Быйылғы йылдың алты айы, Ер шарында юғары һауа температураһы йыш теркәлеүе сәбәпле, тарихи булмаҡсы. Һәр хәлдә, һауа торошо артабан да ошолайыраҡ торһа, 2016 йыл иң йылыһы буласаҡ.Бөтөн донъя метеорология ойошмаһы белгестәре билдәләүенсә, июндә планетала уртаса һауа температураһы башҡа йылдар менән сағыштырғанда 20 градусҡа юғарыраҡ булған. Рәсәй дәүләт метеорология үҙәге лә тәүге ярты йыллыҡтың һуңғы 35 йыл эсендә иң йылыһы булыуын таный. Әйткәндәй, үҙәктең директоры Роман Вильфанд был күренештең ғәҙәти булмауын да йәшермәй. Баҡтиһәң, 2014 йылдан алып Рәсәйҙә температура рекордтары йыш күҙәтелә икән. Һәр хәлдә, белгестәрҙең һөйләүенән сығып фекер йөрөткәндә, һуңғы өс йыл береһенән-береһе йылыраҡ тип теркәлгән. Ә быйылғыһы иһә үткәндәренән дә уҙҙырып ебәрмәксе.
Күптәр әлеге фактты “глобаль йылытыу” тип атай. Әммә Роман Вильфанд фекеренсә, төп сәбәп — ерҙең тигеҙ йылынмауында. Уртаса климатлы Рәсәйҙә, айырыуса Себер яҡтарында, һауа температураһы йылдан-йыл күтәрелә. Шул уҡ ваҡытта белгестәр көньяҡ төбәктәрҙең океан йоғонтоһо аҫтында ҡалыуын да инҡар итмәй. Һөҙөмтәлә был илдәрҙә һауа температураһы тотороҡло һаҡлана.
Рәсәйҙә иһә һауа температураһының күтәрелеүе башҡа илдәр менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиҙерәк бара. Быны ғалимдар ҡоро ерҙең күп булыуы менән аңлата. Һуңғы йылдарҙа ҡыштың йомшағыраҡ, йәйҙең эҫерәк килеүе насармы ни? Әммә хәл артабан да ошолай дауам итһә, һыу ятҡылыҡтары байлығы һаналған Арктикала боҙҙарҙың иреүе ихтимал. Ә был үҙ сиратында яңы экологик хәүефкә килтерәсәк.
Нисек кенә булмаһын, бөгөн халыҡ эҫе йәйгә ҡыуанып бөтә алмай. Балалар һыу инә, ауыл халҡы еләҫ көндәрҙә бесән эшләп ҡалырға тырыша, хужалыҡтарҙа ураҡҡа төштөләр. Шулай ҙа һуңғы аҙнала Интернет селтәрендә республикаға төшкән монарҙың хәүефе тураһында һүҙ ҡуйыртыусылар артты. Әммә хәлдең ҡурҡынысы юҡ, тип билдәләй белгестәр. Урал һәм Себер төбәктәрендә урман яна. Ямалда ғына 15 мең гектар урман янғындан ҡаза күргән. Иркутск өлкәһендә һәм Красноярск крайҙарында ла урман янғындары теркәлгән. Ошо төтөндәрҙән барлыҡҡа килгән монар Свердловск, Силәбе, Төмән, Ҡурған һәм Томск өлкәләренә ятҡан, шул иҫәптән Башҡортостанға ла килеп еткән. Аҙна аҙағына ел йүнәлешен үҙгәртәсәк һәм монар тараласаҡ, тип фаразлай гидрометеорологтар.