Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәндәй күреп Йәнйегетте
Ауылдың килеп сығышы Таулыҡай ауылына бәйле, ә уның тарихы 400 йылдан ашыуыраҡ. Элек был төйәк Ҡолторсаҡ тип аталған, тиҙәр. Ҡолторсаҡтың атаһы – Бейеш Тархан, ә улы – Ҡотлоюл. Ҡотлоюлдың улы Сураҡ булған.
Ә Таулыҡай Сураҡтың улы.
Таулыҡайҙың улы – Йәнйегет.


Яҙмыштарҙа –
халҡым тарихы


Хәҙерге Йәнйегет элек Ҡотлоюл тип йөрөтөлгән. Ҡотлоюл Ҡолторсаҡов тархан булған. 1755 йылғы Батырша яуында ҡатнашҡаны өсөн һөргөнгә ебәрелгән. Таулыҡайҙың ике улы булған: Аҡҡусҡар һәм Йәнйегет. Ә Йәнйегеттең өс ҡатынынан ете улы тыуған: Баййегет, Үҙәнбай, Күсәрбай, Юнысбай, Ғәбделхаҡ, Иҫәнбай һәм Ғәбделғәфи. Йәнйегет батша армияһында хеҙмәт иткән. 1812 йылғы Ватан һуғышында зауряд-сотник булған. 1816 йылда Ҡотлоюл ауылында төпләнгән, һуңынан был ауылды Йәнйегет тип йөрөтә башлағандар.
Һәр ауылдың үҙенсәлекле атамалы тау-урманы, шишмәһе, йылғаһы, һаҙлыҡтары бар. Уларға ҡыҙыҡлы, күркәм исемдәрҙе халыҡ бирә. Борондан ҡалғандары телдән телгә күсеп, бөгөнгә килеп етһә, яңылары, элеккеләре һымаҡ уҡ, ниндәйҙер тарихҡа бәйле барлыҡҡа килгән.

Улаҡ ҡойоһо башы

Борон ауылда Зәйтүнә исемле бик сибәр, нескә, һомғол кәүҙәле, аҡыллы ҡыҙ йәшәгән. Уға Йәнйегет ғашиҡ булған. Йәштәр һәр ваҡыт аҡ ҡайындар үҫкән шишмә янында осрашҡан. Ағастар араһынан былар етәкләшеп йөрөгән ерҙә һуҡмаҡ һалынған. Бөгөн уны “Мөхәббәт һуҡмағы” тиҙәр.
Бер ваҡыт Йәнйегетте хеҙмәткә алғандар. Зәйтүнәһе уны көтөргә вәғәҙә биреп ҡалған. Күп тә үтмәгән, ҡыҙҙы кәләшлеккә һоратҡандар. Зәйтүнә ризалыҡ бирмәгән. Ул, атаһының атына менеп, Кәрешкә ауылы янындағы Ҡыңғырташ тигән тауға ҡарай сапҡан. Иң бейек ҡаяға менеп, һыбай килеш аҫҡа ырғыған. Атын да, Зәйтүнәне лә шунда ерләгәндәр. Йәнйегет һөйгәненең ҡәберен гел тәрбиәләп торған. Улаҡ шишмәһен дә тәртипкә килтереп, шунда ике йөрәк формаһындағы ташты ҡуйған.

Яҡташтарына терәк

Ауылда йүнсел халыҡ йәшәй. Мәҫәлән, Фаил Ҡоланбаев. “Сибай” совхозы бөтөрөлгәс, үҙ эшен асырға ниәтләгән. Кредит юллап, утыҙ ике баш һыйыр малы аҫрай башлаған. Район етәкселеге хәстәрлеге менән бирелгән субсидияны өҫтәп, тағы ла егерме баш һыйыр малы алған. Иң беренсе булып улдары Алмас, Илнар ярҙамға килгән эшҡыуарға.
Бөгөн Фаил Исрафил улының хужалығында һикһән баш һауын һыйыры, егерме биш баш тана, ҡырҡлап быҙау, егерме өс йылҡы аҫрала. Уның ҡулы аҫтында 590 гектар сәсеүлек, 520 гектар бесәнлек, 64 пай ере лә бар. Шулай уҡ ете берәмек техникаһын төҙөк тота, 14 кешегә эш урыны булдырған. Абруйлы ир-уҙаман Фаил Исрафил улы ауыл Советына депутат, староста итеп һайланған. Район кимәлендә һәм ауылда үткәрелгән сараларҙа гел генә бағыусы була ул.

Матур йәшәү –
боронғоларҙан аманат


Йәнйегет йәнле тормош менән йәшәй: мәҙәниәт өлкәһе үҫеш кисерә, китапхана ла, ағинәйҙәр клубы ла заманға ярашлы эштәр алып бара.
Ауылдан байтаҡ билдәле шәхес сыҡҡан. Улар араһында мәктәп директорҙары, атҡаҙанған табиптар, яҙыусылар, шағирҙар, телевидение хеҙмәткәрҙәре бар.
Быйыл Йәнйегет ауылы 200 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Халыҡ заман елдәренә бирешмәй, матур йәшәргә ынтыла. Күмәк көс менән мәсет тә төҙөлә. Ошо көндәрҙә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойошторҙо йәнйегеттәр. Ҡор, йыйын йыйыу – борондан ҡалған йола.

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

Баймаҡ районы.



Бәхет ниҙә?

Бер ауылдағы өс дуҫ бәхет тураһында хыяллана. Тик был төшөнсәне һәр береһе үҙенсә аңлай. Беренсеһе – байлыҡта, икенсеһе – талантта, ә өсөнсөһө ғаиләлә күрә.

Барыһы ла үҙ бәхетен таба. Өлкәнәйгәс, улар осраша һәм һығымта яһай.
– Бай булдым, тик бәхет кисермәнем. Һарандарҙы күрә алмайым, ошо тойғо менән баҡыйлыҡҡа күсермен инде, – ти беренсеһе.
Икенсеһе иһә:
– Талантлы булдым, ләкин бәхет эҙләмәнем. Донъянан яңғыҙлыҡтан йонсоп китәм, – тип белдерә.
– Ә мин бәхеттең нимә икәнен беләм, – тип шатланып хәбәр итә өсөнсөһө. – Яҡындарым, туғандарым менән бергә рәхәтләнеп йәшәнем. Ер йөҙөнә иң ҡәҙерле ҡомартҡы – ишле быуын, тәртипле балалар – ҡалдырам!

* * *
Йәшәгән, ти, ике ҡатын. Уларҙың тормошо оҡшаш булһа ла, береһе — бәхетһеҙ, икенсеһе, киреһенсә, бәхетле икән.
— Хоҙайым, ниңә мин шул ҡәҙәр ыҙалап йәшәйем икән? — тип зарланған тәүгеһе. — Ирем эсә, өйөбөҙ бәләкәй, ауылда эш юҡ, аҡса етмәй, балаларым тыңлауһыҙ: йүгерә лә һикерә...
Ә икенсе ҡатын шатланып туя алмай ти:
— Шундай бәхетлемен, Хоҙайым! Ҡайһы ваҡыт эсеп алһа ла, ирем бар, бәләкәй, әммә уңайлы өйҙә йәшәйбеҙ. Ауылда эш булмаһа ла, үҙ шөғөлөм бар. Аҡса етә, балаларым һау-сәләмәт: йүгерә лә һикерә...
Аллаһ Тәғәлә барыһын да ишеткән.
— Һин, ҡәҙерлем, бәхетһеҙлектең нимә икәнлеген белмәйһең әле, — тигән ул тәүге ҡатынға. — Мин уны һиңә күрһәтермен.
Ә икенсе ҡатынға былай тигән:
— Ә һин бәхеттең нимә икәнлеген аңламайһың. Мә, тот, уны ысынлап той!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә