Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Йәйһылыу йәме Йәй баҡсаларҙы йәмләгән йәшелсә-емештән, болондарға түшәлеп үҫкән сәскә-үләндәрҙән ҡайнатма-фәлән генә түгел, тире өсөн файҙалы битлектәр ҙә эшләп була. Етмәһә, кәрәкле витаминдар, матдәләр тәшкил итеүе менән “баҡса” косметикаһы – беренсе урында. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгәндә, матур булыу бер ни тормай.

1. Битлек өсөн яңы өлгөргән йәшелсә-емеште генә ҡулланығыҙ.
2. Һалыр алдынан әҙерләнгән массаны беләктең эске яғына – тиренең йоҡа урынына һөртөп, аллергия ихтималлығын тикшерегеҙ.
3. Битлек массаһын шунда уҡ ҡулланығыҙ, һыуытҡысҡа ла, башҡа урынға ла һаҡлауға ҡуймағыҙ.
4. Йәйге битлектәрҙе аҙнаһына ике тапҡыр яһау кәңәш ителә.
5. Һөҙөмтә тейешле кимәлдә булһын өсөн битлек һөртөр алдынан тирене махсус скраб ярҙамында таҙартыр кәрәк.

Ҡыярҙан
Ярты ҡыяр һәм бер аш ҡалағы йогурттан яһала. Йәшелсәне блендерҙа иҙеп, йогурт ҡушып болғатырға. Килеп сыҡҡан массаны биткә һөртөп, 30 минут тоторға. Һуңынан йылы һыу менән йыуып төшөрөргә.
Тирене ағартырға теләһәгеҙ, ҡыярҙы иҙегеҙ ҙә, уға лимон һуты ҡушығыҙ. Биткә һөрткәс, күпмелер ваҡыттан битлек кибәсәк, шуға күрә ул йыуылмай, “сисеп” кенә алына.

Сәрүәр (акация) сәскәһенән
Бер аш ҡалағында аҡ сәрүәр сәскәһен ваҡларға, стакандың дүрттән бер өлөшөндәй ҡайнар һыу ҡойоп, 15-20 минут томаларға. Һуңынан уға бер сәй ҡалағылай бал, ошо уҡ күләмдә ҡаймаҡ ҡушырға ла тирегә һөртөргә. Ун минуттан йыуып төшөрөргә.

Юл япрағынан
Бындай битлек һулып барған тирегә бик килешә. Ауыҙ, күҙҙәр һәм танау өсөн махсус тишектәр уйып, бер нисә ҡат марлянан битлек әҙерләргә. Йәш юл япрағын йыйып, турап, 1:3 нисбәтендә ҡайнар һыу ҡойорға. Талғын утта ҡайнатып алырға. Аҙаҡ, һыуығас, килеп сыҡҡан массаны марляға һалып, биттә 15 минут дауамында тоторға. Йылы һыу менән йыуырға.

Үгәй инә үләненән
Туралған, ике аш ҡалағындай үләнгә һөт ҡойоп, ҡуйы масса булғансы туҡырға. 15-20 минутҡа биткә һөртөргә.

Бөтнөктән
Шулай уҡ ике аш ҡалағы күләмендәге ваҡланған бөтнөккә эҫе һыу ҡойоп, 30 минуттай төнәтеп һөҙөргә. Сепрәкте әҙер төнәтмәгә манып, биткә һалырға.

Петрушканан
Укроп менән петрушканы тигеҙ күләмдә алып турарға, бер аш ҡалағы үләнгә ике стакан нисбәтендә ҡайнар һыу ҡойорға. Ҡапҡас ябып, ике сәғәткә йылы урынға ҡуйырға. Күҙҙәр, ауыҙ өсөн тишек ҡалдырып, мамыҡ йә етен сепрәктән битлек әҙерләргә лә, уны төнәтмәгә манып, 15 минутҡа биткә һалырға.
Ике аш ҡалағындай петрушкаға ошо уҡ күләмдә ҡуйы ҡаймаҡ ҡушып болғатырға. Тиреһе ҡоро булғандар өсөн ҡулай был битлек.

Емеш-еләктән
100 грамм ҡурай еләген иҙеп, ике аш ҡалағындай һөт ҡушырға. Сепрәктән әҙерләнгән битлекте ошо массаға манып, аҙ ғына һығырға һәм тирегә һалырға. 15 минут үткәс, битлекте сисеп, һалҡын һыу менән йыуынырға.
Ҡарбуздың йомшаҡ ерен иҙеп, марля аша биткә һалып торһаң да тире бермә-бер яҡшыра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 6

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә