Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үрген яулаған үр
Үрген яулаған үр Бай тарихы, хозур тәбиғәте, бай күңелле халҡы менән дан тота Үрген. Октябрь революцияһына тиклем бында ике мәсет һәм мәҙрәсә эшләп, уларҙа күренекле дин әһелдәре һәм мөғәллимдәр Сәләхетдин Абдуллин менән Әхмәтбаҡый Аҡъюлов хеҙмәт иткән. 1921 йылда асылған башланғыс белем усағы оҙаҡламай ете йыллыҡ, артабан урта мәктәп итеп үҙгәртелгән. 60-сы йылдарға тиклем унда Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарының 38 ауылынан балалар белем алған. Мәктәпте тамамлағандар араһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин, фән докторҙары, профессорҙар Мөхтәр Әхтәмов, Ибраһим Рәхмәтуллин, Марат Ҡолшәрипов, Хәҙисә Солтанбаева, егерменән ашыу фән кандидаты бар. 1927 йылда ауылда Сәлих волосында беренсе коллектив хужалыҡ ойошторолған. Үткән быуат аҙағына тиклем бындағы “Заветы Ильича” колхозы республикала иң алдынғыларҙан булды, 30-лап кеше СССР-ҙың орден-миҙалдарын, юғары исемдәр алды.


Үрген тураһында тәүге рәсми мәғлүмәт 1761 йылда теркәлә. Ләкин ауыл күпкә иртәрәк барлыҡҡа килгән, тиҙәр. Ырыуыбыҙға нигеҙ һалған Үҫәргән бей XV быуатта йәшәй. Улы Таймаҫтың ете улы һәм күп ейән-ейәнсәрҙәре була. Улар, ғаиләләре һәм мал-тыуары менән оло йорттан айырылып, Һаҡмар, Ҡаҫмарт, Әселе, Өҫкәлек, Һүрәм, Үрген һәм башҡа йылға үҙәндәре буйлап йәйләй, бихисап ауылға нигеҙ һала. Мәҫәлән, Ҡыуандыҡ, Һунарсы, Ҡаҙанболаҡ, Абҙан, Этҡол ( Юлдаш), Үрге Муйнаҡ, Ибрай, Таҙлар, Үрген һәм башҡалар.
Тыуған яҡты өйрәнеүсе Фәсхетдин Илбулдин раҫлауынса, Үҫәргән бей Үргендә донъя ҡуйған һәм шунда ерләнгән. Ауыл — шулай уҡ мәшһүр Ерәнсә сәсәндең төйәге, уның хәләл ефете Бәндәбикәнең килен булып төшкән ере.
Ауыл булып ойошоп ултырғанға тиклем кешеләр йылға үҙәндәрендә, тау битләүҙәрендә бер нисә ғаиләнән торған ҡышлау-утарҙарҙа, ыҙмаларҙа йәшәй. Ул турала ер-һыу атамалары ла һөйләй: Боранғол утары, Иҫке ыҙма, Әҙел ыҙмаһы, Сәләм уяҙы, Ҡушай бисә алған, Наҙый, Урыҫай, Көһәпәй… Йылдар үтеү менән утарҙар ауылдарға ойошоп ултыра башлай, яйлап халыҡтың көнкүреше үҙгәрә, ярым ултыраҡ тормошҡа күсеү башлана. Шул ваҡытта ер бүлергә өйәҙҙән землемер килә. Берәүҙәргә – ул ваҡытта ҡуйы туғайлыҡ булған хәҙерге Сатра, икенселәргә бөгөнгө Тибеҙ урамы урыны бүленә. Супандар Ағаслы Үрген йылғаһы аръяғындағы “Сана төшәр”ҙә урынлаша. Бишәйҙәргә урын Уҫаҡ кисеү менән Тибеҙ араһынан бирелә. Ләкин улар быға риза булмай һәм, ҡайтырға сыҡҡан землемерҙы ҡыуып етеп, үҙҙәре теләгән ерҙе биреүҙе үтенә, бер батман бал бүләк итә. Шунан һуң ғына халыҡтың һорауы ҡәнәғәтләндерелеп, уларға Ағаслы Үргендең аръяғында Ерекле йылғаһы тамағынан алып хәҙерге Бишәй күперенә табан ер бүленә.
Тәүҙә ауыл исемһеҙ йөрөй. Яңы барлыҡҡа килгән башҡорт ауылдарының байтағы өсөн был ғәҙәти күренеш була. 1719 йылдан Рәсәйҙә ревизиялар, хәҙергесә әйтһәк, халыҡ иҫәбен алыу башлана. Улар 1859 йылға тиклем 10 тапҡыр үткәрелә. Бөтә ауылдарға ла мәжбүри рәүештә исем бирелә, улар йыш ҡына староста, старшиналар исеменән алына. Был ваҡытта беҙҙең ауыл старостаһы вазифаһын Этбуҡ Сағыров биләй, һуңғараҡ ул Үҫәргән волосының старшинаһы ла булып китә. Ауылға тәү башлап ошо кешенең исеме бирелә, бөтә рәсми документтарҙа, архив материалдарында һаҡланған ул. Әйтергә кәрәк, йәмғиәттә тотҡан урыны, халҡының һаны, мәҙәниәт һәм мәғрифәт кимәле, билдәле шәхестәре менән ауылдың есеме исеменә һис тә тура килмәгән. Быны яҡшы аңлаған тирә-йүн халҡы юҡҡа ғына төйәкте “Ахун хәҙрәт”, “Хажи хәҙрәт”, “60 мулла ауылы” тип йөрөтмәй. 1922 йылда иһә кешеләрҙең һорауы буйынса ауылға йылға исеме бирелеп, ул Үрген тип атала башлай.
Старостаның исеменә лә асыҡлыҡ индереп китәйек. Ауылда Сағыр исемле кеше ҡатыны менән көн күрә. Ул ваҡыттарҙа беҙҙең яҡтарға донъя мәшәҡәттәре, сауҙа мәсьәләләре буйынса ҡаҙаҡтар йыш килә. Бер кис улар Сағырҙың өйөндә төн үткәреп китергә туҡтай. Иртән тороуҙарына ғаиләлә малай тыуған була, ләкин юлсылар ата-әсәнең йөҙөндә шатлыҡ тойғоһо күрмәй. Ҡаҙаҡтарҙың ғәжәпләнеүенә хужалар ошолай яуап бирә: “Балаларыбыҙ тыуып тора ла ул, йәшәп китә алмай шул”. Юлсылар: “Былай булғас, исем беҙҙән”, – тип малайҙы Этбуҡ тип атап китә. “Насар исем ҡушһаң, бала ғүмерле була” тигән ырым бар бит. Ысынлап та, малай йәшәп китә, ғаиләлә артабан тағы бер нисә бала тыуа.
1795 йылда үткәрелгән 5-се ревизия буйынса ауылда 301 кеше йәшәй. Халыҡ тураһында тәүге тулы мәғлүмәтте 1816 йылғы иҫәп документтарынан алырға була. Һуңғы рәүиз 1859 йылда үткәрелә. Ул осорҙа Үрген бөгөнгө Ейәнсура биләмәһендә генә түгел, күрше Ҡыуандыҡ районы сиктәрендә лә иң күп халыҡлы башҡорт ауылы була. Унан ҡала Иҙәштә – 656, Назарҙа – 514, Рыҫҡужала 492 кеше йәшәй.
1917 йылда Ваҡытлы Хөкүмәт халыҡ иҫәбен алыу үткәрә. Был заманда ауылда халыҡ иң күп йәшәгән була – 141 хужалыҡта 1450 кеше ғүмер итә.
Халыҡ ярым күсмә тормош алып барып, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ике Үрген, Кесе Һүрәм йылғалары буйҙарында, Ҡара тәкә һыртында йәйләгән. Ҡыш ауылда йәшәгәндәр, күпселек өйҙәр ситәндән үрелгән, ағас өйҙәр бик һирәк булған, бөтәһе лә тип әйтерлек – ҡыйыҡһыҙ. Эсе-тышы балсыҡ менән һыланған, бәләкәй генә ҡарындыҡ тәҙрә, ер иҙән, баш тейә яҙып торған түшәм... Ауыл халҡының төп шөғөлө малсылыҡ булған, йылҡы, һыйыр, һарыҡ аҫрағандар. Игенселек менән дә шөғөлләнеп, тары, арпа, бойҙай, киндер сәскәндәр. Ағаслы Үрген һәм Наҙый йылғаларында тирмәндәр булған. Йәй көнө сана табаны, дуға бөккәндәр, ҡамыт яғы сапҡандар, һалабаш һалғандар, ҡыш сана, арба эшләгәндәр, тәгәрмәс яһағандар.
Ҡуянға, төлкөгә, бүрегә, айыуға һунарға йөрөгәндәр. Тоҙаҡ ҡорғандар, эт менән дә йәнлек аулағандар. Ҡырпаҡ ҡарҙа һыбай сыҡҡандар ҙа төлкөнө ҡамсы менән, ә бүрене арытып суҡмар менән һуғып алғандар йә ауыҙлыҡлап, атҡа тағып, тере көйө алып ҡайтҡандар. Йәнлектәргә ҡапҡан һалыу ҙа киң ҡулланылған.
Ауылда байтаҡ кеше бал алыу менән шөғөлләнгән. Ҡорттарҙы түмәр умарталарҙа тотҡандар. Уны, йылы булһын өсөн бурһытып, серей башлаған өйәңке ағасынан соҡоп эшләгәндәр. Ҡорт ҡунған ағас осраһа, һәр кем үҙ тамғаһын ҡуйып китер булған.
Балыҡ тотоу менән бушыраҡ ваҡытта күберәк йәштәр булышҡан. Яҙын мурҙа һалғандар, һыу таҙарғас суртан мәскәүләгәндәр, ҡармаҡ менән дә тотҡандар.
Ирҙәр Кершәнник, Ҡыҙыл Мәсет, Сапыҡ ауылдары баҙарҙарында, йыш ҡына ауылдан 200 саҡрымдағы Ырымбурҙа мал, бал, май, ҡорот, һөйән, һайғау, осланған ҡаҙыҡ, асалы бағана, утын, бесән һатҡан. Килгән аҡсаға он, сәй, шәкәр, тоҙ, кәрәсин, кейем-һалым алғандар. Ҡатын-ҡыҙ сепрәк балаҫ һуҡҡан, йөн, киндер иләгән, ойоҡ-бейәләй бәйләгән, кейем теккән. Бейә һөтөнән ҡымыҙ бешкәндәр, һыйыр ағынан май, ҡорот, эремсек эшләгәндәр, емеш-еләк йыйғандар.
Малайҙарҙы уҡ-һаҙаҡ юнырға, атырға, һыбай йөрөргә һәм башҡа һөнәрҙәргә өйрәткәндәр. Йәштәр кискеһен ҡарһүҙ тыңлаған, йомаҡ әйтешкән, ҡарттарҙың батырҙар тураһындағы ҡиссаларын тыңлаған, үҙ шәжәрәләре менән ҡыҙыҡһынған. Һүгенеү, тәмәке тартыу, араҡы эсеү кеүек бөгөнгө әҙәпһеҙлектәрҙе бөтөнләй белмәгәндәр, сөнки өлкәндәргә лә был алама ғәҙәттәр ят булған. 1888 йылда тыуған Разифа ҡартәсәйем һөйләүенсә, ауылда ялҡауҙар ғына ярлы йәшәгән, ләкин улар бер нисәү генә булған. Эшһөйәр, егәрле тигән даны бар Үрген халҡының.
Быуаттар төпкөлөндәге күп ваҡиғалар хәтерҙә һаҡланмаған, исемдәр онотолған. Бөтә ауырлыҡтарға, бәлә-ҡазаларға ҡарамай, ауыл ҙурайған, халыҡ артҡан, киләсәккә ныҡлы нигеҙ һалынған. Бигерәк тә шуныһы менән фәһемле лә, әһәмиәтле лә ата-бабаларыбыҙҙың боронғо тормошо.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872