Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаровҡа халыҡ йыш мөрәжәғәт итә. Һорауҙар ниндәй генә өлкәгә ҡағылмай — алимент түләмәү, хеҙмәт хаҡын тотҡарлау, кредит, һалым түләүгә ҡағылышлы аңлашылмаусанлыҡтар һ.б.
Зариф Закир улының “Башҡортостан” гәзите менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итеүен иҫәпкә алып, беҙ уның гәзит уҡыусыларыбыҙҙан килгән һорауҙарға ла даими яуап биреүен һораныҡ.
— Биш кешенән торған ғаиләбеҙҙе берҙән-бер туйындырыусы — ирем. Уның эш хаҡы бик бәләкәй, аҡса етмәй, шуға күрә кредит алырға мәжбүр булдыҡ. Хәҙер иһә коллекторҙар иремде туҡмар, балаларымды ҡурҡытыр, приставтар бөтә мөлкәтемде тартып алыр, тип хәүефләнәм. Лилиә М.
Мәләүез ҡалаһы.
— Приставтар тәү сиратта суд ҡарарын үтәй һәм закон буйынса эш итә. Шуға күрә “приставтар бар мөлкәтемде тартып алыр” тигән һүҙҙәр был юҫыҡта дөрөҫ түгел. Приставтар тартып алмай, түләнмәгән бурысың булған осраҡта мөлкәтте ҡулға ала. Шул уҡ ваҡытта тейелмәй торған милек исемлеге лә бар (Рәсәй Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 446-сы статьяһы). Приставтар йорттағы берҙән-бер ғәҙәти йыһазды һәм кәрәк-яраҡты, малды, бурыслы кешенең һөнәри шөғөлө өсөн кәрәкле мөлкәтте ҡулға алмай. Шулай уҡ берҙән-бер торлаҡҡа һәм ул урынлашҡан ер участкаһына арест һалынмай. Ләкин бының шарты бар — был милек ипотекала һәм граждандың уның буйынса бурысы булмаҫҡа тейеш.
Мөлкәт ҡулға алынған осраҡта ла кеше уны ҡайтарыу йәки был мөлкәтте һатып, бурысын түләү мөмкинлегенә эйә. Закон да, уны үтәүселәр ҙә граждан файҙаһына эшләй. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең 15 йыллыҡ эшмәкәрлеге осоронда республикала бурыслының һуңғы мөлкәтен тартып алыу осраҡтары булманы. Шуға күрә ҡурҡырға ярамай, әммә аҡсаға бәйле хәлде һуңғы сиккә еткермәҫкә кәрәк. Кредитты ваҡытында түләй алмайһың икән, банктарҙан “ҡасып ятма” — улар менән договор шарттарын ҡайтанан ҡарау, түләүҙе кисектереү хаҡында һөйләшергә була.
Коллекторҙарға һәм уларҙың эшмәкәрлегенә килгәндә иһә, әүәлерәк был өлкәлә көйләү юҡ ине. Коллектор менән бурысты профессиональ түләтеүсене тигеҙләгән яңы федераль закон хәлде яйға һалырға тейеш. Документ бурыслы кеше менән кемдең, ҡасан һәм нисә тапҡыр аралаша алыуын аныҡ билдәләй.
Коллектор аҙнаһына иң күбе ике тапҡыр шылтырата, бер тапҡыр осраша ала. Уға шулай уҡ тәүлегенә иң күбе бер тапҡыр, аҙнаһына — ике, айына һигеҙ тапҡыр шылтыратыу хоҡуғы бирелә. Шул уҡ ваҡытта бурыслыны эш көндәрендә төнгө сәғәт 10-дан иртәнге 8-гә тиклем, ял көндәрендә киске сәғәт 8-ҙән иртәнге 9-ға тиклем борсоу тыйыла.
Коллектор эшен кредит ойошмаһы йәки түләү ваҡыты үткән бурысты ҡайтарыуға махсуслашҡан кеше тормошҡа ашыра ала. Иҡтисад һәм йәмәғәт именлеге өлкәһендәге енәйәтселек өсөн суд хөкөмөнә тарттырылған граждандар закон буйынса бурысты ҡайтарыусы булып эшләй алмай. Бурысты түләтеүселәр махсус ойошторолған реестрҙа (йәки дәүләт көйләгесендә) теркәлергә тейеш. Рәсәй Федерацияһында уларҙың эшмәкәрлеген суд приставтары контроленә тапшырырға тәҡдим иттеләр.
Яңы закон кешегә янауҙы, һаулығына һәм мөлкәтенә зыян килтереүҙе ҡәтғи тыя. Хәҙер коллекторҙарға юридик һәләтһеҙ, граждандарға, дауаланған сирлеләргә, беренсе төркөм инвалидтарына һәм бәлиғ булмағандарға яҡын килеү тыйыла.
Кредитор һәм уның исеменән йәки уның мәнфәғәтендә эш иткән кеше бурыслыға законһыҙ ғәмәлдәре менән килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш. Бының өсөн коллектор компанияһының кәмендә 10 миллион һумлыҡ саф активҡа, шулай уҡ бурыслыға килтерелгән зыянды ҡаплау өсөн кәмендә 10 миллион һумлыҡ страховка яуаплылығы договорына эйә булыу шарт. Компания асыҡтан-асыҡ эшләргә, Интернет селтәрендә үҙ сайтын асырға тейеш.
Коллекторҙар граждандың бурысы хаҡында уның туғандарына, хеҙмәттәштәренә, күршеләренә хәбәр итә алмай. Шул уҡ ваҡытта үҙенең исемен һәм фамилияһын, ойошманың атамаһын, адресын, телефон номерҙарын, электрон почтаһын әйтергә тейеш. Ошо мәғлүмәттәр булмаған осраҡта бурыслы коллектор менән һөйләшмәҫкә хоҡуҡлы.
Тағы ла бер мөһим яңылыҡ: бурыслы кеше коллектор менән аралашыуҙан баш тарта ала. Быны бурыс барлыҡҡа килгәндән һуң дүрт ай үткәс эшләргә була. Коллектор менән аралашыуҙан баш тартыу өсөн бурыслы кеше уға нотариаль раҫланған ғариза йәки хат ебәрергә тейеш. Был ҡағыҙҙарҙы алғас, коллектор бурыслыны борсой алмай. Бурысты түләтеү өсөн ул судҡа мөрәжәғәт итеү мөмкинлегенә эйә.
Закон талаптарын боҙған өсөн ике миллион һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал, дисквалификациялау мөмкинлеге лә бар.
Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.