҡлап йөрөй. Бында йылҡы­сылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: йәшәү өсөн айырым йорт һалынған, ҡымыҙ бешеү өсөн бина бар, малсылар унда ҡуна ятып эшләй. Ҡымыҙҙарының тәмлелегенә иҫең китерлек!
Рәүеф Ҡасҡынов әйтеүенсә, киләсәктә иҫәптәре — йылҡы малын күбәйтеү.
— Табышлы һәм ҡулайлы шөғөлдө артабан үҫтермәү дөрөҫ булмаҫ, етмәһә, Айҙар Хәлит улы менән берлектә эш алып бара­быҙ, уртаҡ маҡсат йыл­ҡысылыҡ тармағын тағы ла килемлерәк итергә яңы мөмкинлектәр аса­сағына ышаныс ҙур, — ти уңған эшҡыуар.


Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә