Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йондоҙҙар күктә яналар, Кешеләр ерҙә балҡый
Йондоҙҙар күктә яналар, Кешеләр ерҙә балҡый(Ирек Кинйәбулатов хаҡындағы хәтирәләрҙән)

1993 йыл. Китап кибеттәрендә Салауат Юлаевтың атлы һәйкәле һынландырылған йәшел тышлы ыҡсым ғына бер йыйынтыҡ пәйҙә булды. Саҡ ҡына алданыраҡ сыҡһа, уны күргәс тә күҙҙәр тупайыр, исемен ишеткәс тә ҡолаҡ ҡарпайыр ине. Шулай булмай, “Мин – башҡорт!” тип атала ине бит ул.
Ғәҙәттә, китаптың исеменән һуң тыныш билдәһе ҡуйылмай. Ә бында бар. Ниндәй тыныш билдәһе бит әле! Өндәп тороусыһы! Башҡортлоғона маһаямы автор? Әллә шуның менән ғорурланамы? Әллә...
Бер мин генә түгел, башҡалар ҙа иғтибар иткән икән был исемгә. Уларҙа ла һорауҙар тыуған икән. Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙерге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университеты) башҡорт филологияһы факультетында әҙәбиәт буйынса мин семинар алып барған төркөмдән Миләүшә Әхмәҙиева тигән студент бына ни тигәйне: “Мин – башҡорт!” тигән китапты ҡулға алғас та, “Үтә ҡыйыу яңғырай түгелме?” – тинем үҙемә үҙем. Ошо һорауыма яуап табыр өсөн тиҙерәк тәүге битте астым, икенсеһен, өсөнсөһөн... Һуңғы битте япҡас та, борсолоуымдың бушҡа икәненә төшөндөм. Тәүҙә тыуған һорауыма төрлө яҡлап, йөкмәткеле яуап алдым. Шағир үҙенең милли сығышы менән кәпәренмәй, ә башҡорттоң меңәр йыллыҡ тарихына лайыҡлы итеп йәшәй, эшләй алырға, ижад итергә, беҙҙең ишеләргә иһә уҡырға ла кәрәк икәнен төшөндөрә. Тимәк, уйландыра, бурыстар ҙа ҡуя”.



Тәүге күрешеү

Ирек Кинйәбулатовтың “Мин – баш­ҡорт!” тигән китабы кибеттәргә сыҡҡан мәл. Минең Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләү менән бер рәттән Башҡорт дәүләт педагогия институтында дәрес тә алып бара башлаған сағым. Берҙән-бер көндө, семинарыма йөрөгән студенттар менән кәңәшләшеп, әлеге китап буйынса фекер алышырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Авторҙы ла саҡырырға булдыҡ.
– Йәшлеккә ҡайтып урағың киләме? – тинем бер көндө Иреккә, ғәҙәттәгесә, сәләме артынса әйтергә яратҡан “Йәш ғүмерҙәр нисек үтә? Заяға үтмәһен!” тигәненә йылмая биреп.
– Була ул! – тине был.
Осрашыуҙың урынын, мәлен әйттем дә айырылыштыҡ. Әммә үҙем шаяртып ҡына телгә алған “йәшлек” темаһынан тиҙ генә арынып булманы. Замана студенттары алдына “хөкөм”гә баҫҡанға тиклем Ирегем ни уйлағандыр, ә мин күңелем менән йылдар аръяғында ҡалып, күкһел томанға төрөнөргә өлгөргән осорға, үҙебеҙ студент булған дәүергә, ҡайтып ураным. Ирек менән тәүге осрашҡан саҡтарҙы яңынан кисергәндәй булдым.
...1961 йылдың йәйе. Июль урталары. Көн аяҙ. Университеттың киң баҫҡысы шаҡ та шоҡ, туҡ та туҡ килә. Берәүҙәр күтәрелә, икенселәр йүгерешеп төшә...
– Эй, Рәшит, ҡайҙа ашығаһың? – Кемдеңдер шулай тип ҡысҡырыуына, асыҡ яғалы ап-аҡ күлдәгенең еңдәрен терһәктәренәсә төрөп алып, һыңар ҡулына гәзит йомарлап тотҡан килеш йүгереп урам аша сығып барған киң битле, баҙыҡ йөҙлө, ҡара сәсле теремек егет туҡтап ҡалды.
– Колхозға китәбеҙ бит.
– Нисек?
– Комбайн менән иген урырға...
– Бәй, һин комбайнер ҙамы ни әле?
– Эйе. Ҡыш буйы өйрәткәйнеләр...
Бына һоро костюмының төймәләрен ысҡындырып ебәргән тулы ғына кәүҙәле, дүрткелерәк битле бер уҙаман яҡынлаша. Һиңкетә баҫып атлауына ҡалын һарғылт сәстәре елп-елп итеп китә.
– Һаумыһығыҙ, Ғәле Ғәлиевич! – тиҙәр уны таныусылар.
Уныһы битендәге сөйәле тәгәрәп китә яҙғансы, күҙҙәре урынында тар ғына урын пәйҙә булғансы йылмайып:
– Үҙең һауғынамы, мырҙам! Ни эш бөтөрөп йөрөш? – тип, башын ҡаға-ҡаға, сәләм ҡабул итә-итә, эскә үтеп китте...
Был күренештәрҙең барыһын да, университет күтәрмәһендәге колонналарҙың береһе төбөнә ҡуйылған сумаҙанына петлицаларында танк эмблемаһы ялтлап торған шинелен һалып, шуның өҫтөнә ул­тырған өлкән сержант күҙҙән кисерә ине. Ул баяғы Рәшит тигәндәрен – бер курсҡа алда уҡыясаҡ, киләсәктә энциклопедист-педагог, ғалим-шағир булып китәсәк Рәшит Шәкүр, ә Ғәле Ғәлиевичты үҙе инәсәк тарих-филология факультеты деканының урынбаҫары, торараҡ профессор, Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы дәрәжәләрен аласаҡ Ғ.Ғ. Сәйетбатталов тип ҡайҙан белһен ул саҡта...
Өлкән сержанттың иғтибарына йәнә берәү эләкте. Ҡап-ҡара ҡупшы ботинкаһы, атлаған һайын ялт-йолт итеп, һәр аҙымын һанап барғандай, шығыр-шығыр килә. Тимгел-тимгел майкаһы өҫтөнән кейгән матур матрос күлдәге, “Черноморский флот” тип яҙылған бескозыркаһының елһеҙ ҙә елп-елп иткән ике таҫмаһы: “Ҡағыла күрмәгеҙ – ҡырҡылып ҡуйыуығыҙ ихтимал!” – тип әйтмәле, ҡылыс йөҙөндәй итеп, һыҙыҡ ҡалдырып үтекләнгән сөмөрт ҡара салбары уның һомғол һынын тағы ла һомғолайтып, үтә лә килешеп тора үҙенә. Уның погонын да күҙҙән үткәреп: “Әһә, званиелар бер үк икән”, – тип ҡуйҙы өлкән сержант.
Күҙ – даръя. Өлкән сержант шуға ла иғтибар итә ҡуйҙы: ингән-сыҡҡан ҡыҙҙар, быш-быш килгән башҡортомо, тәтелдәп килгән татарымы, сутырлашҡан мәрйәһе булһынмы, матростың һомғол һынына күҙ атмай ҡалманы... Ә танкисҡа күҙ һир­пеүсе лә булманы. “Ни хәл итмәк, матрос халҡы бәҫлерәк шул”, – тигән кеүек, танкист егет, ирекһеҙҙән ҡалҡына биреп, көньяҡтың ҡайнар ҡояшы аҫтында мунса ке­үек эҫе вагонда өс тәүлектән ашыу кил­гәнендә бөтәрләнә төшкән гимнастер­каһының итәктәрен тартҡылап, ҡайышын рәтләштергән булды...
Бер нисә көн үткәс, өлкән сержант шуны белде: теге һомғол моряк та ул һайлаған башҡорт-рус бүлегенә имтихан тоторға йыйына, имеш. Әнүр Вахитов менән Абдулла Баязитов тигән уҡы­тыусылар (ауыр тупраҡтары еңел булһын! Гүрҙәре нурлы булһын!) үткәргән консультацияла йөҙгә-йөҙ осрашты улар.
– Бәй, сержант, һин дә ошо бүлеккәме ни?
Моряктың уға тәүгә һүҙ ҡатыуы ине был. “Сержанттан һалдырып өндәшкәс, мин дә бының иғтибарынан ситтә ҡалма­ғанмын икән”, – тип уйлап өлгөрҙө лә:
– Эйе, мин дә, – тине погондарын һалып өлгөргән егет, уға ҡулын һоноп.
Ә бер нисә көндән деканат ишеге төбөндә Fәле Ғәлиевич әлеге морякты тотоп алып:
– Афарин, мырҙам, шиғырҙарыңды уҡыным, – тине, егеттең ҡулындағы гәзиткә ымлап. Һәм улар һин дә мин һөйләшеп алып китте. Икенсе ҡатҡа төшә һалып, өлкән сержант киоскынан “Совет Башҡортостаны”ның шул көнгө һанын алды. Уның һуңғы битендә, ысынлап та, бер бағана матрос шиғырҙары бирелеп, авторы “Ирек Кинйәбулатов” тип күрһәтелгән ине...
Эйе, Ирек менән беҙ ана шулай таныштыҡ. “Беҙ” тим, сөнки теге танкист сержант – мин фәҡирегеҙҙең үҙе ине.

Ижадсылар төркөмө

...Студент саҡтың тәүге көндәре. Кисә генә бер-беребеҙҙе белмәгән, дөрөҫөрәге, белеү кимәлебеҙ көндәш-конкурент булыуҙан уҙмаған йәштәр бына бер көндө курсташ булып осраштыҡ та таныша башланыҡ. Төркөмөбөҙҙөң яртыһынан күберәге – ир-егет. Һабаҡташтарыбыҙҙың икәүһе генә мәктәпте быйыл тамамлаған. Ҡалғандары йә колхоздан килгән, йә әле генә һалдат погондарын һалған. Һомғол кәүҙәле теге моряк та конкурс тип аталған ҡыл иләктән (әйтеүе генә анһат: имтихандар башланыуға бер урынға ете кеше дәғүә итә инек) имен-аман үткән... Әйткәндәй, ул йылды бары 1-се мәктәп-интернат ҡына (уны хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты тиҙәр) сығарылыш яһаны (һабаҡташтарҙың икәүһе генә тигәнем Фәрҙиә Әмирханова менән Шөғәйеп Ишкилдин ине). Ни өсөн тигәндә, үҙгәртеү артынан үҙгәртеү, яңыртыуҙар менән мауығыусан Н.С. Хрущев урта мәктәптәрҙе шул йылды ун бер йыллыҡҡа күсергәйне. Һөҙөмтәлә стажлыларға, һалдаттарға вуз ишектәре киң асылды. Бер ямандың – бер яҡшыһы, тигәндәй, рәхмәт төшкөрө, шул уҡ Никита Сергеевич хеҙмәт иткән һалдат һәм матростар өсөн хәрби частарҙа өс айлыҡ әҙерлек курстары ойоштортто. Хеҙмәт йылыбыҙҙы тултырыр-тултыр­маҫтан Ирек менән минең ишеләрҙең вуздарға юлланыуына шул булышлыҡ итте лә инде.
Шуныһын да әйтәйем: курсташтарым араһында Иректән башҡа ла башлап яҙыусылар байтаҡ булып сыҡты: Вафа Әхмәҙиев, Сафуан Әлибаев, Юныс Латипов, Флүрә Юламанова, Миндияр Дилмөхәмәтов, Фәрҙиә Әмирханова, Фирғәт Зәйнуллин, Фаил Мөхәмәтов, Биктимер Шәрипов...
Тиҙҙән мин байтаҡ тиңдәштәрем кеүек үк Иректең дә сабыйлыҡтан иртә сығыуын, атай иркәләүенән үтә лә иртә мәхрүм ҡалыуҙың бөтә ғазаптарын кисерергә өлгөргәнен белдем. Шуға ла нәҡ шул мәлдәрҙә генә “Ирек Кинйәбулатов” имзаһы менән донъя күргән “Баҫыу юлы” шиғырын үҙебеҙҙең тәржемәи хәлебеҙҙән алынған факт сағылышы кеүек ҡабул иттек. Яҙмыштар уртаҡлығы ла беҙҙең яҡынайыуға, дуҫлашыуға бер сәбәп булғандыр, бәлки.
Факультетыбыҙҙың башҡорт әҙәбиәте кафедраһы янында (ул саҡта мөдире доцент Хәнифә Шәкүр ҡыҙы Зиннәтуллина ине) әҙәби-ижад түңәрәге (беҙҙең заманда исемһеҙ ине, хәҙер “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһе” тип атала) уңышлы эшләй икән. Заманында Һәҙиә Дәүләтшина, Ғәлимов Сәләм, Мөхәмәтйәров Хәй, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Шәриф Бикҡол, тағы ла бик күптәр ошо түңәрәктән ҡәләм ослап сыҡҡан. Беҙҙе уҡыта башлаған­дарҙан Ғәле Сәйетбатталов менән Әнүр Вахитов та, алпамышалай елле кәүҙәле аспирант Марат Минһажетдинов менән икенсе курстан беҙҙең уҡыу төркөмөнә куратор итеп тәғәйенләнгән сөмөрт ҡара сәсле, тәпәнәгерәк буйлы Марат Зәйнуллин тигән аспиранттар ҙа әүәле шул түңәрәккә йөрөгән булып сыҡты. Әле өмөтлө шағир тип иҫәпләнгән һәм сәсмәүерсе тип танылған бишенсе курс талиптары Рауил Бикбаев, Кәрим Ильясов һәм Әнәс Зәйнуллин шул түңәрәктә ҡәләм шымарта, тигәйнеләр. Әҙип тигән заттарҙы бығаса һүрәттәрҙә генә күрергә өйрәнгән беҙ әҙәбиәт тигән серле донъяны тыуҙырыусылар менән танышыуҙы шуларҙан башламаҡ булдыҡ, әлбиттә.
Төркөмөбөҙ тәүге көндәрҙән үк әҙәби-ижад түңәрәгенең үҙ кешеләренә әүерел­де. Тәүге ултырышта тәпәнәк буйлы, теремек Әнәс Зәйнуллин түңәрәктең һәм уның идараһының үткән йылғы эш һөҙөм­тәләре тураһында ижади иҫәп-хисап тотто. Шунан яңы идара һайланды. Уға беҙ­ҙекеләрҙән Иректе, Вафаны, Сафуанды ла индерҙеләр. Аҙаҡ Рауил Бикбаев үҙенең “Вокзал” тигән тәүге поэмаһын уҡып ишеттерҙе лә, кемуҙарҙан яңы әҫәрҙе тикшерергә тотондолар. Беренселәр генә әле беҙ тип тормай, беҙҙең төркөм шағирҙары ла фекер алышыуҙа ҡыйыу ҡатнашты.
Оҙаҡламай яңы идара икенсе курстан бер шәп егеттең шиғырҙарын тикшереүҙе ойошторҙо, һабаҡташтарынан берәү уны күккә сөйөп, маҡтап төшөүгә, трибуна беҙҙең курс шағирҙары ҡулына күсте. Улар шул тиклем әүҙемлек күрһәтте, бахырҙан, урыҫтар әйтмешләй, “мөгөҙ ҙә тояҡ ҡына ҡалды”. Хатта автор аҙаҡ: “Беренселәрҙең эттәре талап сығарҙы”, – тип үпкәләп йөрөгән, тинеләр беҙҙекеләргә. Үпкәләһә үпкәләгәндер. Бына минең алдымда шул ултырыштың протоколы ята. 1962 йылдың 9 ғинуарында үткәрелгән икән ул ултырыш. Көн тәртибендәге берҙән-бер мәсьәлә – шул бер авторҙың әҫәрҙәрен тикшереү тип билдәләнгән. Фекер алышыуҙы Ирек Кинйәбулатов асып ебәргән. Ул:
– Авторҙа сәсәнлек бар. Ләкин шиғырҙарында шиғри табыштары бик әҙ. Айырым шиғырҙары, мәҫәлән, “Һалдат дуҫҡа” тигәне – тарҡау: үҙәк бер фекер ярылып ятмай, – тиһә, Сафуан Әлибаев:
– Шиғыр туранан-тура һөйләп сығыу, хикәйә ҡылыу түгел, унда ниндәйҙер бер фекер, мәсьәлә булырға, шағирҙың әйтергә теләгәне шиғри образдар менән нығытылырға тейеш, – тип үк ебәргән.
1963 йылдың 11 мартында, инде икенсе курстың яртыһына еткәс, ошондай уҡ хөкөм алдына үҙебеҙҙең һабаҡташыбыҙ Вафа Әхмәҙиев баҫты (гүре – нурлы, йәне йәннәттә булһын!). Уның шиғырҙары хаҡында өсөнсө курстан Рәшит Шәкүров, Марсель Ҡотлоғәлләмов, татар бүлегенән курсташыбыҙ Рәшит Ғатауллин (гүре – нурлы, йәне йәннәттә булһын!), башҡалар ыңғай фекерҙәрен әйткән. Ә һабаҡташым Ирек Кинйәбулатов, шул уҡ протоколға теркәлеүенсә: “Вафаның ижадына килгәндә, ул – талантлы шағир, айырыуса этюдта уңышлы эшләй. Тик ҡайһы ваҡытта шуның менән генә сикләнә, һүҙ уйнатыу менән дә мауыға. Вафа күбәрәк эшләһен ине”, – тигән.
Курсташының ижадын “талантлы” һүҙе менән баһалап, Ирек шыттырманы. Университетты тамамлар-тамамламаҫтан китап нәшриәтендә мөхәррирлек итте Вафа дуҫыбыҙ. Бер йыл әҙәбиәт кафедраһында ассистент вазифаһын атҡарҙы. Тарих, тел hәм әҙәбиәт институтында Әхнәф Харисов етәкселендә аспирантурала уҡып, арабыҙҙан тәүләп фән кандидаты тигән ғилми дәрәжә алған да, беренселәр иҫәбендә шиғыр йыйынтығы сығарған да, БАССР Яҙыусылар берлегенә алыныусы ла ул булды. Уртаҡ дуҫыбыҙҙың шелтәһенә лә ыңғай яуап бирҙе: унан, ысынлап та, бик үҙенсәлекле шағир килеп сыҡты.
Өлкән шағирҙарҙың иғтибарға лайыҡ булырҙай яңы әҫәрҙәрен үҙебеҙҙең төркөм эсендә тикшереү ҙә беҙҙә ғәҙәти хәл ине. Ундай һөйләшеүҙәргә лә үҙ шағирҙарыбыҙ төҫ бирер булды. Беҙ университетҡа инәһе йылды “Әҙәби Башҡортостан” журналы “Ағиҙел” исеме менән сыға башлағас, унда Әнғәм Атнабаевтың “Замандашым” тигән поэмаһы баҫылғайны. Күҙгә элә­герлек бүтән әҫәр булманымы, бер мәлде шуны тикшереп ташланыҡ. Башлап һүҙҙе Юныс Латипов алды. Ул үтә ярһыулыҡ менән тетеп һалды поэманы. Курсташ татар-рус бүлеге студенттары үҙҙәренең һабаҡташы Муса Мөлөковты “безнең Белинский” тип йөрөтә ине. Һөйләшеүҙә ул да ҡатнашты. Юнысыбыҙҙан айырмалы, Муса поэманың уңышлы яҡтарына баҫым яһаны. Бишенсе курстан беҙҙең ҡара­маҡҡа тәжрибәле шағир тип иҫәпләнгән Рауил Бикбаевты ла саҡырғайныҡ. Беренселәрҙең ярһыу сығыштарын ул, йылмая биреп, тыңлап ултырҙы ла аҙаҡ поэманың беҙ күреп тә, аңлап та етмәгән яҡтарын төшөндөрөп бирҙе. Иректең сығышы уныҡына ауаздаш ине.
Өсөнсө курста беҙ Ирек менән бүлмә­ләш булдыҡ. Ул әҙәби-ижад түңәрәгенең етәксеһе булғанғамы, әллә кеше менән аралашыусанлығы арҡаһындамы, әллә булған тәғәмен йомарт бүлешә белгәнгәме (Ҡырмыҫҡалы яҡын булғас ни, уға картуфы ла, башҡаһы ла килеп тора. Ауыл күстә­нәсе алған көн беҙҙең өсөн туҡлыҡ байрамына әүерелә торғайны. Ингән-сыҡ­ҡанды ла Ирек өлөшһөҙ ҡалдырмаҫ булды), бүлмәбеҙгә йәш шағирҙар йыйыл­маған кис әҙ булғандыр. Йыйылалар, яңы шиғырҙар уҡыйҙар. Уҡыйҙар-уҡыйҙар ҙа фекер алышалар. Хәҙер мин хөкөм йөрөтөргә лә ҡыйынһынам. Әлеге мин телгә алған протокол дәфтәренә теркәлеп, рәсми төҫ алған ултырыштарҙағы һөйләшеүҙәр файҙалыраҡ инеме, әллә ошолай, кис ултырмаға йыйылып, ҡалын итеп маргарин яғылған ҡара икмәккә, Иректең әсәһе Рәйфә апайға рәхмәт әйтә-әйтә, ул ебәргән картуфҡа ҡушып, студенттың көйҙөрә яһалған һөтһөҙ сәйен һемерә-һемерә, шиғриәт хаҡында әңгәмә­ләшеүме? Бындай ултырмаларға күпереп торған бөҙрә сәсле йәш шағир Рәми Ғарипов, инде университетты тамамлап, аспирантурала уҡып йөрөгән һылыу егет Рауил Бикбаев менән Иректең, факульте­тыбыҙҙағы рус бүлеген тамамлап, әҙәби хеҙмәткәр сифатында “Ленинец” гәзитендә эшләгән Ғәзим Шафиҡов тигән дуҫы килгеләүен дә иҫәпкә алып, әле мин ҡуйған һорау хаҡында, әйҙә, уҡыусы үҙе фекер йөрөтһөн...

Шағир ижадына
студенттар баһаһы


...Билдәләнгән ваҡытҡа студенттар менән тулы аудиторияға Ирегебеҙ тып итеп килеп тә инде. Әлеге хәтирәләрем ярап ҡалды – шағир менән таныш­тырғанда уларҙы ла телгә алдым. Ҡыҙыҡ та баһа. Ҡасандыр (миңә ҡалһа, әле генә кеүек) үҙе осрашыуҙар ойоштороп йөрөгән студент бына бөгөн сал сәсле, танылған шағир сифатында үҙе осрашыуға килде.
Теге саҡтағы һымаҡ, бөгөнгө студенттар араһында ла ҡәләм тирбәтеүселәр байтаҡ. Һәр хәлдә, уларҙың күптәре шиғриәткә битараф түгел. Ана бит, һәр кеменең алдында – “Мин – башҡорт!” китабы. Әле генә сығыуына, әле генә һатып алыуҙа­рына ҡарамаҫтан, таушалып та өлгөргән. Шағир өсөн шунан да ҡыуаныслыһы юҡтыр...
Осрашыу ваҡытында ҡунағыбыҙ яңы шиғырҙарын уҡырға ла, һорауҙарға яуап бирә-бирә, оҙон-оҙон әңгәмәләргә төшөргә лә, мәрәкәләп, студенттарҙың һалпы яғына һалам ҡыҫтырырға ла өлгөрҙө. Был яҙманың инешендә Миләүшә Әхмәҙиеваның һүҙҙәре телгә алынғайны. Ул һүҙҙәр тап бына ошо осрашыуҙа яңғыраны. Һабаҡташтары ла тос фекерҙәр әйтте.
Вәхит Түзбәков: “Минеңсә, автор, социалистик ҡоролош заманындағы ҡалыптарҙан арынып, был йыйынтығы менән үрҙәргә күтәрелә. Шиғырҙарында милләт, Башҡортостан яҙмышы беренсе урынға ҡуйылған. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары маяҡ итеп күрһәтелгән. Заманалар ауыр булғанда ла, уларҙың ысын башҡорт булып ҡалыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынған. Мәҫәлән, шағир Салауат һәйкәле хаҡында һүҙ алып бара – күҙ алдына башҡорт халҡына һәйкәл килеп баҫҡандай була.
“Уҡлыҡая” шиғыры менән ул Әнүр Вахитовты ла шулай күҙалларға мәжбүр итә:
Ғорур Уҡлыҡая тағы-тағы
Хәтерләтеп ҡуя төҫөңдө.
Тауҙар хәтлем эштәр атҡарғанда
Шул ҡаялай булған өсөндөр”.
Айһылыу Моталлапова: “Йәмғиәттә йәшәгәс, унан азат булыу мөмкин түгел. Шулай тигән бер аҡыл эйәһе. Эйе, тор­моштоң ҡанундарынан да, проблемаларынан да ситләшә алмайбыҙ. Теләйһеңме-юҡмы, шулар менән ҡайнарға тейешһең. Хәйер, быныһы аҡылы камил һәр кемгә мәғлүм. Ә бына шул тормош тигән оло ҡаҙанда ҡайнау ғына түгел, ул тыуҙырған иҫәпһеҙ-һанһыҙ проблемаларҙы хәл итергә тырышыу, шуның өсөн йәшәү – егетлек, минеңсә.
Аҡ ҡағыҙҙай, аҡ юл ята
Йыл алдында, беҙҙең алда.
Иң яуаплы хәҙер сәфәр,
Ашығайыҡ, уйлап алдан.
(“Беҙҙән тора”).
Ирек Кинйәбулатов, замандаштарының уй-хистәрен йөрәге аша үткәреп, улар менән бергә янып-көйөп, ошо тормошто рәткә килтерергә теләп, ижад итә лә инде.
Һәр кемгә лә заман үҙ тамғаһын һала. Һәр кем үҙ заманында үҙ эҙен ҡалдыра, ҡалдырырға бурыслы. Шул сағында ғына тарихтан бер кем дә эҙһеҙ юғалмай. “Салауат һәйкәле” шиғыры – шул турала уйланыу һөҙөмтәһелер, моғайын:
Һин заманға,
Һин ваҡытҡа һәйкәл,
Һине шулай ваҡыт күтәрҙе.
Ҡайғыларҙан көйгән ергә һәйкәл,
Ҡалҡытты ер, һөйәп күктәрҙе...”
Илһөйәр Әхмәтйәнова: “Халҡыбыҙ даны быуаттарҙы ашҡан Салауаты ғына түгел, бөгөнгө шәхестәре менән дә ғорурлана. Шуға ла шағир уларҙың күптәренә шиғри гөлләмәһен бүләк итә.
Йылдар, юлдар үпкәләрҙәр ине,
Һин сәсәндәр юлын ҡыумаһаң;
Ерем үҙе ғәфү итмәҫ ине,
Шулай Тимер-Ғәле булып тыумаһаң, – ти ул үҙенең яҡташы һәм һабаҡташы, әҙип һәм профессор Тимерғәле Килмөхә­мәтов хаҡында.
Шағирҙың шиғри гөлләмәһенә лайыҡтар араһында профессор Марат Аҙнабаев та, халыҡ шағирҙары Рәми Ғарипов менән Рауил Бикбаев та, яугир-шағир Муса Ғәли ҙә, Миәссәр Басиров та, бейеү оҫталығы менән бар ҡитғаларҙы таң ҡалдырған Рудольф Нуриев та, бүтәндәр ҙә бар”.
Зөлфиә Ибраһимова: “Рудольф Нуриевҡа арналған шиғырын ғына алып ҡарайыҡ. (“Сәхнә түгел, Ер сайҡалды”). Донъяны тетрәткән мәшһүр бейеүсе, үҙ илендә таяныс тапмай, ситкә китә. Шунда ғына үҙенең ижади фантазияһына ирек ала. Тик данлы исеме үҙе үлгәс кенә кире ҡайта. Ниндәй үкенес! Ниңә беҙ шулай киҫәүһеҙ? Кеше тере саҡта ниңә ҡәҙерен белмәйбеҙ?! Арабыҙҙан китһә генә күктәргә сөйәбеҙ.
Шағир шундай һуңлап һөйөлгәндәр иҫәбенә Рәми Ғариповты ла индерә һәм:
Саң ҡағабыҙ:
Көрәшселәр етмәй,
Заман көн дә ала алҡымдан.
Һин бит яуҙа яңғыҙ һалдат көйө
Туңдың ҡарҙа, көйҙөң ялҡында, –
ти оло үкенес менән, өлкән дуҫын юҡһынып (“Рәми”).
Шул уҡ шағирға бағышланған исемһеҙ шиғырын иһә шулай тип башлай:
Үҙе тере саҡта һанланманы,
Ҙур танылыу көткән киткәнен.
Килде даны, бары көтөп тороп,
Күҙҙәге йәш кенә кипкәнен...
(“Үҙе тере сакта һанланманы...”)”
Тәнзилә Ишбаева: “Ирек ағайҙың бағышлауҙары бик оҡшаны миңә. Бигерәк тә ижад кешеләренә тәғәйенләнгәндәре.
Йондоҙҙар күктә яналар,
Кешеләр ерҙә балҡый.
Йондоҙҙар менән тиңләшеп,
Балҡырҙар ғүмер баҡый, –
тип яҙа Ирек ағай. Эйе, “ерҙә балҡый”. Тик, Зөлфиә әйтмешләй, ниндәй ерҙә?
Ә бит милләттең йөҙөн ижади шәхестәр, таланттар билдәләй...”
Илһөйәр Әхмәтйәнова: “Таланттар яҙмышы хаҡында борсолоу – милләт, халыҡ киләсәген хәстәрләү ул. Ирек Кинйәбулатовтың ошо маҡсатта махсус яҙылған шиғырҙары иһә йөрәккә үтеп инерлек тойғоларҙан туҡылған. Шағир өсөн халыҡ яҙмышы – ил, тел, милләт яҙмышы. Ошо хаҡта шиғырҙар уҡыусыны тулҡынландырмай һәм уйландырмай ҡалмай. Тулҡынланырға һәм уйланырға мәжбүр иткән икән – шағир мораҙына ирешкән тигән һүҙ”.
Гүзәл Ғиззәтуллина: “Шағирҙың “Минең исем” тигән шиғыры “Салауат һәйкәле” менән ауаздаш. Унда 1937 йыл шауҡымы хаҡында һүҙ бара. “Ирек” һүҙен әйтеүе лә оло ҡыйыулыҡ булған бит сәйәси золом осоронда. Сөнки:
Ил ҡалтырап,
Ер ҡалтырап торған.
Оран һалыр форсат тыйылған.
Ирек уйлаусылар ҡабат ҡайтмаҫ,
Әҙәм белмәҫ ергә ҡыуылған...
(“Минең исем”)”.

Илһөйәр Әхмәтйәнова: “Ә, минеңсә, “Мин – башҡорт!” тигән шиғыры айырыуса уңышлы. Шағир меңәр йыл буйы һис кем алдында баш эймәгән халҡым менән ғорурлана:
Өмөттәрем Урал булып ҡалҡты,
Күҙ йәшемдән аҡты Ағиҙел.
Ҡыуған юлым минең гел хаҡ булды,
Хыялдарым һәр саҡ аҡ ине.
Бөгөнгө булмышыбыҙға ла баға һәм һоҡланғыс тарихлы халҡымдың заман шауҡымына бирелеүенә әсенә. Халҡым меңәр йыл буйы тотҡан ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, бәпләп, ҡәҙерләп һаҡлаған әсә телен һанламау, шағир ҡарашынса, ысын тәүфиҡһыҙлыҡ, иманһыҙлыҡ”.
Айһылыу Моталлапова: “Заман, әхлаҡ, иман хаҡында уйланғанда автор бөгөн һәр өлкәлә, һәр йүнәлештә көрсөккә терәлеүебеҙҙең сәбәбен асыҡларға тырышҡандай итә:
Кем ғәйепле ошо бөлгөнлөккә,
Кем ғәйепле ошо аслыҡҡа?
Бөтәһе лә кем гонаһы менән
Килеп сыҡты ниндәй хаслыҡтан?”
Илһөйәр Әхмәтйәнова: “Халҡының тарихын иҫтән сығармай шағир. Ул тарихыбыҙ бөгөнгө быуындарҙың битен ҡыҙартырлыҡ түгел икәнен белә, шуны беҙгә төшөндөрә һәм ышаныс менән:
Үткәндәре барҙың киләһе бар.
Шуны белһен йәшем, ҡартым да, –
тип (“Мин – башҡорт!”) йәштәрҙе лә, ҡарттарҙы ла киләсәккә өмөтөн һүндер­мәҫкә саҡыра”.
Тәнзилә Ишбаева: “Беҙгә ғәмһеҙлек­тән, битарафлыҡтан ҡотолаһы бар. Быныһын да иҫтән сығармай Ирек Кинйәбулатов:
...Тағы хәтәр:
Ерҙе ерләгәндәр...
Ерҙе ҡаҙып,
Ергә күмгәндәр...
Ерем, быны нисек күтәрәһең,
Күпме ауырлыҡҡа күнһәң дә.
Ер хәленә кереп, үрһәләнәм,
Тағы шул хәбәрҙе алғас та.
Күҙ алдыма килә: телһеҙ тауҙар,
Аҡылынан яҙған ағастар.
(“Телһеҙ тауҙар...”)
Донъялағы бар ғәмһеҙлеккә яуап эҙлә­гәндәй итә шағир. Чернобыль... Афғанс­тан... Оло Тәләк... Силәбеләге, Стәрлеләге ядро шартлауы... Чечня... Улар бит – бө­тә донъяны тетрәткән ғәмһеҙлек емеше”.
Вәхит Түзбәков: “Ысынлап та шулай. “Оло Тәләк. 1710-сы саҡрым” шиғырын ғына алайыҡ. Уны тетрәнмәй уҡырлыҡ түгел. Ғәмһеҙлек хаҡында бына ни ти Ирек ағай:
Һыймай башҡа бындай иманһыҙлыҡ,
Әрней йөрәк бындай йәбергә.
Бульдозерҙар менән ғәмһеҙлекте
Күмеп булһа икән ҡәбергә!
Был юлдар миңә, шул фажиғәле шартлауҙан бер сәғәт алда ғына 1710-сы саҡрымда булып, ундағы һиллекте күреп (эйе, ғәмһеҙлек һиллек кеүек тойолоусан), фажиғәнең икенсе тәүлегендә шул урындан йәнә үткән, кисәге ҡара урмандың бер тәүлек эсендә саҡрымдарға һуҙылған ҡола яланға әйләнгәненә, ауған, янған вагондарға, янған кешеләрҙән ҡалған көлгә үҙ күҙҙәре менән шаһит булған кешегә айырыуса ныҡ тәьҫир итте...”
Студенттарҙың Ирек Кинйәбулатов менән күҙгә-күҙ ҡарашып фекер алыш­ҡанын аҙаҡ яңынан тағы-тағы уйҙан кисерҙем, унда ишеткәнемде ҡайта-ҡайта барланым һәм шуға ҡыуандым: ерҙә йәшәгән йылдар айырмаһына ҡарамаҫтан, шағир – бөгөнгө йәштәрҙе, йәштәр шағирҙы яҡшы аңлай. Ирек Кинйәбула­товтың үҙ ауыҙынан яңғыраған яңы шиғырҙарын, һәр өнөн хәтерҙә ҡалды­рырға теләгәндәй, студенттарҙың ихлас тыңлауы ла, уға һорауҙар бирә-бирә, йәнле әңгәмә ҡороуҙары ла ошо фекерҙе ҡеүәтләне.
Шиғыр тыңлай-тыңлай, фекер алышыу тамамланғас, студент ҡыҙҙар авторға гөлләмәләр бүләк итте. Унан инде автографтар алыу башланды. Шағир янына яҡын барырлыҡ та түгел: ул йәштәр ҡамауында ҡалды, әйтерһең, йәшлек уны йәнә үҙенә тартып алды. Был минуттарҙа ул үҙе лә йәшлегенә ҡайтып урағандай булғандыр, моғайын.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 703

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 830

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 775

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 484

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 804

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 048

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 783

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 877