Өфөгә яңы йорт кәрәк27.07.2016
Өфөлә “Уңайлы көнкүреш йорто” булдырыу тәҡдиме өйрәнелә. “Был проект һаулығы буйынса мөмкинлеге сикле кешеләрҙе хеҙмәт урыны менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә булышлыҡ ҡыласаҡ”, – ти идеяның авторы, баш ҡалалағы Совет районы эшҡыуарҙары берләшмәһе етәксеһе Ольга Мырҙағолова.
Уның билдәләүенсә, һөҙөмтәлә инвалидтар эшле буласаҡ, ә бәләкәй бизнес хеҙмәткәрҙәр менән тулыланасаҡ. Бындай алым Совет осоронда ла ҡулланылған: һаулығы буйынса мөмкинлектәре сиклеләр һөнәргә өйрәтелеп, тегеү, бәләкәй ремонт менән шөғөлләнгән, аҡса эшләгән.
– Инвалидтар өсөн хеҙмәт күрһәтеүҙең айырым шарттары булдырылырға тейеш, – ти йүнсел. – Ә ундай биналар беҙҙең ҡалала юҡ. Тимәк, төҙөргә кәрәк.
Күп функциялы “Уңайлы көнкүреш йорто” бер йыл эсендә 230 кешене уҡыта һәм эш менән тәьмин итә аласаҡ. Проектты коммерция инвестициялары аҡсаһына тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Л. ҠОРМАНОВА.
Сафҡа баҫырға әҙерһеңме?
Республикала “Юнармия” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе асылды. Уның етәксеһе итеп Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Арсен Зинәтуллин һайланды.
Йәштәр палатаһында әйтеүҙәренсә, “Юнармия” Рәсәй оборона министрының тәҡдиме менән булдырылған һәм ил Президенты Владимир Путин тарафынан хупланған. Хәрәкәттең маҡсаты – йәш быуын вәкилдәре күңелендә Рәсәйҙең тарихына, географияһына, халыҡтарына, батырҙарына, данлыҡлы ғалимдарына һәм башҡа шәхестәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. “Армеецтар” сафын һәр уҡыусы тулыландыра ала, шулай уҡ тотош хәрби-патриотик ойошмалар, клубтар, эҙләнеү отрядтары ағза булып инеү хоҡуғына эйә. ДОСАФФ хәрәкәт ағзаларына үҙ объекттарында шөғөлләнеү мөмкинлеген бирә.
– “Юнармия”ның төп маҡсаты – йәштәр күңелендә илһөйәрлек, толерантлыҡ, экстремизмға ҡаршы берҙәм көрәш рухы тәрбиәләү, – ти Арсен Зинәтуллин. – Хәрби-ғәмәли спорт төрҙәре буйынса спартакиадалар, хәтер вахталары, яу юлдары буйлап походтар хәрәкәттең төп саралары буласаҡ.
А. РӘХИМҒОЛОВА.