Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өфөгә яңы йорт кәрәк
Өфөлә “Уңайлы көнкүреш йорто” булдырыу тәҡдиме өйрәнелә. “Был проект һаулығы буйынса мөмкинлеге сикле кешеләрҙе хеҙмәт урыны менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә булышлыҡ ҡыласаҡ”, – ти идеяның авторы, баш ҡалалағы Совет райо­ны эшҡыуарҙары берләшмәһе етәксеһе Ольга Мырҙағолова.
Уның билдәләүенсә, һөҙөм­тә­лә инвалидтар эшле буласаҡ, ә бәләкәй бизнес хеҙмәткәрҙәр ме­нән тулыланасаҡ. Бындай алым Совет осоронда ла ҡул­ла­нылған: һаулығы буйынса мөм­кин­лек­тәре сиклеләр һөнәргә өйрә­те­леп, тегеү, бәләкәй ремонт менән шөғөлләнгән, аҡса эшләгән.
– Инвалидтар өсөн хеҙмәт күрһәтеүҙең айырым шарттары булдырылырға тейеш, – ти йүн­сел. – Ә ундай биналар беҙҙең ҡалала юҡ. Тимәк, төҙөргә кәрәк.
Күп функциялы “Уңайлы көн­күреш йорто” бер йыл эсендә 230 кешене уҡыта һәм эш менән тәьмин итә аласаҡ. Проектты коммерция инвестициялары аҡса­һына тормошҡа ашырыу күҙ­ал­лана.

Л. ҠОРМАНОВА.


Сафҡа баҫырға әҙерһеңме?
Республикала “Юнармия” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе асылды. Уның етәксеһе итеп Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Арсен Зинәтуллин һайланды.
Йәштәр палатаһында әйтеүҙә­ренсә, “Юнармия” Рәсәй оборона министрының тәҡдиме менән бул­дырылған һәм ил Президенты Вла­димир Путин тарафынан хуп­лан­ған. Хәрәкәттең маҡсаты – йәш бы­уын вәкилдәре күңелендә Рә­сәйҙең тарихына, географияһына, халыҡ­тарына, батырҙарына, дан­лыҡлы ғалимдарына һәм башҡа шәхес­тәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. “Армеецтар” сафын һәр уҡыусы тулыландыра ала, шулай уҡ тотош хәрби-патриотик ойошмалар, клубтар, эҙләнеү отрядтары ағза булып инеү хоҡуғына эйә. ДОСАФФ хәрәкәт ағзаларына үҙ объекттарында шөғөлләнеү мөм­кинлеген бирә.
– “Юнармия”ның төп маҡсаты – йәштәр күңелендә илһөйәрлек, толерантлыҡ, экстремизмға ҡаршы берҙәм көрәш рухы тәрбиәләү, – ти Арсен Зинәтуллин. – Хәрби-ғәмәли спорт төрҙәре буйынса спартакиадалар, хәтер вахталары, яу юлдары буйлап походтар хәрәкәттең төп саралары буласаҡ.

А. РӘХИМҒОЛОВА.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә