Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылы һөйәк һындырмай ҙа ул...
Йылы һөйәк һындырмай ҙа ул... Быйылғы йылдың алты айы, Ер шарында юғары һауа температураһы йыш теркәлеүе сәбәпле, тарихи булмаҡсы. Һәр хәлдә, һауа торошо артабан да ошолайыраҡ торһа, 2016 йыл иң йылыһы буласаҡ.

Бөтөн донъя метеорология ойош­маһы белгестәре билдәләүенсә, июндә планетала уртаса һауа температураһы башҡа йылдар менән сағыштырғанда 20 градусҡа юғарыраҡ булған. Рәсәй дәүләт метеорология үҙәге лә тәүге ярты йыллыҡтың һуңғы 35 йыл эсендә иң йылыһы булыуын таный. Әйт­кән­дәй, үҙәктең директоры Роман Вильфанд был күренештең ғәҙәти булмауын да йәшермәй. Баҡтиһәң, 2014 йылдан алып Рәсәйҙә температура рекордтары йыш күҙәтелә икән. Һәр хәлдә, белгестәрҙең һөйлә­үенән сығып фекер йөрөткәндә, һуң­ғы өс йыл береһенән-береһе йы­лы­раҡ тип теркәлгән. Ә быйылғыһы иһә үткәндәренән дә уҙҙырып ебәр­мәксе.
Күптәр әлеге фактты “глобаль йылытыу” тип атай. Әммә Роман Вильфанд фекеренсә, төп сәбәп — ерҙең тигеҙ йылынмауында. Уртаса климатлы Рәсәйҙә, айырыуса Себер яҡтарында, һауа температураһы йылдан-йыл күтәрелә. Шул уҡ ваҡытта белгестәр көньяҡ төбәк­тәрҙең океан йоғонтоһо аҫтында ҡалыуын да инҡар итмәй. Һөҙөмтәлә был илдәрҙә һауа температураһы тотороҡло һаҡлана.
Рәсәйҙә иһә һауа темпера­ту­раһының күтәрелеүе башҡа илдәр менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиҙерәк бара. Быны ғалимдар ҡоро ерҙең күп булыуы менән аңлата. Һуңғы йылдарҙа ҡыштың йомшағы­раҡ, йәйҙең эҫерәк килеүе насармы ни? Әммә хәл артабан да ошолай дауам итһә, һыу ятҡылыҡтары бай­лығы һаналған Арктикала боҙҙарҙың иреүе ихтимал. Ә был үҙ сиратында яңы экологик хәүефкә килтерәсәк.
Нисек кенә булмаһын, бөгөн халыҡ эҫе йәйгә ҡыуанып бөтә алмай. Балалар һыу инә, ауыл халҡы еләҫ көндәрҙә бесән эшләп ҡалырға тырыша, хужалыҡтарҙа ураҡҡа төштөләр. Шулай ҙа һуңғы аҙнала Интернет селтәрендә республикаға төшкән монарҙың хәүефе тураһында һүҙ ҡуйыртыусылар артты. Әммә хәлдең ҡурҡынысы юҡ, тип билдәләй белгестәр. Урал һәм Себер төбәктәрендә урман яна. Ямалда ғына 15 мең гектар урман янғындан ҡаза күргән. Иркутск өлкәһендә һәм Красноярск крайҙарында ла урман янғындары теркәлгән. Ошо төтөндәрҙән барлыҡҡа килгән монар Свердловск, Силәбе, Төмән, Ҡурған һәм Томск өлкәләренә ятҡан, шул иҫәптән Башҡортостанға ла килеп еткән. Аҙна аҙағына ел йүнәлешен үҙгәртәсәк һәм монар тараласаҡ, тип фаразлай гидрометеорологтар.






Автор: Л. ҒАФАРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә