Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » яҡынһығыҙ беҙгә, ҡурған башҡорттары!
Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалындағы филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеты уҡытыусылары һәм студенттары Ҡурған өлкәһе башҡорттары фольклорын йыйыу, системалаштырыу маҡсатында шул тарафҡа сәфәр ҡылды. Экспедицияның әһәмиәте Рәсәй гуманитар фәнни фонды тарафынан танылды.

Башҡорт-инглиз бүлегенең II курс студенттарына бындай сәфәргә сығыу бәхете икенсе тапҡыр йылмайҙы: былтыр улар Пермь өлкәһендә йәшәгән ғәйнә башҡорттарының һүҙ байлығын, телмәр үҙенсәлектәрен өйрән­гәйне.
Был юлы ла йәштәр, башҡорт телендә сыҡҡан китап-журналдар таратып, концерттар ҡуйып, сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәш­тәребеҙҙе ҡыуан­дырҙы. Ә өлкәндәр күңелдәрендә йөрөткән рухи хазиналары менән кинәнеп бүлеште. Был табыштар иһә үҙ мәлендә студенттар тарафынан теркәп ҡуйылды.
Башҡортостандың Иглин районы буйлап елгән автобус беҙҙе Силәбе өлкәһенә алып сыҡты. Тыуған Уралдың матурлы­ғына, тауҙарҙың бейеклегенә, тирә-йүн хозурлығына хайран ҡалды студенттар. “Салауат Юлаев шиғырҙарының тап ошо ерҙәрҙә тыуғанлығына төшөндөк. Тәүҙә был матурлыҡты күрергә, аҙаҡ шиғыр­ҙарҙы ятларға кәрәк булған икән беҙгә”, – тиеште улар.
Мәғрур Уралды Ҡурған өлкәһенең тигеҙ яландары алмаштыра башланы, һәм беҙҙең иғтибарҙы һәр тарафтан ялтырап күренгән һыу ятҡылыҡтары биләп алды. Күлдәр иле икән дәбаһа был яҡ! Юлда осраған зәңгәр һыу ятҡылыҡтарының иҫәбен-һанын юғалттыҡ.
Был ғәжәйеп тарафтың башҡорттары ла күлдәй киң күңелле, тәрән аҡыллы булып сыҡты. Республикабыҙҙан байтаҡ алыҫта йәшәгән милләттәш­тәребеҙҙең туған телен, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, боронғо кейемдәрен – ғөмүмән, милли үҙаңын – һаҡлап ҡала алыуына һоҡландыҡ.
Һарт-Әбдрәш ауыл Советы башлығы Валерий Николаевич Васильев биләмәлә Ҡарғатуй, Ҡуҙғалаҡ, Буҙа байрамдары үткәрелеүе тураһында һөйләне. Ял үҙәге директоры Сәлимә Абдрахман ҡыҙы Ғилманова ҡатай башҡорттарының ҡулланма-биҙәү сәнғәте өлгөләре менән таныштырҙы. Нағыш, элмә, тутырма кеүек сигеү алымдары менән биҙәлгән күлдәк-алъяпҡыстар, кейәү билмауы (билбауы), ҡушъяулыҡтар, ҡамышты киптереп эшләгән септәләр һ.б. ҡуйылған ине ул әҙерләгән күргәҙмәлә.
Халыҡ ижадындағы сеңләүҙең был яҡта киң таралған икәненә шаһит булдыҡ. 1939–1946 йылда тыуған ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен кейәүгә оҙатҡанда әлеге йоланың мотлаҡ үтәлгәне тураһында әйтте. (Текстарҙа авторҙарҙың стиле һәм башҡорт теленең көнсығыш диалектындағы һалйот һөйләшенә хас үҙенсәлектәре һаҡланды).
Ай таш тирмән, таш тирмән,
Таштаһам да, ыуалмай.
Атаҡайым минең – таш бауырҡай.
Мин илаған саҡта иламай.
Үһеһеһеү-үһеү-үһеү...
Ебәк тә генә шаршау, бауы – таҫма,
Һин бәйҙәгән булдың, еңгәкәй.
Килер ҙә ҡоҙа ҡайтыр ине,
Һин димдәгән булдың, еңгәкәй.
Үһеһеһеү-үһеү-үһеү...
Ишегалдым минең
Киртләс-киртләс.
Киртләстәре бөтөр,
Мин киткәс.
Ир балаҡай ҡайта хеҙмәт иткәс,
Ҡыҙ балаҡай ҡайтмай бер киткәс.
Үһеһеһеү-үһеү-үһеү...
Бура ла ғына бура атҡайыңды
Ашатмаған булдың, атаҡай.
...Йәшәтмәгән булдың, атаҡай.
Үһеһеһеү-үһеү-үһеү...

(1941 йылғы Фәрзиә Рәхим ҡыҙы Сәйетованан яҙып алынды. Дүрт класс белемле. Сафакүл районының Абултай ауылында йәшәй. Сығышы менән Әлмән районының Ҡуйбаҡ ауылынан).
“Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ ҡушъяуҙыҡ ябынырға тейеш. Уның сигелгән ере “инес” тип атала. Аҫты – һаҡалдыҡ. Төшөп торған ике суғын ҡолаҡсуҡ тип атайбыҙ”. (Камилә Имаметдин ҡыҙы Хәмзинанан яҙып алынды. 1952 йылғы. Урта махсус белемле. Әлмән районының Шәрип ауылында йәшәй).
Сафакүл районының Һарт-Әбдрәш ауылына Абултайҙан килен булып төшкән Әлмира Мирзағәли ҡыҙы Мөлөкова (1966 йылғы) үҙенең туйы нисек үткәнен ҡыҙыҡ­лы итеп тасуирланы: “Муйынына таҫта­мал һалып, һарыҡ килтерәләр кейәү өйө­нән. Тере туй тип атала шуға. Икенсе көн кейәү үҙе килә. Никахта мәһәр бирә­ләр. Кейәү күрнисе (бүләге) тараталар. Балдыҙҙары “кейәү һебәһе” тип һарыҡтың ҡабырғаһын еҙнәһенә һата. Йәш кейәү уларға хушбуй, бәке, һабын бүләк итә. Кәләште мендәргә баҫты­ралар. Киленгә инселәп танамы, быҙаумы әйтелә.
Ҡәйенһеңделәрем менән һайлап ҡуйылған инәм (ҡыяматлыҡ әсәй) һыу юлын күрһәтте. Ҡушъяуҙыҡ бөркәнеп барҙым. Һыуға аҡса таштар кәрәк. Кәләштең инәһе һыу юлын күрһәткән ҡәйенһеңденең биленә яуҙыҡ бәйләп ҡуя, башҡаларына алъяпҡыс таратаһың. Ә кәләш ошо ҡәйенһеңдене ғүмер буйы һылыуым тип йөрөтә.
Аҙаҡ килен самауырын ҡотоҡтап сәй эсә ҡунаҡтар. Самауырға таҫма тағып, унда аҡса бәйҙәйҙәр.
Ахымсылау йолаһы бар беҙҙә. Баш биреп килә бит инде килен яғы. Шуға ла ҡоймаҡмы, ҡаҙ ботомо, шоколадмы һорап ахымсылайҙар. Уларҙың һорауын үтәйҙәр.
Йорт ҡарау йолаһы әле лә һаҡтанған. Егеттең инәһе ҡоҙағыйын саҡырғанда килен алып килгән тәҙрә фәрҙәләрен ҡора, өҫтәлгә ашъяулығын йәйә, йыуына торған ергә килен таҫтамалын элә. “Баш таҫтамал” сигеүле булырға тейеш. Иң йәмдеһе шул.
Милли кейемдәр яҡшы һаҡтанған беҙҙә. Кейәү еңгәһе булһаҡ, беҙ – йәше­рәктәр ҙә – шулай кейенергә тыры­шабыҙ”.
Һөйләшкә хас һүҙҙәр: ҡәртнәй – өләсәй, эремек – эремсек, күмәс – бишбармаҡ, аҫ­ты сынаяҡ – сынаяҡ аҫты, хәрендәш – һеңле, энем – ҡустым, урам – ишек алды, үлисә – урам, туфа – күтәрмә, оро – ҡоҙоҡ, түпәләк – ялан кәртә, тәнәй – бәләкәй ҡус­тыһы йә һеңлеһе, сәтәш – йәтәс, ҡолоҡай – ҡолонсаҡ, бәрәкәй – бәрәс, сала­май салыу – ҡаймаҡҡа он, йомортҡа ҡу­шып ҡайнатып алыу, нимендәй – нисек һ.б.
Сафакүл һәм Әлмән райондарының асыҡ йөҙлө, йор һүҙле, ихлас, дәртле, ә иң мөһиме – башҡортлоғон онотмаған халҡы менән аралашыу беҙгә әйтеп бөткөһөҙ ҡәнәғәтлек тойғоһо бүләк итте. Әйҙүкләп ҡаршы алыуҙары, күбеһенең үҙе белгән ауыҙ-тел хазиналарын кинәнеп бүлешеүе, һандыҡ төбөнән милли кейемдәрен сығара һалып кейеп, фотоға төшөүҙәре матур күренеш булды. Сафакүл районының Ҡамыш ауылынан Хәтимә Тимерғәли ҡыҙы Закированың (1946 йылғы) телгә маһирлығы, сослоғо, мәлендә-минутында таҡмағын сығарып йырлап тороуы студенттар өсөн ҡыҙыҡ та, күңелле лә ине:
Силәбенең аръяғында
Костюмлылар биш тәңкә.
Силәбенең биръяғында
Костюмһыҙҙар өс тәңкә.

Дәрт, ихласлыҡ, үҙ еренә үҙе хужа булып йәшәү, милли үҙаң ныҡлығы сағыла был яҡ башҡорттарында. Был онотолғоһоҙ сәйәхәт беҙҙең хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр.
Ҡурған башҡорттарының күңеленә лә студент ҡыҙҙарыбыҙҙың оса-ҡуна бейеүе, моңло итеп йырлауы оҙаҡҡа уйылыр. Ололарҙың: “Үҙебеҙҙекеләр! Беҙҙең йәштәр!” – тип һоҡланыуы милләттәш­тәребеҙҙең ни тиклем нескә күңелле икәнен, рухлылығын дәлилләне. Әлмән районының Шәрип ауылы уҙаманы Фуат Әхтәмов юҡҡа ғына бер йәшник күстәнәс биреп китмәгәндер йәштәргә. Күҙҙәрендә йәше йылтырай ине был оло йәштәге, һүҙгә һаран ағайҙың. Шул күҙ йәштәре кеүек мөҡәддәс һәм яҡынһығыҙ беҙгә, Ҡурған башҡорттары!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872