Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һарыҡсылыҡ: йөнө, ите, тиреһе...
Һарыҡсылыҡ: йөнө, ите, тиреһе... Шәхси ярҙамсыл хужалыҡ алып барыусылар араһында һарыҡсылыҡҡа өҫтөнлөк биреүселәр арта. Был аңлашыла ла, сөнки ул хужалыҡты тиҙ арала аяҡҡа баҫтырыр, табыш алыр өсөн малсылыҡтың иң ҡулай тармағы һанала. Был малдың биологик үҙенсәлеген ҡарап, ошоно күрәбеҙ: тәбиғәт, климат шарттарына тиҙ яраҡлашалар, аҙыҡ төрләмәйҙәр, сыҙамдар, аҙыҡ осһоҙораҡҡа төшә. Һарыҡтарҙы теләһә ниндәй шарттарҙа ла үрсетеп, төрлө аҙыҡты ашатып була. Шулай ҙа һатып алған саҡта урындағыларға өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡтыр, сөнки һәр тоҡом да бындағы шарттарға тиҙ үк яраҡлашып китә алмай йәки оҙағыраҡ күнегә.
Һарыҡ — көтөүгә өйрәнгән мал. Уларҙы төркөм-төркөм күпләп тә аҫрарға мөмкин. Тағы бер өҫтөнлөгө: башҡа йорт хайуандары менән бер ҡыйыҡ аҫтында тороп (бүлмәләр мотлаҡ айырым), бер үк көтөүҙә лә йөрөй алалар. Был инде булған һарайҙарҙы, ҡорамал, аҙыҡ, көтөүлектәрҙе файҙала­ныу өсөн ҡулай.
Көтөүлек тигәндән, һарыҡтар иртә яҙҙан ҡара көҙгә саҡлы ҡырҙа йөрөй. Һыйыр малы ашай алмаҫтай урында ла “эләктерә” алалар. Белгестәр әйтеүенсә, тәбиғи болонлоҡта улар 400 төр үҫемлек ашарға мөмкин. Сағыштырыу өсөн һыйыр малын алғанда — 150.
Һарыҡ ныҡ эҫене, үтә лә дымлы көтөүлектәрҙе яратмай. Уның ҡарауы, йөн ҡатламы сатлама һыуыҡтан да һаҡлай. Әгәр ҙә ашатыу яғынан өҙөклөктәр килеп сыҡһа, эске майын “эшкә егә” алыуы ла әһәмиәткә эйә. Хәрәкәтсән булыуы тиҙ генә көтөүлеген алыштырырға, тау битләү­ҙәрендә йөрөргә мөмкинлек бирә.
Һарыҡ — тиҙ өлгөрөүсән мал. Өлгөргәнлек 5-6 айлыҡ саҡтарында булһа ла, орғасыларын тәкәгә 10 – 12 айҙа ҡушыу хәйерле. Иртә аталандырыу организмдың өлгөрөп етмәгән сағына тура килһә, ауырыуы, өҙлөгөүе ихтимал, бәрәстәр ҙә бигүк сәләмәт булмаҫҡа мөмкин.
Яҡшы ашатып, тейешенсә ҡараһаң, бәрәстәр тиҙ үҫә, ауырлыҡ йыя. Мәҫәлән, 6-7 айҙан бәрәстәрҙе иткә һуйырға була. Тере ауырлыҡта уртаса үҫеш 250 – 300 грамға арта. Дүрт айлыҡ саҡтарында оло һарыҡ ауырлығының 45–50 процентына етһә, бер йәшкә инде 80 – 90 процентын тәшкил итә.
Күпселек малдың үрсеүе 120 – 150 процент тип иҫәпләнһә, романов тоҡом­лоһо 250 – 300 процентҡа баҫа. Шулай уҡ байтаҡ тоҡомло һарыҡтарға миҙ­гелле үрсем ваҡыты (августан октябргәсә) хас.
Һарыҡтар 12 – 14 йыл йәшәй. Ләкин хужалыҡта 6–8 йыл ғына тоталар. Нәҡ шул осорҙа үрсемгә һәләтле, ите лә ҡаты булмай.
Улар яҡшы ишетә, күрә. Ләкин “өҫкө” нервы системаһы үҫешмәгән. Был нимәнән ғибәрәтме? Уларҙы тик ябай ғына нәмәләргә (рефлекстарға) өйрәтергә мөмкин: аҙыҡ һалыу урынына, көтөүлеккә сығырға, ҡыуырға, саҡырырға. Тағы шуныһын оноторға ярамай: ҡапыл ғына тауышҡа ла ҡурҡыусандар, төрлө үҙгә­рештәргә (стресс) бире­шеүсәндәр. Мәҫәлән, ҡапыл ғына һыуытһа, йөнөн алғас 10 көн эсендә һалҡын алдырыуҙары бар. Шуға ла йөнөн алғанда ла, алғас та һарайҙан алыҫҡа ҡыумайҙар. Ямғыр яуһа, һыуытһа япмаға индерәләр. Торған ерҙәренең ҡыҫыҡ булыуы, йыш ҡына борсоу, үлсәү, урындан-урынға ҡыуыу ҙа кире йоғонто яһай.
Һарыҡтарҙың тоҡомдары биологик яҡтан ниндәйҙер кимәлдә бер-береһенән айырыла. Шулай уҡ про­дуктлылығы буйынса ла. Кеше үҙ хужалығын алып барыу өсөн ҡайһы йүнәлеш кәрәклеген алдан белергә тейеш: йөн алыу өсөн, ит, тире... Мәҫәлән, йөн өсөн һуңғы йылдарҙа грозный, ставрополь, азербайжан тау мериносына өҫтөнлөк бирәләр. Алда телгә алғанса, был урындағы, үҙ климатыбыҙға өйрәнгәндәрҙән тыш. Йөн, ит йүнәлешендәге тоҡомдарҙан кавказ, алтай, совет мериносы, көньяҡ-урал, красноярск, төньяҡ ҡаҙағстан мериносы тоҡомдарын атап булыр ине.
Әлбиттә, беҙ бөтә төр һарыҡтар тураһында яҙып бөтөрә алмайбыҙ. Һуңғы ваҡытта уҡыусыларыбыҙҙан романов тоҡомлолары хаҡында һөйләүҙе үтенгән хаттар килде.
Романов тоҡомо тиҙ үрсеүсән. Бер юлы ике-өс бәрәс килтерергә мөмкин. Бынан тыш, йылдың барлыҡ миҙгелендә лә ҡушыла алалар. Уларҙан алынған тиренән донъяла иң яҡшы тун тегәләр. Улар еңел, йылы, ныҡлы. Был йөндәре тиҙ үҫеүенә, ҡуйы булыуына бәйле. Шуға йөнөн йылына өс тапҡыр (март, июль, октябрь) алалар. Бәрәс­тәрҙекен тәүге мәртәбә 5-6 айлыҡ саҡтарында ҡырҡалар. Һарыҡ тәкәләренең тере ауырлығы 70 – 90 килограмдан, орғасы­ла­рыныҡы 45 – 50 килограмдан артмай. Тиреһе йоҡа, тығыҙ.
Бәрәстәре тыуғанда ҡара була. Үҫә килә ағара башлай. Тире төбөндә йөнө ҡара булып, өҫкө мамыҡ өлөшөнә (1:4 – 1:7 өлөш) үҫкәс, һарыҡтар күкһелерәк күренә.

(Дауамы киләһе сығарылышта).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә