Ситтәгеләр ситтә ҡалмаһын29.07.2016
Ошо көндәрҙә Ханты-Манси автономиялы округында йәшәгән милләттәштәребеҙ вәкилдәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетында осрашыуҙа булып китте. Улар Ҡоролтай рәйесе Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов менән кесе Ватаныбыҙҙан ситтәге йәшәйештәре һәм милләттәштәрҙе ойоштороу йәһәтенән барлыҡҡа килгән мәсьәләләр хаҡында әңгәмә ҡорҙо.
Округтың урындағы “Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ришат Әлфәт улы Йәҙгәров бәйән итеүенсә, бөгөн Ханты-Мансиҙа башҡорт халҡының хәле бик киҫкен тора. Үҙ телендә һөйләшеүҙе онота башлаған милләттәштәргә ул-был байрам сараларында ғына бер нисә тапҡыр осрашырға форсат сыға, шунан артыҡ бәйләнеш, аралашып йәшәү күренмәй. Балалар урыҫ мәктәптәрендә уҡый, шунлыҡтан тел мәсьәләһе көнүҙәк. Шулай ҙа милли компоненттарҙың булдырылыуы күңелгә бер аҙ йылылыҡ бирә. Ғөмүмән, округта мәғариф департаменты бик яҡшы эшләй. Милли уҡытыу мәсьәләһен дә ыңғай хәл итергә мөмкинлек булыр ине, бәлки.
Ханты-Мансиҙың үҙенә килгәндә, баш ҡала икәнлеген күҙ уңында тотоп, унда бер үҙәк булдырыу зарур. Башҡорттарға милләт булараҡ ойошоу, телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, башҡа туғандаш милләттәр менән ҡатнашып йәшәү өсөн был бик мөһим. Ә бит урында бик күп башҡа милләттәр ҙә көн күрә, уларҙың егерме ике йәмәғәт ойошмаһы эшләп килә. Ә шулар кеүек берләшеп йәшәр өсөн урындағы башҡорттарға нимә ҡамасаулай һуң? Әлбиттә, ойоштороу тәжрибәһе юҡлығы һәм Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнештә булмау.
Был юҫыҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов асыҡлыҡ индереп китеүҙе кәрәкле һананы. Мәҫәлән, ошоға тиклем сит ерҙәрҙә генә түгел, республика эсендәге район ҡоролтайҙарының күбеһе берҙәм ҡағиҙә нигеҙендә эшләмәгән, шул арҡала ойошмаларҙың эшмәкәрлеге бер ни тиклем тотҡарланған. Шуға күрә, Башҡортостанды алты өлөшкә бүлеп, төбәк-ара зоналар булдырыу күҙ уңында тотола. Тағы ла шул күҙәтелгән: мәҫәлән, Силәбе өлкәһендә генә утыҙ ике башҡорт ойошмаһы йәшәп килгән. Уларҙан да бер төп ойошма төҙөлөп, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халыҡ-ара союзының рәсми бүлеге буласаҡ.
Ханты-Манси округында ла йәмғеһе нисә башҡорт ойошмаһы икәнен барлап, береһен рәсми рәүештә теркәргә тигән ҡарар ҡабул ителде. Ул ойошма заманға ярашлы иҡтисади үҫешкән дә булырға тейеш. Ә эшләйһе йүнәлештәр күп: спорт һәм сәләмәтлекте пропагандалау, мәҙәниәт, әҙәбиәтте үҫтереү, шифаханала һаулыҡты нығытыу, бәлиғ булмағандар, йәштәр бүлектәре, граждандарҙың ихтыяжын тәьмин итеү йүнәлештәре... Халҡыбыҙ һуңғы йылдарҙа тик йырлап-бейеүгә, уйын-көлкөгә әүәҫләнеп китте. Былар милләт йөҙөн бик лайыҡлы күрһәтһә лә, заман талаптарына яраҡлашырға ваҡыт.
Ошоға бәйләп, Ҡоролтай рәйеслеге менән бер рәттән Ҡортсолоҡ һәм апитерапия ғилми үҙәгенең генераль директоры вазифаһын башҡарған Әмир Миңләхмәт улының эш алымын миҫал итә алабыҙ. Бөгөн башҡорт балы – донъяуи бренд. Ер йөҙөндә уға бер ниндәй ҙә аналог юҡ. Һәм был ойошманың эшмәкәрлеге лә төбәк, ил кимәлдәрен күптән уҙып китеп, донъя сауҙа баҙарында ышаныслы урын алған. Шуға күрә, Әмир Миңләхмәт улының тәҡдиме буйынса, иҡтисади яҡтан үҫеш йәһәтенән Мәскәүҙә генә түгел, шул уҡ Ханты-Мансиҙа ла “Башҡорт сауҙа йорто” йәмәғәт ойошмалары төҙөргә ниәт ителде. Шулай республикабыҙҙа етештерелгән тауарҙарҙың сифаты арҡылы милләттең бәҫен дә күтәрерлек аҙымдар яһаласаҡ.
Ә сит ерҙәрҙә йәшәгән милләттәштәренең яҙмышын үҙ иңдәренә алған Ришат Әлфәт улы Йәҙгәров һәм Әлмира Әнүәр ҡыҙы Еремина был ҡорҙа үҙ һорауҙарына яуап тапҡандыр тип ышанғы килә. Тап бөгөн һүҙҙәр беректе, яңы башланғыстарға нигеҙ һалынды икән, тимәк, боҙ ҡуҙғалды...