Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҙашҡан мөхәббәт
Аҙашҡан мөхәббәт Башланғыс мәктәп. Ҡыш интернатта йәшәйбеҙ, ә яҙын-көҙөн йөрөп уҡыйбыҙ. Ул көндәрҙе хәҙер һағынып ҡына иҫкә алаһы ҡалды. Бала саҡтың иң татлы, күңелле минуттары йөрәк түренә һеңгән. Ошо мәктәптә осраттым да инде тәүге мөхәббәтемде.

...Экскурсияға барғанда Ринат миңә иң матур сәскәләрҙе йыйып бирә. Дуҫлыҡ хисе яйлап мөхәббәткә әүерелде. Ул күмәк балалы ғаиләлә үҫкән, тәрбиәле, киң күңелле, тиҙ аралашыусан, төҫкә сибәр. Мәктәптә абруйы ҙур. Һиҙәм: күп ҡыҙҙарға оҡшай ине Ринат, ә ул арабыҙҙан мине һайланы, мине генә ярата төҫлө. Яҡын дуҫтарым беҙгә һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарай торғайны.
Һөйгәнем минән ике йәшкә өлкән ине. Мәктәп һигеҙ йыллыҡ булғанлыҡтан, ул уҡыуын күрше ауылда дауам итте, ә мин бында ҡалдым. Аҙна үткәнсе бер-беребеҙҙе үлеп һағынабыҙ. Ул саҡ һөйләшергә кеҫә телефоны түгел, ябайы ла юҡ. Арабыҙ яйлап алыҫая барҙы: мәктәпте тамамлағас, мин уҡыуҙы ҡалала дауам иттем.
Бына һабантуй ваҡыты етте. Мин дә, Ринат та ашҡынып килгәнбеҙ. Ләкин көтөп алған байрам мөхәббәтебеҙҙең юғалыуына сәбәпсе булыр тип кем уйлаған?!
Һағынышып осраштыҡ, ләкин бергә ҡайтырға форсат булманы. Ринатты футбол ярышына саҡырҙылар. Шул саҡ ситтә торған өс ҡыҙҙың Фәниә исемлеһе эргәмә килеп һүҙ башланы: “Земфира, һин маһайма, Ринатты яратыусы һин генә түгел. Бына ул да (таныш түгел сибәр ҡыҙға төртөп күрһәтте) уны үлеп һөйә. Осрашалар, бергә булырға вәғәҙә бирешкәндәр...
Фәниәнең һүҙҙәре йөрәгемә бысаҡ булып ҡаҙалды, аяҡ аҫтындағы ер уйылып төштөмө ни! Ауылға нисек ҡайтҡанымды ла иҫләмәйем, үҙем илайым. Ринат бер ни белмәй футбол уйнай, еңеү улар яғында булһа кәрәк...
Апайыма илай-илай һөйләйем, ул мине йыуата: “Эй, һеңлем, был тормошта әллә нимәләр күрәһең барҙыр әле. Тимәк, ул ҡыҙ менән ҡайҙалыр танышҡан, һеҙ бит хәҙер бер-берегеҙҙән йыраҡ. Ай-һай, егеттәргә ышаныуы ҡыйын. Хәҙер инде IX класты тамамланың, бына шифаханаға эшкә саҡырыу иғланы бар: бушлай ашаталар, бүлмә бирәләр. Иртәгә үк кит”.
Апайымдың әйткәнен тоттом, эшкә ҡуш-ҡуллап алдылар. Шулай итеп шифаханала ашнаҡсы булып хеҙмәт юлын башланым. Эшем оҡшаны, үҙемде хөрмәт иттеләр.
Ринатҡа хат яҙманым, оноторға тырыштым. Ял йортонда уға оҡшап торған Ильяс исемле егет менән танышып, ғаилә ҡорҙоҡ, бер-бер артлы ике ул таптым.
Ирем менән татыу йәшәнек, ҡайны-ҡәйнәм дә мине яратты. Ял йортонда эшләнек, мул тормошта кинәндек. Улдарҙы уҡытып, гөрләтеп туйҙар яһап, оло юлға баҫтырҙыҡ. Тик Ильясым ҡапыл ғына гүр эйәһе булды. Яңғыҙ ҡалдым.
...Йылдар үтте. Бер көн өй янына еңел машина килеп туҡтап, унын ҡулына сәскә гөлләмәһе тотҡан ир сыҡты. Ринат бит!.. Илле йыл күрешмәгәнбеҙ, ҡаушаным. Тупһаға сыҡтым. Ышаныслы аҙымдар менән атлай теге ир. Бер-беребеҙгә ҡарап, күҙ йәшенә күмелеп баҫып торабыҙ. Эргәлә шул тиклем матур итеп һандуғас һайрай. Ярты быуаттан һуң да Хоҙай Тәғәлә мөхәббәтебеҙҙе һаҡлаған, фә­рештәләр яңынан ҡауыш­тырырға һүҙ ҡуйышҡандыр, күрәһең. Эй, яҙмыш, яҙмыш…
– Футбол уйнап бөткәс тә һине эҙләнем, – тип бәйән итте Ринат. – Ҡаршыма Фәниә сыҡты, ахыры, көтөп, күҙәтеп торған. “Ана, һөйгәнең һине лә көтмәй, бер сибәр егет менән еңел машинаға ултырып китте. Уға, тимәк, кәрәкмәйһең. Мин – һинең мөхәббәтең, бергә булайыҡ”, – тине.
Ә һин, Земфира, уның һүҙенә ышанып ҡайтып киткәнһең. Һине эҙләп ауылығыҙға күп тапҡыр барҙым, тапманым. Кеше һүҙе юлдарыбыҙҙы айырҙы. Шул көҙ әрмегә киттем. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, өйләндем. Ләкин ысынлап ярата алманым, әммә ҡатынымды ташларға намыҫым ҡушманы. Күптән түгел мәрхүмә булды ул. Һинең менән осрашыу минутын ғүмер буйы көттөм. Әммә ғаиләңде, арағыҙҙы боҙормон тип ҡурҡтым. Хәлеңде ишеткәс, класташтарың аша адресыңды таптым. Бына хәҙер, Зем­фираҡайым, ҡарт көнөм­дә эргәңдә баҫып торам…

Вараҡа ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА яҙып алды.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә