яҡынһығыҙ беҙгә, ҡурған башҡорттары!15.07.2016
Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалындағы филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеты уҡытыусылары һәм студенттары Ҡурған өлкәһе башҡорттары фольклорын йыйыу, системалаштырыу маҡсатында шул тарафҡа сәфәр ҡылды. Экспедицияның әһәмиәте Рәсәй гуманитар фәнни фонды тарафынан танылды.
Башҡорт-инглиз бүлегенең II курс студенттарына бындай сәфәргә сығыу бәхете икенсе тапҡыр йылмайҙы: былтыр улар Пермь өлкәһендә йәшәгән ғәйнә башҡорттарының һүҙ байлығын, телмәр үҙенсәлектәрен өйрәнгәйне.
Был юлы ла йәштәр, башҡорт телендә сыҡҡан китап-журналдар таратып, концерттар ҡуйып, сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе ҡыуандырҙы. Ә өлкәндәр күңелдәрендә йөрөткән рухи хазиналары менән кинәнеп бүлеште. Был табыштар иһә үҙ мәлендә студенттар тарафынан теркәп ҡуйылды.
Башҡортостандың Иглин районы буйлап елгән автобус беҙҙе Силәбе өлкәһенә алып сыҡты. Тыуған Уралдың матурлығына, тауҙарҙың бейеклегенә, тирә-йүн хозурлығына хайран ҡалды студенттар. “Салауат Юлаев шиғырҙарының тап ошо ерҙәрҙә тыуғанлығына төшөндөк. Тәүҙә был матурлыҡты күрергә, аҙаҡ шиғырҙарҙы ятларға кәрәк булған икән беҙгә”, – тиеште улар.
Мәғрур Уралды Ҡурған өлкәһенең тигеҙ яландары алмаштыра башланы, һәм беҙҙең иғтибарҙы һәр тарафтан ялтырап күренгән һыу ятҡылыҡтары биләп алды. Күлдәр иле икән дәбаһа был яҡ! Юлда осраған зәңгәр һыу ятҡылыҡтарының иҫәбен-һанын юғалттыҡ.
Был ғәжәйеп тарафтың башҡорттары ла күлдәй киң күңелле, тәрән аҡыллы булып сыҡты. Республикабыҙҙан байтаҡ алыҫта йәшәгән милләттәштәребеҙҙең туған телен, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, боронғо кейемдәрен – ғөмүмән, милли үҙаңын – һаҡлап ҡала алыуына һоҡландыҡ.
Һарт-Әбдрәш ауыл Советы башлығы Валерий Николаевич Васильев биләмәлә Ҡарғатуй, Ҡуҙғалаҡ, Буҙа байрамдары үткәрелеүе тураһында һөйләне. Ял үҙәге директоры Сәлимә Абдрахман ҡыҙы Ғилманова ҡатай башҡорттарының ҡулланма-биҙәү сәнғәте өлгөләре менән таныштырҙы. Нағыш, элмә, тутырма кеүек сигеү алымдары менән биҙәлгән күлдәк-алъяпҡыстар, кейәү билмауы (билбауы), ҡушъяулыҡтар, ҡамышты киптереп эшләгән септәләр һ.б. ҡуйылған ине ул әҙерләгән күргәҙмәлә.
Халыҡ ижадындағы сеңләүҙең был яҡта киң таралған икәненә шаһит булдыҡ. 1939–1946 йылда тыуған ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен кейәүгә оҙатҡанда әлеге йоланың мотлаҡ үтәлгәне тураһында әйтте. (Текстарҙа авторҙарҙың стиле һәм башҡорт теленең көнсығыш диалектындағы һалйот һөйләшенә хас үҙенсәлектәре һаҡланды).
Ай таш тирмән, таш тирмән,
Таштаһам да, ыуалмай.
Атаҡайым минең – таш бауырҡай.
Мин илаған саҡта иламай.
Үһеһеһеү-үһеү-үһеү...
Ебәк тә генә шаршау, бауы – таҫма,
Һин бәйҙәгән булдың, еңгәкәй.
Килер ҙә ҡоҙа ҡайтыр ине,
Һин димдәгән булдың, еңгәкәй.
Үһеһеһеү-үһеү-үһеү...
Ишегалдым минең
Киртләс-киртләс.
Киртләстәре бөтөр,
Мин киткәс.
Ир балаҡай ҡайта хеҙмәт иткәс,
Ҡыҙ балаҡай ҡайтмай бер киткәс.
Үһеһеһеү-үһеү-үһеү...
Бура ла ғына бура атҡайыңды
Ашатмаған булдың, атаҡай.
...Йәшәтмәгән булдың, атаҡай.
Үһеһеһеү-үһеү-үһеү...
(1941 йылғы Фәрзиә Рәхим ҡыҙы Сәйетованан яҙып алынды. Дүрт класс белемле. Сафакүл районының Абултай ауылында йәшәй. Сығышы менән Әлмән районының Ҡуйбаҡ ауылынан).
“Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ ҡушъяуҙыҡ ябынырға тейеш. Уның сигелгән ере “инес” тип атала. Аҫты – һаҡалдыҡ. Төшөп торған ике суғын ҡолаҡсуҡ тип атайбыҙ”. (Камилә Имаметдин ҡыҙы Хәмзинанан яҙып алынды. 1952 йылғы. Урта махсус белемле. Әлмән районының Шәрип ауылында йәшәй).
Сафакүл районының Һарт-Әбдрәш ауылына Абултайҙан килен булып төшкән Әлмира Мирзағәли ҡыҙы Мөлөкова (1966 йылғы) үҙенең туйы нисек үткәнен ҡыҙыҡлы итеп тасуирланы: “Муйынына таҫтамал һалып, һарыҡ килтерәләр кейәү өйөнән. Тере туй тип атала шуға. Икенсе көн кейәү үҙе килә. Никахта мәһәр бирәләр. Кейәү күрнисе (бүләге) тараталар. Балдыҙҙары “кейәү һебәһе” тип һарыҡтың ҡабырғаһын еҙнәһенә һата. Йәш кейәү уларға хушбуй, бәке, һабын бүләк итә. Кәләште мендәргә баҫтыралар. Киленгә инселәп танамы, быҙаумы әйтелә.
Ҡәйенһеңделәрем менән һайлап ҡуйылған инәм (ҡыяматлыҡ әсәй) һыу юлын күрһәтте. Ҡушъяуҙыҡ бөркәнеп барҙым. Һыуға аҡса таштар кәрәк. Кәләштең инәһе һыу юлын күрһәткән ҡәйенһеңденең биленә яуҙыҡ бәйләп ҡуя, башҡаларына алъяпҡыс таратаһың. Ә кәләш ошо ҡәйенһеңдене ғүмер буйы һылыуым тип йөрөтә.
Аҙаҡ килен самауырын ҡотоҡтап сәй эсә ҡунаҡтар. Самауырға таҫма тағып, унда аҡса бәйҙәйҙәр.
Ахымсылау йолаһы бар беҙҙә. Баш биреп килә бит инде килен яғы. Шуға ла ҡоймаҡмы, ҡаҙ ботомо, шоколадмы һорап ахымсылайҙар. Уларҙың һорауын үтәйҙәр.
Йорт ҡарау йолаһы әле лә һаҡтанған. Егеттең инәһе ҡоҙағыйын саҡырғанда килен алып килгән тәҙрә фәрҙәләрен ҡора, өҫтәлгә ашъяулығын йәйә, йыуына торған ергә килен таҫтамалын элә. “Баш таҫтамал” сигеүле булырға тейеш. Иң йәмдеһе шул.
Милли кейемдәр яҡшы һаҡтанған беҙҙә. Кейәү еңгәһе булһаҡ, беҙ – йәшерәктәр ҙә – шулай кейенергә тырышабыҙ”.
Һөйләшкә хас һүҙҙәр: ҡәртнәй – өләсәй, эремек – эремсек, күмәс – бишбармаҡ, аҫты сынаяҡ – сынаяҡ аҫты, хәрендәш – һеңле, энем – ҡустым, урам – ишек алды, үлисә – урам, туфа – күтәрмә, оро – ҡоҙоҡ, түпәләк – ялан кәртә, тәнәй – бәләкәй ҡустыһы йә һеңлеһе, сәтәш – йәтәс, ҡолоҡай – ҡолонсаҡ, бәрәкәй – бәрәс, саламай салыу – ҡаймаҡҡа он, йомортҡа ҡушып ҡайнатып алыу, нимендәй – нисек һ.б.
Сафакүл һәм Әлмән райондарының асыҡ йөҙлө, йор һүҙле, ихлас, дәртле, ә иң мөһиме – башҡортлоғон онотмаған халҡы менән аралашыу беҙгә әйтеп бөткөһөҙ ҡәнәғәтлек тойғоһо бүләк итте. Әйҙүкләп ҡаршы алыуҙары, күбеһенең үҙе белгән ауыҙ-тел хазиналарын кинәнеп бүлешеүе, һандыҡ төбөнән милли кейемдәрен сығара һалып кейеп, фотоға төшөүҙәре матур күренеш булды. Сафакүл районының Ҡамыш ауылынан Хәтимә Тимерғәли ҡыҙы Закированың (1946 йылғы) телгә маһирлығы, сослоғо, мәлендә-минутында таҡмағын сығарып йырлап тороуы студенттар өсөн ҡыҙыҡ та, күңелле лә ине:
Силәбенең аръяғында
Костюмлылар биш тәңкә.
Силәбенең биръяғында
Костюмһыҙҙар өс тәңкә.
Дәрт, ихласлыҡ, үҙ еренә үҙе хужа булып йәшәү, милли үҙаң ныҡлығы сағыла был яҡ башҡорттарында. Был онотолғоһоҙ сәйәхәт беҙҙең хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр.
Ҡурған башҡорттарының күңеленә лә студент ҡыҙҙарыбыҙҙың оса-ҡуна бейеүе, моңло итеп йырлауы оҙаҡҡа уйылыр. Ололарҙың: “Үҙебеҙҙекеләр! Беҙҙең йәштәр!” – тип һоҡланыуы милләттәштәребеҙҙең ни тиклем нескә күңелле икәнен, рухлылығын дәлилләне. Әлмән районының Шәрип ауылы уҙаманы Фуат Әхтәмов юҡҡа ғына бер йәшник күстәнәс биреп китмәгәндер йәштәргә. Күҙҙәрендә йәше йылтырай ине был оло йәштәге, һүҙгә һаран ағайҙың. Шул күҙ йәштәре кеүек мөҡәддәс һәм яҡынһығыҙ беҙгә, Ҡурған башҡорттары!