Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Таңғы сәғәт 4-тән төнгө 11-гәсә...
Таңғы сәғәт 4-тән  төнгө 11-гәсә... Мөләйем йөҙөнән йылмайыу китмәгән был ҡатынды Асҡарҙа белмәгән кеше һирәктер. Дилә Хәлфетдин ҡыҙы Суфийәнова 36 йыл ғүмерен почта хеҙмәтенә арнаған, һуңғы ике йылда ул “Тамъян” ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләй.

– Хаҡлы ялға ике йыл ғына ҡалғас, эшемде алмаштырыуымды белеп аптыраусылар күп булды. Ә минең икенсе урында үҙемде һынап ҡарағым килде, – ти Дилә Хәлфетдин ҡыҙы.
Эшһөйәр, тырыш кешенең ҡулынан килмәгән эш буламы ни?! Бында ла Дилә Суфийәнова үҙенең бурыстарына яуаплы ҡарауы, эш өсөн янып тороуы арҡаһында тиҙ арала коллегаларының, етәксе­лектең ихтирамын яулай.
Үҙенең тормош һәм хеҙмәт юлындағы ҡаҙаныштары өсөн Дилә Хәлфетдин ҡыҙы ата-әсәһенә рәхмәтле. Юлдаш ауылынан Факиһа Хәлим ҡыҙы менән Хәлфетдин Заһретдин улы Ғафаровтарҙың һигеҙ балалы ғаиләһендә алтынсы булып донъяға килгән ул. Ҙур ғаиләне аҫрау өсөн эштән бушамаған ата-әсәһенең ҡул араһына иртә инә. Бишенсе клас­тан һуң каникул һайын урындағы колхоз өсөн миндек бәйләргә, бакуйҙарҙы әйләндерергә йөрөй.
– Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, үҙаллы булып үҫтек. Атай һуғышта 112-се Башҡорт кавалерияһы сафында яу юлын үткән яугир булараҡ беҙҙе тормош ауырлыҡтарынан ҡурҡмаҫҡа, көслө, сая булырға өйрәтте. Әсәй ғаилә, өй йылыһы ҡатын-ҡыҙҙан, хужабикәнән икәнлеген аңлатып, донъя көткәндә кәрәккән һөнәрҙәргә төшөндөрҙө, – ти алыҫ бала саҡ йылдарына урап ҡайтып Дилә апай.
Асҡарҙа ун йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ул почтаға эшкә килә. Урынлашҡан ыңғайы, оҙаҡҡа түгел, баш-күҙ алырмын да китермен, тип уйлай. Көн артынан ай үтеп, тынғыһыҙ хеҙмәттә 40 йылға яҡын ғүмере уҙып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала.
– Мин эшкә килгәндә, почтаға Зинит Зәйнуллин етәкселек итә ине. Почтальон булып оҙаҡ та эшлә­мәнем, бригадир итеп ҡуйҙылар. Бер юлы профсоюз эшен дә алып барҙым. Нисек өлгөргәнмендер ул?! Почтаны сортҡа айырыу эше лә еңелдән булманы. Элек гәзит-журнал һәр өйгә кәмендә өс-биш баҫма килә торғайны, хаттар ҙа күп булды. Меңләгән посылка тауҙай өйөлә торғайны. Иртәнге сәғәт дүрттә эшкә килеп, шуларҙы айырып һалам. Сәғәт һигеҙгә адресаттарға тәғә­йенләп бүлеп бөтәм. Ә өйҙә – береһенән-береһе бәләкәй өс бала. Балалар баҡсаһына урын юҡ, йәнәһе, өйҙә уларҙы ҡарарға кеше бар – йәмәғәтемдең өләсәһе менән бергә йәшәйбеҙ. Ул үҙе оло йәштә, беҙҙең ҡарауға мохтаж, – тип иҫләй Дилә Хәлфетдин ҡыҙы. – Тағы бер осраҡ хәтеремдә ҡалған. Етәксе булып Гөлсөм Саҙрисламова эшләй ине. Мин таңғы сәғәт 4-тә эшкә килдем, Гөлсөм Ҡотдос ҡыҙы Өфөгә сыҡты. Сәғәт киске 11 булған, етәксе әйләнеп ҡайтып төштө, ә мин һаман почтала, эшемде теүәлләйем. Мине әрләп тигәндәй ҡайтарып ебәрҙе. Эшең алға барһын тиһәң, ваҡыт менән иҫәпләшмәҫкә кәрәк.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Дилә Суфийәнова район Советы депутаты итеп һайлана. Бындай оло ышаныс тик абруйлы, булдыҡлы кешеләргә генә күрһәтелә. Дилә Хәлфетдин ҡыҙы һайлаусыларының ышанысын аҡлай. “Тыныслыҡ” урамына асфальт һалына, урам байрамдары уҙғарыла.
– Бөтә эшемде хуплап, ярҙам итеп торған тормош иптәшем Мөхәмәт Мәхмүт улы миңә ныҡлы терәк-таяныс булды, – ти Дилә апай, 37 йыл бер һүҙҙән булып, татыу йәшәгән ире хаҡында. – Балалар ҙа почта эшенең нескәлектәрен белеп, ярҙамлашып үҫте.
2006 йылда почта хеҙмәтен үҙгәртеп ҡорғандан һуң, Дилә Хәлфетдин ҡыҙы киоскыға урынлаша һәм унда ла 10 йыл эшләй. Бөгөн ул – почта элемтәһе ветераны, күп тапҡыр УФПС-тың, райондың Почет грамоталары менән наградланған.
Әммә уның иң ҙур ғорурлығы – балалары. Рәсимә Сибай медицина училищеһын тамамлап, Асҡар урта мәктәбендә фельдшер булып эшләй. Ике ҡыҙ үҫтерә. Дилара – Магнитогорск ҡалаһында ашнаҡсы. Ул да ҡыҙ тәрбиәләй. Әнүр – билдәле стилист-визажист, парикмахер. Ю. Ша­рыгинаның матурлыҡ акаде­мия­һында уҡыта. Рәсәй кимәлендәге төрлө конкурстарҙа, асыҡ чемпио­наттарҙа күп тапҡыр еңеүҙәр яулаған.
Дилә менән Мөхәмәт Суфи­йәновтарҙың ҙур, матур йорттарынан кеше өҙөлмәй. Ҡот бөркөлөп торған яҡты, йылы өйҙә туғандар, дуҫтар – һәр саҡ көтөп алынған ҡунаҡ. Яҡындарына иғтибарын, көсөн йәлләмәй, уларға һәр саҡ терәк булып, тормоштан һәм эштән йәм табып йәшәй Дилә Хәлфетдин ҡыҙы.








Автор: Динара САФИУЛЛИНА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә