Был егет менән Өфөгә бер йылда килдек. Ә хәҙер үҙе студенттар уҡытып йөрөй. Бындай ҡаҙанышҡа еңел өлгәшмәгәндер Ейәнсура районы егете. Бер танышы булмаған Өфөлә кем уға барыһын да килтереп тотторһон? Изге кешеләрҙән, ғәҙәттә, иң ҙур бүләк – алтын кәңәш. Ә ҡалғаны Айтуған Ҡуланчиндың үҙ тырышлығына һәм камиллыҡҡа ынтылышына бәйле.– Ниндәй мөхиттә буй еткерҙең, Айтуған?
– Тәү сиратта өләсәйемдең өгөт-нәсихәттәрен, теләктәрен тыңлап үҫтем. Ул, Аллаға шөкөр, туҡһанға етеп килә. Һаман да изге теләктәренән айырмай ҡәҙерлем, телде, илде яратырға өндәй.
Атайым да милли тәрбиәгә ҙур иғтибар бирҙе. Бәләкәй саҡта өйҙә Әхмәтзәки Вәлиди тураһында бер китап булды. Бик боронғо ине ул. Атайым Совет осоронда тәрбиәләнгән быуындан булһа ла, Вәлидиҙең кем икәнен аңлап йәшәгән. Шуға күрә лә бәләкәйҙән был олуғ шәхесебеҙгә, шулай уҡ Салауат Юлаевҡа ҡарата күңелебеҙҙә ихтирам, хөрмәт тойғоһо тәрбиәләне.
– Мәктәп осоронда ниндәйерәк малай булдың? Үҙ-ара ыҙғышып ала инегеҙме?
– Булғандыр инде. Күрше ауылға йөрөп уҡыныҡ бит, шунда сәкәләшергә тура килде. Әле йәй һайын балалар һабантуйы ойошторабыҙ, аралашып-һөйләшәбеҙ. Ҡасандыр ебәргән хатабыҙҙы аңлатырға тырышам. Дошманлашыу бит әллә нимәләргә барып етә торғайны. Бүленеш китә ине. Әле кескәйҙәргә шулай тим: “Улай булмағыҙ. Беҙ хата ебәргәнбеҙ. Үҙ-ара талашмағыҙ, дуҫ булығыҙ. Һеҙ – бер Ватан балалары, нисек тә уртаҡ тел табырға кәрәк”.
Тыуған яғымда йыл да үткән был сараны – балалар өсөн дини һабантуйҙы – ойоштороуҙа мин дә ҡатнашам. Байрам ун йылға яҡын уҙғарыла. Төп бурысы – балаларҙы яҡшылыҡҡа өндәү, күңелдәрендә иман тәрбиәләү. Динде дөрөҫ аңлауҙарын теләйбеҙ. Йәнә бер-береһе менән танышһындар, дуҫлашһындар тибеҙ. Үҙҙәре кеүек үк яҡшы тиңдәштәре һәм милләттәштәре күплеген күрһендәр.
– Мәктәптә ниндәй предметтарҙы үҙ иттең?
– Теүәл фәндәр менән әҙерәк ҡатмарлыраҡ булды. Яратҡандарҙан иһә тарихты, географияны әйтер инем. Тәүгеһенә һөйөү тәрбиәнән киләлер, тим. Атайым колхоз эшсеһе, юғары белем алмаһа ла, тарихты яҡшы белә ине. Шул темаға китапты күп уҡый, гәзиттәрҙән төрлө мәғлүмәттәрҙе йыйып бара торғайны. Шулар буйынса күп нәмә өйрәтте. Өлкән ағайым да тарихты яратты.
Мәктәптән һуң тура Өфөгә килдем. Дөрөҫөн әйткәндә, аныҡ ҡына маҡсатым булманы. Бары белем алырға. Ә варианттар төрлө ине. Араларынан мәҙрәсәне һайланым, сөнки дин менән дә ҡыҙыҡһына инем. Тәүҙә Ислам нигеҙҙәрен өйрәнһәм, артабан күҙ күрер.
Мәҙрәсәлә уҡыған йылдарҙа Өфө китапхана эше һәм киң коммуникациялар колледжына ситтән тороп уҡырға индем. Баҡһаң, унда “документ һәм архив-документ эше” тигән йүнәлеш бар икән. Архив тигәс, тарих бит инде. Шул ҡыҙыҡһындырҙы. Һуңғараҡ Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында ла ситтән тороп уҡыным.
– Мәҙрәсәлә уҡыу һиңә нимә бирҙе?
– Дөйөм алғанда, йәшәргә өйрәнгәнмендер, тип уйлайым. Йәнә тормоштоң мәғәнәһен эҙләү ҙә булғандыр. Был йәһәттән беренсе йыл уҡығанда төрлө уйҙарға бирелә инем. Мәҫәлән, теләгән һәр кемдең табип һөнәрен үҙләштереүе ихтимал, шул уҡ ваҡытта барыһы ла ысын кеше була аламы? Ҡатмарлы һорау. Шуға ла башта кеше булып формалашыу кәрәк тигән фекер тыуҙы.
Эйе, мәҙрәсә мине фекерләргә өйрәтте. Унда үтелгән темалар тормош тураһында: сабырлыҡ, мөхәббәт, ихтирам-хөрмәт, әҙәп-әхлаҡ, хеҙмәт... Шул уҡ ваҡытта артыҡ мәғлүмәт менән башыңды ла бутамайҙар. Ә башҡа уҡыу йорттары программаһы үтә киң. Һөҙөмтәлә арып та кителә.
– Танышҡанда шиғыр яҙа инең...
– Ул шөғөл мәктәптә үк яҡын булды. Яҙыуҙы бында килгәс тә дауам иттем. Ижад емештәренең ҡайһы берҙәрен Яҙыусылар союзына ла алып барғаным булды. Тик шиғырҙы фәнгә барып еткәнсе генә яҙҙым, артабан иһә һайлау алдына баҫтым. Кеше тик бер өлкәлә шөғөлләнергә тейеш тип иҫәпләйем. Фәнде һайланым, ул нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра ине.
Шиғырҙарҙың ҡайһы берҙәре баҫылып та сыҡты. Юғары баһаланғандары ла булды.
Сал сәстәреңде һыйпап,
Тәҙрә аша
Шаулап килгән яҙға ҡараның.
Һәм үҙеңсә генә үлсәп ҡуйҙың
Тыуым менән үлем араһын... –
тигәнен тәрән мәғәнәле тип, айырыуса оҡшатҡандары әле булһа иҫтә. Шиғыр яҙыуым фәнгә юл ярғандыр...
Ғәрәп телен дә өйрәнәм. Әйткәндәй, Көнсығышта ҡыҙыҡлы ғына әйтем бар: ир-егет уларҙағы өс телде белергә тейеш, тиҙәр. Беренсеһе – төрки теле. Ул – яугирҙәрҙеке. Тимәк, ир-егет ҡаһарман рухлы булырға тейеш. Икенсеһе – фарсы теле. Ул – шағирҙарҙыҡы. Һәр ир-егет ниндәйҙер кимәлдә һүҙ оҫтаһы булырға, үҙ фекерен әйтә белергә, яҡшы һүҙ аша күңелде үҫтерергә тейеш. Өсөнсөһө – ғәрәп теле. Ул – фән, дин теле. Был йәһәттән күп ғилемдең Мысыр яғынан килгәне билдәле. Һанап кителгән сифаттар һәр ир кешелә ниндәйҙер кимәлдә булырға тейеш бит.
– Ә икенсе юғары белем алыу һәм эш урыны тип ниңә БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетын һайланың?
– Мәҙрәсәлә ғәрәп телен өйрәндек. Өсөнсө-дүртенсе курстарҙа һөйләмдәргә “иғраб” – анализ – эшләй башланыҡ. Башҡорт телен дә шулай төптән үҙләштерге килде. Йәнә факультетта ғәрәпсә өйрәнеүҙәре лә ылыҡтырғандыр.
Мине тағы һүҙҙәрҙең килеп сығышы ҡыҙыҡһындырҙы. Был әлеге лә баяғы тарихҡа бәйле. Мәҙрәсәлә уҡығанда “Был һүҙ ҡайҙан килеп сыҡты икән?”, “Ә быныһы?” тигән һорауҙар тыуа башланы. Әйткәндәй, армиянан да ошо юҫыҡта байтаҡ нәмә яҙып алып ҡайттым. Унда башҡорт телендәге ҡайһы бер ҡылымдар буйынса ҡыҙыҡлы фекерҙәр төйнәлде. Мәҫәлән, ябай ғына “ҡамасаулау” тигән һүҙҙе алайыҡ. Тимәк, нимәнелер эшләүгә ҡаршы тороу, кәртә ҡуйыу. Тикшерә башлағас, шуға иғтибар иттем: башҡорт телендә “ҡамас” тигән иҫкергән һүҙ бар икән. Мәғәнәһе – йылымдың ҡамап сығара торған яғы. Балыҡ һөҙгән ваҡытта уны ергә ҡуябыҙ ҙа икенсе яҡтан көжгөйбөҙ. Һыуҙы шапылдатыпмы, ҡом, таш ташлапмы тигәндәй. Балыҡ сығып ҡасмаһын өсөн уны ҡамас менән аулап, юлына ҡаршы сығабыҙ. Һәм, минеңсә, ошо тар даирәлә ҡулланылған “ҡамасаулау” һүҙе тора-бара киңерәк ҡулланылыш алған.
“Аҡыл” һүҙенә ҡарата фекеремде лә әйтеп үтәйем. Ғәрәп теленән килеп ингән ул. Шундағы уҡ “ғиҡәл” – башҡортса “тышау” – һүҙе менән бәйле. Бер тамырҙан сыҡҡан ике ғәрәп төшөнсәһенең уртаҡ мәғәнәһе лә бар. Аллаһ Тәғәлә кешегә аҡыл биргән. Әҙәм балаһы уның ярҙамында үҙен контролдә тоторға, нәфсеһен тыйырға тейеш. Ә бына хайуандарға кешенеке кеүек үк аҡыл бирелмәгән, шуға ла уларҙы тышайбыҙ. Өҫтәүенә йүгәнләйбеҙ, йөрөгән ерен кәртәләйбеҙ. Әгәр инде кеше берәй эш боҙа икән, тимәк, ул үҙ аҡылында түгел, һәм ҡулына тышау, йәғни бығау, кейҙерәләр.
– Буш ваҡытыңда нимә менән шөғөлләнәһең?
– Уҡытыусы булып эшләгәс, бигерәк тә юғары уҡыу йортонда, камиллашыу кәрәк. Был – заман талабы. Һәр ваҡыт нимәнелер ҡабатлайым, төрлө китаптар уҡыйым, айырыуса телгә ҡағылышлыларҙы. Ҡытай теле менән ҡыҙыҡһынам. Ошо мауығыуыма ҡарата ҡайһы берәүҙәр: “Нимәгә ул?” – тиһә, икенселәр: “Ҡытай телен үҙаллы ғына өйрәнеп булмай”, – ти. Тик улар төп маҡсатты аңлап етмәй. Мин бит ҡытайса һөйләшергә, уҡытырға йыйынмайым. Башҡорт теле менән шөғөлләнәм икән, тимәк, уның башҡалар менән бәйләнешен өйрәнеү мөһим. Ҡытай Алтайға яҡын бит: төрки халыҡтары аша, бәлки, берәй оҡшашлыҡ барҙыр. Яңыраҡ, мәҫәлән, ундағы “мо” тигән һорау киҫәксәһенә иғтибар иткәйнем. Беҙҙәге “мы” менән оҡшаш. Әйтәйек, барҙыңмы, йырланыңмы, тибеҙ. Улар иһә сәләмде ошолай бирә: “Ни хау мо”. Был беҙҙәге “Һин һаумы?” тигәнгә оҡшап ҡала.
Ғөмүмән, башҡорт теле буйынса белгес булғым килә. Милләтемә файҙа килтерерҙәй хеҙмәт күрһәтеү теләге ҙур.
– “Эште эш булғаны өсөн башҡарырға яратмайым” ти ҡайһы берәүҙәр...
– Хеҙмәтеңдең оҡшауы мөһим. Эш хаҡы, эйе, мөһим мәсьәлә, ләкин минең өсөн фән алдараҡ тора. Төп эшем дә – ул, өйгә ҡайтҡас та... Ни эшләйһең – күңел талабы.
– Тағы нимә менән ҡыҙыҡһынаһың?
– Хоккей ҡарайым, “Салауат Юлаев” командаһының көйәрмәнемен.
Йәнә – ҡәһүә. Мәҙрәсәлә Мысырҙан килгән остаздар уҡытты беҙҙе. Шулар араһында Ғәрәби исемле шәйех булды, шундай ихлас ине үҙе. Ҡәһүәне нисек әҙерләргә өйрәтте ул.
– Ихласлыҡ тигән һүҙ һинең өсөн нимә ул?
– Был һүҙ ғәрәптәрҙә ҡыҙыҡ аңлатыла. Видеодәрестәр ҡарағанда Мысырҙағы бер фән докторының лекцияһына юлыҡҡайным. “Ихлас” тигән һүҙҙе ошо сығышта ишеттем. Ул ғәрәп телендәге “халәсә” ҡылымынан барлыҡҡа килгән. Ғалим уға бәйле ҡыҙыҡлы миҫал килтерә. Бына беҙ алтын табабыҙ. Унда ташы ла бар, тимере лә, йәғни таҙа уҡ түгел. Хәҙер шуны иретәбеҙ ҙә саф алтынын айырабыҙ. “Ихлас тигән һүҙ ошо процесс кеүек”, – ти ғалим. Унда тик сафлыҡ булырға тейеш, бер ниндәй көнләшеү ҙә, башҡа насар уй ҙа юҡ. Был йәһәттән “мәҙәниәт” тигән һүҙгә лә үҙемсә аңлатма бирәм. Минең өсөн ул – яҡтылыҡҡа ихлас күңел менән ынтылыу. Һәр эштә, нимә генә башҡарһаң да. Яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылырға кәрәк, күңелең ихлас булырға тейеш.
– Дини ҡанундарҙы үтәгән кешеһең. Ислам ҡағиҙәләре буйынса йәшәү нисегерәк?
– Еңелерәк. Ҡалай ҙа дини кеше башҡасараҡ фекерләй. Уға һәр нәмә, минут, көн ҡәҙерле. “Был тормошта бер тапҡыр ғына йәшәйбеҙ, шуға күрә бөтәһен дә алып ҡалырға кәрәк” тигән яңылыш фекерҙе инҡар итеп, киреһенсә, “күберәк биреп ҡалырға кәрәк”, тип өйрәтә дин. Йәғни кешеләргә ярҙам итеү, башҡалар тураһында уйларға. Иманлы кеше күп мәсьәләне еңелерәк хәл итә, ауырлыҡтарҙы ла, һынауҙарҙы ла... Төрлө дин вәкилдәре бер-береһенә ҡарата ихтирамлы булырға тейеш. Төрлө халыҡтар йәшәгән Рәсәйҙә толерантлыҡ ҙур әһәмиәткә эйә.
– Башҡаларҙа ниндәй сифат иғтибарыңды йәлеп итә?
– Кешенең фекер йөрөтөү кимәле. Аҡыллылар менән һөйләшеүҙән үҙеңә әллә күпме фәһем, файҙа алырға була.
– Бөгөнгө йәштәр тураһында нимә әйтер инең?
– Уларға ҡарап, күңелдә ҡыуаныс кисерәм. Ҡыҙыҡһыныусандар, фекерлеләр, рухлылар.
– Халҡыбыҙға ниндәй теләктәрең бар?
– Иманлы булайыҡ, тура юлдан яҙмайыҡ, күркәм сифаттарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, белемгә ынтылайыҡ. Шундай милләттең киләсәге яҡты булыр.