Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ситтәгеләр ситтә ҡалмаһын
Ошо көндәрҙә Ханты-Манси автономиялы округында йәшәгән милләттәштәребеҙ вәкилдәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетында осрашыуҙа булып китте. Улар Ҡоролтай рәйесе Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов менән кесе Ватаныбыҙҙан ситтәге йәшәйештәре һәм милләттәштәрҙе ойоштороу йәһәтенән барлыҡҡа килгән мәсьәләләр хаҡында әңгәмә ҡорҙо.

Округтың урындағы “Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ришат Әлфәт улы Йәҙгәров бәйән итеүенсә, бөгөн Ханты-Мансиҙа башҡорт халҡының хәле бик киҫкен тора. Үҙ телендә һөйләшеүҙе онота башлаған милләттәштәргә ул-был байрам сараларында ғына бер нисә тапҡыр осрашырға форсат сыға, шунан артыҡ бәйләнеш, аралашып йәшәү күренмәй. Балалар урыҫ мәктәптәрендә уҡый, шунлыҡтан тел мәсьәләһе көнүҙәк. Шулай ҙа милли компоненттарҙың булдырылыуы күңелгә бер аҙ йылылыҡ бирә. Ғөмүмән, округта мәғариф департаменты бик яҡшы эшләй. Милли уҡытыу мәсьәләһен дә ыңғай хәл итергә мөмкинлек булыр ине, бәлки.
Ханты-Мансиҙың үҙенә килгәндә, баш ҡала икәнлеген күҙ уңында тотоп, унда бер үҙәк булдырыу зарур. Башҡорттарға милләт булараҡ ойошоу, телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, башҡа туғандаш милләттәр менән ҡатнашып йәшәү өсөн был бик мөһим. Ә бит урында бик күп башҡа милләттәр ҙә көн күрә, уларҙың егерме ике йәмәғәт ойошмаһы эшләп килә. Ә шулар кеүек берләшеп йәшәр өсөн урындағы башҡорттарға нимә ҡамасаулай һуң? Әлбиттә, ойоштороу тәжрибәһе юҡлығы һәм Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнештә булмау.
Был юҫыҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡо­рол­тайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов асыҡлыҡ индереп китеүҙе кәрәкле һананы. Мәҫәлән, ошоға тиклем сит ерҙәрҙә ге­нә түгел, республика эсендәге район ҡорол­тай­ҙарының күбеһе берҙәм ҡағиҙә нигеҙендә эш­ләмәгән, шул арҡала ойошмаларҙың эшмә­кәрлеге бер ни тиклем тотҡарланған. Шуға күрә, Башҡортостанды алты өлөшкә бүлеп, төбәк-ара зоналар булдырыу күҙ уңында тотола. Тағы ла шул күҙәтелгән: мәҫәлән, Силәбе өлкәһендә генә утыҙ ике башҡорт ойошмаһы йәшәп килгән. Уларҙан да бер төп ойошма төҙөлөп, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халыҡ-ара союзының рәсми бүлеге буласаҡ.
Ханты-Манси округында ла йәмғеһе нисә башҡорт ойошмаһы икәнен барлап, береһен рәс­ми рәүештә теркәргә тигән ҡарар ҡабул ителде. Ул ойошма заманға ярашлы иҡтисади үҫеш­кән дә булырға тейеш. Ә эшләйһе йүнәлештәр күп: спорт һәм сәләмәтлекте пропагандалау, мә­ҙәниәт, әҙәбиәтте үҫтереү, шифаханала һаулыҡ­ты нығытыу, бәлиғ булмағандар, йәштәр бү­лектәре, граждандарҙың ихтыяжын тәьмин итеү йүнәлештәре... Халҡыбыҙ һуңғы йылдарҙа тик йырлап-бейеүгә, уйын-көлкөгә әүәҫләнеп китте. Былар милләт йөҙөн бик лайыҡлы күрһәтһә лә, заман талаптарына яраҡлашырға ваҡыт.
Ошоға бәйләп, Ҡоролтай рәйеслеге менән бер рәттән Ҡортсолоҡ һәм апитерапия ғилми үҙә­генең генераль директоры вазифаһын баш­ҡарған Әмир Миңләхмәт улының эш алымын ми­ҫал итә алабыҙ. Бөгөн башҡорт балы – донъя­уи бренд. Ер йөҙөндә уға бер ниндәй ҙә аналог юҡ. Һәм был ойошманың эшмәкәрлеге лә төбәк, ил кимәлдәрен күптән уҙып китеп, донъя сауҙа баҙарында ышаныслы урын алған. Шуға күрә, Әмир Миңләхмәт улының тәҡдиме буйынса, иҡтисади яҡтан үҫеш йәһәтенән Мәскәүҙә генә түгел, шул уҡ Ханты-Мансиҙа ла “Башҡорт сауҙа йорто” йәмәғәт ойошмалары төҙөргә ниәт ителде. Шулай республикабыҙҙа етештерелгән тауарҙарҙың сифаты арҡылы милләттең бәҫен дә күтәрерлек аҙымдар яһаласаҡ.
Ә сит ерҙәрҙә йәшәгән милләттәштәренең яҙмышын үҙ иңдәренә алған Ришат Әлфәт улы Йәҙгәров һәм Әлмира Әнүәр ҡыҙы Еремина был ҡорҙа үҙ һорауҙарына яуап тапҡандыр тип ышанғы килә. Тап бөгөн һүҙҙәр беректе, яңы башланғыстарға нигеҙ һалынды икән, тимәк, боҙ ҡуҙғалды...




Автор: Т. БАЙМЫРҘИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә