Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Коллекторҙарға ла закон бар
Коллекторҙарға ла закон бар Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаровҡа халыҡ йыш мөрәжәғәт итә. Һорауҙар ниндәй генә өлкәгә ҡағылмай — алимент түләмәү, хеҙмәт хаҡын тотҡарлау, кредит, һалым түләүгә ҡағылышлы аңлашылмаусанлыҡтар һ.б.
Зариф Закир улының “Башҡортостан” гәзите менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итеүен иҫәпкә алып, беҙ уның гәзит уҡыусыларыбыҙҙан килгән һорауҙарға ла даими яуап биреүен һораныҡ.
— Биш кешенән торған ғаиләбеҙҙе берҙән-бер туйындырыусы — ирем. Уның эш хаҡы бик бәләкәй, аҡса етмәй, шуға күрә кредит алырға мәжбүр булдыҡ. Хәҙер иһә коллекторҙар иремде туҡмар, балаларымды ҡурҡытыр, приставтар бөтә мөлкәтемде тартып алыр, тип хәүефләнәм.


Лилиә М.

Мәләүез ҡалаһы.

— Приставтар тәү сиратта суд ҡара­рын үтәй һәм закон буйынса эш итә. Шу­ға күрә “приставтар бар мөлкәтемде тартып алыр” тигән һүҙҙәр был юҫыҡта дө­рөҫ түгел. Приставтар тартып алмай, тү­ләнмәгән бурысың булған осраҡта мөлкәтте ҡулға ала. Шул уҡ ваҡытта тейелмәй торған милек исемлеге лә бар (Рәсәй Гражданлыҡ-процессуаль ко­дексы­ның 446-сы статьяһы). Приставтар йорттағы берҙән-бер ғәҙәти йыһазды һәм кәрәк-яраҡты, малды, бурыслы кешенең һөнәри шөғөлө өсөн кәрәкле мөлкәтте ҡулға алмай. Шулай уҡ берҙән-бер тор­лаҡҡа һәм ул урынлашҡан ер участ­каһына арест һалынмай. Ләкин бының шарты бар — был милек ипотекала һәм граждандың уның буйынса бурысы булмаҫҡа тейеш.
Мөлкәт ҡулға алынған осраҡта ла кеше уны ҡайтарыу йәки был мөлкәтте һатып, бурысын түләү мөмкинлегенә эйә. Закон да, уны үтәүселәр ҙә граждан файҙаһына эшләй. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең 15 йыллыҡ эшмә­кәрлеге осоронда республикала бурыс­лының һуңғы мөлкәтен тартып алыу осраҡтары булманы. Шуға күрә ҡурҡырға ярамай, әммә аҡсаға бәйле хәлде һуңғы сиккә еткермәҫкә кәрәк. Кредитты ваҡы­тында түләй алмайһың икән, банктарҙан “ҡасып ятма” — улар менән договор шарттарын ҡайтанан ҡарау, түләүҙе кисектереү хаҡында һөйләшергә була.
Коллекторҙарға һәм уларҙың эшмә­кәрлегенә килгәндә иһә, әүәлерәк был өлкәлә көйләү юҡ ине. Коллектор менән бурысты профессиональ түләтеүсене тигеҙләгән яңы федераль закон хәлде яйға һалырға тейеш. Документ бурыслы кеше менән кемдең, ҡасан һәм нисә тапҡыр аралаша алыуын аныҡ билдәләй.
Коллектор аҙнаһына иң күбе ике тапҡыр шылтырата, бер тапҡыр осраша ала. Уға шулай уҡ тәүлегенә иң күбе бер тапҡыр, аҙнаһына — ике, айына һигеҙ тапҡыр шылтыратыу хоҡуғы бирелә. Шул уҡ ваҡытта бурыслыны эш көндәрендә төнгө сәғәт 10-дан иртәнге 8-гә тиклем, ял көндәрендә киске сәғәт 8-ҙән иртәнге 9-ға тиклем борсоу тыйыла.
Коллектор эшен кредит ойошмаһы йәки түләү ваҡыты үткән бурысты ҡай­тарыуға махсуслашҡан кеше тормошҡа ашыра ала. Иҡтисад һәм йәмәғәт именлеге өлкәһендәге енәйәтселек өсөн суд хөкөмөнә тарттырылған граждандар закон буйынса бурысты ҡайтарыусы булып эшләй алмай. Бурысты түләтеүселәр махсус ойошторолған реестрҙа (йәки дәүләт көйләгесендә) теркәлергә тейеш. Рәсәй Федерацияһында уларҙың эшмә­кәрлеген суд приставтары контроленә тапшырырға тәҡдим иттеләр.
Яңы закон кешегә янауҙы, һаулығына һәм мөлкәтенә зыян килтереүҙе ҡәтғи тыя. Хәҙер коллекторҙарға юридик һәләтһеҙ, граждандарға, дауаланған сирлеләргә, беренсе төркөм инвалидтарына һәм бәлиғ булмағандарға яҡын килеү тыйыла.
Кредитор һәм уның исеменән йәки уның мәнфәғәтендә эш иткән кеше бурыслыға законһыҙ ғәмәлдәре менән килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш. Бының өсөн коллектор компанияһының кәмендә 10 миллион һумлыҡ саф активҡа, шулай уҡ бурыслыға килте­релгән зыянды ҡаплау өсөн кәмендә 10 миллион һумлыҡ страховка яуаплылығы договорына эйә булыу шарт. Компания асыҡтан-асыҡ эшләргә, Интернет селтәрендә үҙ сайтын асырға тейеш.
Коллекторҙар граждандың бурысы хаҡында уның туғандарына, хеҙмәт­тәштәренә, күршеләренә хәбәр итә алмай. Шул уҡ ваҡытта үҙенең исемен һәм фамилияһын, ойошманың атамаһын, адресын, телефон номерҙарын, электрон почтаһын әйтергә тейеш. Ошо мәғлүмәттәр булмаған осраҡта бурыслы коллектор менән һөйләшмәҫкә хоҡуҡлы.
Тағы ла бер мөһим яңылыҡ: бурыслы кеше коллектор менән аралашыуҙан баш тарта ала. Быны бурыс барлыҡҡа кил­гәндән һуң дүрт ай үткәс эшләргә була. Коллектор менән аралашыуҙан баш тартыу өсөн бурыслы кеше уға нотариаль раҫланған ғариза йәки хат ебәрергә тейеш. Был ҡағыҙҙарҙы алғас, коллектор бурыслыны борсой алмай. Бурысты түләтеү өсөн ул судҡа мөрәжәғәт итеү мөмкинлегенә эйә.
Закон талаптарын боҙған өсөн ике миллион һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал, дисквалификациялау мөмкин­леге лә бар.

Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә