Мөләйем йөҙөнән йылмайыу китмәгән был ҡатынды Асҡарҙа белмәгән кеше һирәктер. Дилә Хәлфетдин ҡыҙы Суфийәнова 36 йыл ғүмерен почта хеҙмәтенә арнаған, һуңғы ике йылда ул “Тамъян” ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләй. – Хаҡлы ялға ике йыл ғына ҡалғас, эшемде алмаштырыуымды белеп аптыраусылар күп булды. Ә минең икенсе урында үҙемде һынап ҡарағым килде, – ти Дилә Хәлфетдин ҡыҙы.
Эшһөйәр, тырыш кешенең ҡулынан килмәгән эш буламы ни?! Бында ла Дилә Суфийәнова үҙенең бурыстарына яуаплы ҡарауы, эш өсөн янып тороуы арҡаһында тиҙ арала коллегаларының, етәкселектең ихтирамын яулай.
Үҙенең тормош һәм хеҙмәт юлындағы ҡаҙаныштары өсөн Дилә Хәлфетдин ҡыҙы ата-әсәһенә рәхмәтле. Юлдаш ауылынан Факиһа Хәлим ҡыҙы менән Хәлфетдин Заһретдин улы Ғафаровтарҙың һигеҙ балалы ғаиләһендә алтынсы булып донъяға килгән ул. Ҙур ғаиләне аҫрау өсөн эштән бушамаған ата-әсәһенең ҡул араһына иртә инә. Бишенсе кластан һуң каникул һайын урындағы колхоз өсөн миндек бәйләргә, бакуйҙарҙы әйләндерергә йөрөй.
– Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, үҙаллы булып үҫтек. Атай һуғышта 112-се Башҡорт кавалерияһы сафында яу юлын үткән яугир булараҡ беҙҙе тормош ауырлыҡтарынан ҡурҡмаҫҡа, көслө, сая булырға өйрәтте. Әсәй ғаилә, өй йылыһы ҡатын-ҡыҙҙан, хужабикәнән икәнлеген аңлатып, донъя көткәндә кәрәккән һөнәрҙәргә төшөндөрҙө, – ти алыҫ бала саҡ йылдарына урап ҡайтып Дилә апай.
Асҡарҙа ун йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ул почтаға эшкә килә. Урынлашҡан ыңғайы, оҙаҡҡа түгел, баш-күҙ алырмын да китермен, тип уйлай. Көн артынан ай үтеп, тынғыһыҙ хеҙмәттә 40 йылға яҡын ғүмере уҙып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала.
– Мин эшкә килгәндә, почтаға Зинит Зәйнуллин етәкселек итә ине. Почтальон булып оҙаҡ та эшләмәнем, бригадир итеп ҡуйҙылар. Бер юлы профсоюз эшен дә алып барҙым. Нисек өлгөргәнмендер ул?! Почтаны сортҡа айырыу эше лә еңелдән булманы. Элек гәзит-журнал һәр өйгә кәмендә өс-биш баҫма килә торғайны, хаттар ҙа күп булды. Меңләгән посылка тауҙай өйөлә торғайны. Иртәнге сәғәт дүрттә эшкә килеп, шуларҙы айырып һалам. Сәғәт һигеҙгә адресаттарға тәғәйенләп бүлеп бөтәм. Ә өйҙә – береһенән-береһе бәләкәй өс бала. Балалар баҡсаһына урын юҡ, йәнәһе, өйҙә уларҙы ҡарарға кеше бар – йәмәғәтемдең өләсәһе менән бергә йәшәйбеҙ. Ул үҙе оло йәштә, беҙҙең ҡарауға мохтаж, – тип иҫләй Дилә Хәлфетдин ҡыҙы. – Тағы бер осраҡ хәтеремдә ҡалған. Етәксе булып Гөлсөм Саҙрисламова эшләй ине. Мин таңғы сәғәт 4-тә эшкә килдем, Гөлсөм Ҡотдос ҡыҙы Өфөгә сыҡты. Сәғәт киске 11 булған, етәксе әйләнеп ҡайтып төштө, ә мин һаман почтала, эшемде теүәлләйем. Мине әрләп тигәндәй ҡайтарып ебәрҙе. Эшең алға барһын тиһәң, ваҡыт менән иҫәпләшмәҫкә кәрәк.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Дилә Суфийәнова район Советы депутаты итеп һайлана. Бындай оло ышаныс тик абруйлы, булдыҡлы кешеләргә генә күрһәтелә. Дилә Хәлфетдин ҡыҙы һайлаусыларының ышанысын аҡлай. “Тыныслыҡ” урамына асфальт һалына, урам байрамдары уҙғарыла.
– Бөтә эшемде хуплап, ярҙам итеп торған тормош иптәшем Мөхәмәт Мәхмүт улы миңә ныҡлы терәк-таяныс булды, – ти Дилә апай, 37 йыл бер һүҙҙән булып, татыу йәшәгән ире хаҡында. – Балалар ҙа почта эшенең нескәлектәрен белеп, ярҙамлашып үҫте.
2006 йылда почта хеҙмәтен үҙгәртеп ҡорғандан һуң, Дилә Хәлфетдин ҡыҙы киоскыға урынлаша һәм унда ла 10 йыл эшләй. Бөгөн ул – почта элемтәһе ветераны, күп тапҡыр УФПС-тың, райондың Почет грамоталары менән наградланған.
Әммә уның иң ҙур ғорурлығы – балалары. Рәсимә Сибай медицина училищеһын тамамлап, Асҡар урта мәктәбендә фельдшер булып эшләй. Ике ҡыҙ үҫтерә. Дилара – Магнитогорск ҡалаһында ашнаҡсы. Ул да ҡыҙ тәрбиәләй. Әнүр – билдәле стилист-визажист, парикмахер. Ю. Шарыгинаның матурлыҡ академияһында уҡыта. Рәсәй кимәлендәге төрлө конкурстарҙа, асыҡ чемпионаттарҙа күп тапҡыр еңеүҙәр яулаған.
Дилә менән Мөхәмәт Суфийәновтарҙың ҙур, матур йорттарынан кеше өҙөлмәй. Ҡот бөркөлөп торған яҡты, йылы өйҙә туғандар, дуҫтар – һәр саҡ көтөп алынған ҡунаҡ. Яҡындарына иғтибарын, көсөн йәлләмәй, уларға һәр саҡ терәк булып, тормоштан һәм эштән йәм табып йәшәй Дилә Хәлфетдин ҡыҙы.