— Районыбыҙ йылҡысылыҡ өсөн ҡулайлы: яландарыбыҙ ҙа, ҡылғанлы тау һырттарыбыҙ ҙа, урман-тауҙарыбыҙ ҙа бар, шуға күрә беҙҙең ҡымыҙҙы яратып алыусылар етерлек, — тип ҡаршыланы беҙҙе Рәүеф Ҡасҡынов.Тәбиғәттең хозур ерендә урынлашҡан “Ямаш” йәйләүе Сибай менән Баймаҡ ҡалалары араһында ята, шуға күрә баһадирҙар эсемлеген һатып алыусылар был тарафтарға саң ҡундырмай — етештереп кенә өлгөр. Ғәҙелбай ауылы эшҡыуары Рәүеф Хәмитйән улы йылҡысылыҡ менән 2010 йылдан шөғөлләнә. Табышлы эште киңәйтеү маҡсатында ул Сибай ҡалаһынан Айҙар Сөләймәнов менән берлектә йәйләү төҙөгән. Береһе базаны нығытыу өсөн көс түкһә, икенсеһе йылҡы малын ишәйткән. Әле 80-гә яҡын йылҡы малы бар, бейәләр көнөнә өс тапҡыр һауыла. Нәйлә Рафиҡованың тилбер ҡулдары ҡымыҙ ҙа әҙерләп өлгөрә.
— Көнөнә 100 литрға яҡын бейә һөтө алына, — ти ҡымыҙ яһау оҫтаһы. – Көбөнө ерек сөргөһө менән ыҫлап, ҡымыҙ бешәм. Һатып алыусыларҙың теләгенә ҡарап, шифалы эсемлектең бер нисә төрөн тәҡдим итәбеҙ. Кемдер әсе ҡымыҙ һорай, икенселәренә сөсөрәге оҡшай. Йәйләүгә килеп алалар, шулай уҡ Сибай ҡалаһында ла һатыу нөктәләребеҙ бар.
Йылҡы көтөүсе Әсҡәт Иҫәнғоловтан да уңған хужалар. Ат йәнле ир-егет малҡайҙарҙы бик яҡшы ҡарай, шуға күрә йылҡылар балыҡтай уйнап тора, тайҙар көр, ҡолонсаҡтар уйнаҡлап йөрөй. Бында йылҡысылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: йәшәү өсөн айырым йорт һалынған, ҡымыҙ бешеү өсөн бина бар, малсылар унда ҡуна ятып эшләй. Ҡымыҙҙарының тәмлелегенә иҫең китерлек!
Рәүеф Ҡасҡынов әйтеүенсә, киләсәктә иҫәптәре — йылҡы малын күбәйтеү.
— Табышлы һәм ҡулайлы шөғөлдө артабан үҫтермәү дөрөҫ булмаҫ, етмәһә, Айҙар Хәлит улы менән берлектә эш алып барабыҙ, уртаҡ маҡсат йылҡысылыҡ тармағын тағы ла килемлерәк итергә яңы мөмкинлектәр асасағына ышаныс ҙур, — ти уңған эшҡыуар.