Һәм ул уҡ шанлы дәүерҙәр, данлыҡлы тарих, дәһшәтле йылдар аша сойорғоп үткәндәребеҙҙән бөгөнгө заманыбыҙға ялҡынлы сәләм булып, аңдарҙы ярып килеп ҡаҙалды. Атай-олатайҙарыбыҙҙың был аманатын ошо көндәрҙә Ғафури районының Имәндәш ауылында үткән “Мәргән уҡсы” уҡтан атыу буйынса республика милли фестиваленә барған һәр милләттәш тойғандыр. Бында бөтә нәмә йәнгә яҡын. Хатта республикабыҙ тарихында яңы бер этник дәүер асылғандай. Шулай булмай ни, беренсе тапҡыр үткәрелде бит башҡорттоң хәрби һәм ғөмүми йәшәү рәүешенә ҡағылған милли уҡтан атыу бәйгеһе. Иң мөһиме, тәүгә үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, ул халыҡ-ара кимәлде лайыҡлы күтәрҙе. Ҡунаҡтар ҙа ҡайҙан ғына килмәгән – Швейцариянан, Ҡытайҙан, Литванан, Польшанан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән. Улар тамаша ҡылып та, ҡатнашыусы булараҡ та үҙҙәренең уҡсы тормошонан тәжрибәләре менән уртаҡлашты, бәйгеселәрҙең эштәрен баһаланы, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Әйтәйек, Литванан килгән Томас атлы уҙаман, Ҡытайҙа үткән Милли уҡтан атыу буйынса донъя чемпионатында III урын алған. Бөгөнгө көндә Норвегияла мебель эшләп һатыу менән мәшғүл был егет уҡ атыу менән алты йыллап шөғөлләнә икән. Фестиваль барышында ла уҡсыларға кәңәштәре менән ихлас уртаҡлашты. Әйткәндәй, Томас Поцюс “Башҡортостан” гәзитенең махсус призына лайыҡ булды. Бынан тыш, милли һыҙаттар менән яһалған башҡорт хәнйәре лә уға эләкте. Башҡа бәйгеселәр ҙә буш ҡалманы, әлбиттә. Уҡсыларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостан Хөкүмәте исеменән Премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитовтың, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының, Мәҙәниәт министрлығының, Ғафури районы хакимиәтенең, “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы хәрби-тарихи клубының Рәхмәт хаттары, дипломдары менән бүләкләнде.
Ә шулай ҙа ир-егеттәр менән бер рәттән уҡ атҡан ҡатын-ҡыҙҙар тураһында ла әйтеп китмәһәк, яҙыҡ булыр. Бына улар: Бөрйән ҡыҙы Розалиә Зарипова, Литванан – Инга Вишняускас, Омск өлкәһенән – Динара Таскынбаева менән Анастасия Старцева.
Әлбиттә, бәйге еңелдән булманы. Ни тиһәң дә, был күңел асыу сараһы түгел, ә милләтте рухи тәрбиәләү, үҫеп килгән быуында үҙ милләтенә, тыуған иленә, тарихына ҡарата һөйөү уятыу, милли йолаларҙы тергеҙеү йәһәтенән етди әмәл. Һәр хәлдә, республикала милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, үҙаллы шөғөлләнгән уҡсыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, уҡ-һаҙаҡтың традицион алымдарын өйрәнеү, милләт-ара уҡсыларҙы берләштереү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән ҙур уңыштарға өлгәшелде, тип ышаныслы әйтергә була. Был йәһәттән тәү сиратта ойоштороусыларҙың – Мәҙәниәт министрлығының, Республика халыҡ ижады үҙәгенең, Ғафури районы хакимиәтенең, Юлай Ғәлиуллиндың, Рафаэль Амантаевтың, “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи клубының өлөшөн билдәләп үтеү мөһим. Республика тормошонда яңы дәүер асылды, яңы кимәл яуланды, этник йәһәттән яңы һулыш һуланды, йәш быуындың ҡулына бөтөнләйе менән бер заман шөғөлө тотторолдо. Әйҙә, уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралыңды әтмәләп ал да бейектәрҙән-бейеккәрәк талпын!
Ә бит быға тиклем һәр төбәктән мәргәндәр булған хәлдә лә, улар атай-олатайҙарыбыҙҙың уҡсы булараҡ ниндәй мәшһүр юлдар үткәнен һағынып ҡына иҫләй ине. Тарихыбыҙға күҙ һалғанда, әле X быуаттарҙа уҡ башҡорттарҙың уҡ-һаҙаҡ, һөңгө, ҡылыс менән ҡоралланған ике меңдән торған һыбайлы ғәскәре Хазар ҡағанаты армияһында ил сиген һаҡлаған, 1229 йылдарҙа Алтын Урҙаның утыҙ меңләгән ғәскәренә ҡаршы арыҫландай һуғышып, сиреүҙең ҡанаты аҫтында ҡалырға яҙһа ла, Уралын баҫып алырға бирмәгән, Ливон һуғышын, рус-поляк, Ҡырым, рус-швед, рус-төрөк һуғыштарын, Хивинск, Азов походтарын, 1812 йылғы Ватан һуғышында ат өҫтөндә уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған башҡорттарҙың беренселәрҙән булып Парижды бәреп инеп яулап алғанын, Крәҫтиәндәр, Бөйөк Ватан һуғыштарында илбаҫарҙарҙың пулемет, танкыларына ҡаршы уҡ яуҙырған, ҡылыс менән ҡаршы һыбай сапҡан ҡаһарман олатайҙарыбыҙҙы оноторлоҡмо ни?! Ә бөгөн беҙ “Мәргән уҡсы” фестивале менән ошо башҡорт яугирҙәренең хәтерен яңырттыҡ. Юҡ, бер беҙҙең милләт кенә уҡ-ян менән яу сапмаған, уныһы барыбыҙға ла мәғлүм. Шунлыҡтан бөгөн төрлө илдәрҙән килгән бәйгеселәр тарихыбыҙҙы тыңлап бер ҡыуанһа, үҙҙәренең тарихындағы уртаҡлыҡтарҙы күреп тағы шатланды.
– Әлегә өйрәтелгән аттарыбыҙ юҡ. Шуға ла бәйгеселәр яһалма аттарға атланды. Киләсәктә был кәмселектәрҙе бөтөрөп, бәйгеселәргә алдан уҡ күнекмәләр үткәреп, фестивалгә юғары әҙерлек менән килергә иҫәп. Хәйер, был фестиваль өсөн генә лә кәрәкмәй. Ғөмүмән, балалар мәктәп йәшенән алып милли уҡтан атыу менән шөғөлләнһен ине. Ә бының өсөн махсус клубтар, түңәрәктәр асыу шарт, сөнки балалар һәм йәш быуын – милләттең киләсәге, улар һау-сәләмәт үҫергә тейеш! Ә бәйгегә килгәндә, уны Рәсәй киңлектәренә сығарып, асыҡ чемпионаттар рәүешендә үткәрергә ниәтем ҙур, – ти фестивалдең төп координаторы Юлай Рәфҡәт улы.
Бәйгегә килгәндә, бер нисә этапта көс һынашып, финалға ете егет үтте. Улар араһынан өс кенә еңеүсе билдәләнде: өсөнсө урынды Өфөнән Рушан Хәсәнов алһа, икенсе урынға Сибайҙан Хөрмәт Таһиров исемле егетебеҙ лайыҡ булды. Ә инде беренсе урынды Омск өлкәһенән килгән Даниил Вяткин яуланы. Улар бүләккә Рафаэль Амантаевтың үҙ ҡулдары менән яһаған ҡаптырмаһын һәм ҡалъяһын алып ҡыуанды. Әйткәндәй, Омскиҙан йәмғеһе дүрт спортсы килгән ине, улар барыһы ла – “Кованая рать” хәрби-тарихи клубы тәрбиәләнеүселәре.
Беренсегә уҙғарылған бәйгелә үк уҡ атыу буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы Ирмантас Вишняускас, оҙаҡ йылдар фәҡәт ошо спорт төрө буйынса шөғөлләнгән Ҡытай егете Алишер Ходжаев, хәрби-клубтарҙа шөғөлләнеп беренсе урындарға лайыҡ булған ҡаҙаҡ ҡыҙы Динара Таскынбаева, Василий Минин, Илья Колосов, халыҡ-ара, донъяуи бәйгеләр лауреаты Литва ҡыҙы Инга Вишняускас һ.б. тәжрибәле уҡсылар менән бер рәттән бер нисә ай ғына элек шөғөлләнә башлаған бәйгеселәребеҙ ҙә тәжрибә алғандыр, үҙҙәренең көсөн самалап ҡарағандыр һәм улар ҙа киләсәктә, һис шикһеҙ, ҙур уңыштарға ирешер.
Беҙ йәшәгән заман һәр бер бәндәһен уңлы-һуллы ҡағып-һуғып, глобаль селтәрҙәрҙә “дөйөм иҫәрләндереү” уйыны менән уйнатҡан бер аңлайышһыҙ мәлдә, йөрәгебеҙҙе ярып ингән милли үҙаңыбыҙ беҙҙең кем һәм ҡайһы аҫаба халыҡтың балаһы икәнебеҙҙе тағы ла бер тапҡыр иҫебеҙгә төшөрҙө түгелме?! Әгәр ер йөҙөндәге бөтә кеше лә башҡорт халҡының данлыҡлы ғүмер юлын белһә: “Минең башҡорт булғым килә!” – тип әйтер ине... Ә һинең башҡортлоғоң ҡаныңда, булмышыңда, асылыңда, намыҫыңда... Барыһы ла һинән тора...
Гиом Дарлес,
Швейцариянан:
– Швейцарияның Женева ҡалаһынан килдем. Беҙҙә лә бындай саралар үткәрелеп тора, “Урта Азия” фестивалдәре тип атала, уҡтан аталар, ҡош менән һунар итеп ярышалар. Ә инде башҡорт тигән милләт барлығын бынан биш йыл элек белдем. Шунан бирле ҡыҙыҡһынам. Миндә “Урал батыр” китабының оригиналы һәм урыҫ, француз теленә тәржемәләре бар. Милли батырығыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәле бик оҡшай. “Етегән” риүәйәтенең тарихы ла тетрәндерҙе. Бөрйәнде икенсе Швейцария, тиҙәр. Ысынлап та оҡшашлыҡ бар. Ул яҡтарҙа булғаным да бар, Шүлгәнташ мәмерйәһенә барҙым, унда бөтә туристар йөрөгән юлдарҙан түгел, шәхсән ҡыҙыҡһыныуым арҡылы экспедиция менән эскәрәк үтеп, төптән өйрәнеү бәхете тейҙе.
Ғөмүмән, оҡшай миңә был халыҡ һәм Башҡортостан!
Динара Таскынбаева,
Омск ҡалаһынан:
– “Кованая рать” хәрби-тарихи клубында шөғөлләнәм. Беҙҙә лә уҡ атыу йолаһын тергеҙеү бара. Башҡорт тигән халыҡтың барлығын тарихтан уҡып белһәм дә, был яҡтарға тәүгә килеүем. Бында бик матур, тәбиғәт илһамландыра. Беҙгә, ҡала ерлегенән килгән кешегә, Башҡортостан ожмах кеүек күренде. Әммә тәбиғәт шарттары ҡырыҫ. Айырыуса ел көслө ваҡытта сәпкә уҡ атыуы еңел булманы, ә шулай ҙа был ерҙәрҙе килеп күреүем, тарихи башҡорт ерҙәрендә бындай милли бәйгелә ҡатнашырға мөмкинселек алыуым менән шатмын.
Алишер Ходжаев,
Ҡытайҙан:
– Сығышым менән Өфөнәнмен. Ҡытайҙа йәшәйем. Фестиваль беренсе тапҡыр ғына үткәрелгәс, етешһеҙлектәре лә бар. Быны мин донъяуи кимәл менән сағыштырып әйтәм, һәм киләсәктә Башҡортостанда ла юғары кимәлдә уҡсылар фестивале үтер тип ышанам. Ә шулай ҙа байрам башҡорт милләтенең йөҙөн, асылын тулыһынса асып биреүе менән күңелемдә ҡалды, уның милли һәм рухи яҡтан көслө булыуы бик үҙенсәлекле килеп сыҡты.
Форсаттан файҙаланып уҡ тураһында бер нисә һүҙ әйтеп үтер инем. Ысынында башҡорт һәм ҡытай уҡтары оҡшаш булған ул. Әгәр беҙ V–VI быуаттарҙы күҙ уңында тотһаҡ, хәҙерге Башҡортостан менән Ҡытай ерҙәрендә йәшәгән халыҡтарҙың уҡтары бер төрлө булған. Улар төрки уҡтар төрөнөң Һундар тармағына ҡараған. Әлбиттә, был төрҙәр XIX быуатта айырылған, Ҡытайҙа оҙон, хәрби уҡ Тунгус-Маньчжур төрөндә булған, ундай уҡтар Монголия, Бүрәт, Урта Азия халыҡтарында ҡулланылған, ә Башҡортостанда ҡыҫҡа һәм еңел эшләнгән төрки төрҙәге уҡтар ҡулланылған. Мин үҙем бик күптән уҡ атыу менән шөғөлләнәм, уларҙың тарихын да белергә тырышам. Ә фәҡәт маньчжур уғын өйрәнеүемә бер йыл тирәһе генә. Башҡорт халҡына ла шуны теләйем: нимәлер эшләр өсөн бер ҡасан да һуң түгел. Бөгөн һеҙҙә беренсе тапҡыр ошондай ҙур байрам ойошторолған икән, киләсәктә уға уңышлы үҫеш теләйем!