Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Суд приставтарынан ҡурҡырға кәрәкмәй
Суд приставтарынан ҡурҡырға кәрәкмәйНиндәй генә хәлдәр булмай тормошта. Юл хәүефһеҙлеге буйынса штрафыңды ла түләргә онотоуың ихтимал, кредитыңды ябырға аҡса етмәгән мәлдәр ҙә була, һалымыңды ваҡытында ҡапларға ваҡыт табылмауы мөмкин. Ошо мәлдә беҙҙе суд приставтары менән осрашыу көтә.


Менталитетыбыҙ шундай: был осрашыуҙан айыуҙан ҡурҡҡандай өркәбеҙ, оялабыҙ. Ошондай сетерекле хәлдәр тыумаһын, аңлашылмаусан­лыҡтар килеп сыҡмаһын өсөн суд приставтары йыш ҡына “Асыҡ ишектәр” көндәре ойоштора. Һорауы йәки мөрәжәғәте булған һәр кем унда килә ала. Сираттағы сара күптән түгел Стәрлетамаҡта ла үтте.
Әйткәндәй, осрашыуҙарға әлеге хеҙмәт вәкилдәре йыш ҡына кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр менән берлектә йүнәлә, сөнки күтәрелгән мәсьәләләр бурыстарға ғына түгел, хоҡуҡтарға ла ҡағыла. Был ҡабул итеү ҙә берлектә барҙы. Стәрлетамаҡтарҙы Суд приставтары федераль хеҙмә­тенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урын­ба­ҫары Руслан Шерстнев менән Башҡортостандағы Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов ҡабул итте.
— Улым өйҙән ҡыуып сығарҙы, кеше фатирында түләп торорға мәжбүрмен. Дәғүәмде белдереп барһам – туҡмай, — тип мөрәжәғәт итә күкрәге тулы миҙал, әммә үҙе бахыр хәлендә ҡалған бабай. 10 минут үтә… 20 минут… мөрәжәғәт итеүсенең аһ-зары күп йыйылып киткән. Тыңлау­сылар уны бүлдермәй. Суд приставтарына ваҡыты менән төп бурысын ғына атҡарыу түгел, адвокат та, психолог-кәңәшсе лә булырға тура килә икән.
— Һеҙгә тәү сиратта поли­ци­яға ғариза яҙырға кәрәк. Ғариза буйынса ниндәй ҙә булһа яуап алырға тейеш­һегеҙ, — тип бәләгә ҡалыу­сының хоҡуҡтарын барлай Өфө ҡунаҡтары. – Был фатирҙа теркәлгәнһегеҙме, торлаҡ кемдең исемендә? – артабан проблеманың асылына төшөнөргә булышлыҡ иткән һорауҙар теҙмәһе китә… Тағы бер нисә минуттан инде күҙҙәрендә өмөт уты балҡыған бабай, рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, бүлмәнән сығып китә. Уның үҙ фатирында кинәнеп йәшәүен генә теләргә ҡалалыр.
— Һаумыһығыҙ, алимент аҡсаһын ала алмай аҙап­ланам, — тип ҡыйыуһыҙ ғына өндәшә сираттағы мөрәжәғәт итеүсе мөләйем йәш ҡатын. – Элекке ирем өс балаһының береһенә бер тин дә бирмәй, исмаһам, — ти ул ҡыҙарып. Эштең ниҙә икәнлеген аңлап ҡалған Рим Ҡәйүмов шунда уҡ уны тынысландырырға ашыға:
— Ҡаушамағыҙ, оялмағыҙ, һеҙ бит үҙ хоҡуҡтарығыҙҙы талап итергә килгәнһегеҙ, – уның был һүҙҙәренән һуң ҡатын ҡыйыуланып китә һәм мәсьә­ләне нисек бар шулай һүрәтләп бирә.
— Үкенескә ҡаршы, һеҙҙең кеүек хәлдә ҡалыу – йыш күренеш, — ти Руслан Шерстнев ҡатынға кәңәштәрен биргән арала. – Әйҙәгеҙ, суд­тың һуңғы ҡарарына күҙ һалайыҡ…
Артабан бүлмәгә бейек үксәле туфлиҙары менән тыҡ-тыҡ баҫып килеп ингән фырт ханым туҡталмаҫ борон уҡ өҫтәлгә ҡағыҙ биттәрен ырғыта.
— Был ниндәй ҡылығығыҙ, ни өсөн минең эш хаҡымды тотоп алып ҡалдығыҙ? – Ярһый-ярһый телмәр тота ул.
— Тынысланығыҙ, доку­мент­тарҙан күренеүенсә, һеҙ­ҙең Рәсәй Пенсия фондына бурысығыҙ булған, шуны ваҡытында түләмәгәнһегеҙ. Түләүҙәрҙе ваҡытында ҡаплап барырға кәрәк…
Сираттағы ишек шаҡыусы урта йәштәрҙәге ир, мыҡты кәүҙәһенә ҡарамаҫтан, алимент ала алмай аҙапланған ҡатындан да ҡыйыуһыҙыраҡ булып сыға. Ләкин ҡабул итеүселәр уны тотлоға-тотлоға һөйләй башлауынан уҡ аңлап ҡала:
— Теге ни, һалымды түләр­гә онотҡайным, ваҡы­тында аҡса ла булманы... “Бәхет хаты” алғас та, һеҙгә килергә, осрашырға ҡыйынһынып йөрөнөм.
— Ул тиклем ҡатмарлы мәсьәлә юҡ бында. Күрһәтел­гән квитанция буйынса түләй­һегеҙ һәм эш туҡтатыласаҡ, — ти пристав уға.
— Ваҡытында түләмәгән өсөн яуаплылығы борсой бит әле, — тип һаман ныҡыша мөрәжәғәт итеүсе.
— Пеня ул тиклем ныҡ үҫмәгән…
Нисек кенә булмаһын, был һөйләшеү ҙә ыңғай тамамлана. Ир, барлыҡ һорауҙарына яуап алып, ишектә юғала.
Ярты көн барған ҡабул итеүҙә ниндәй генә проблема менән мөрәжәғәт итмәнеләр: берәүҙәрҙе коллекторҙар борсой, икенселәр өлөшсө булып сыҡты, бәғзеләр дәүләткә тейешле түләүҙәрен ҡайтарырға ашыҡмай. Нисек кенә бул­маһын, һөйләшеүҙән ҡәнәғәт сыҡты килеүселәр – иң мөһиме шулдыр. Уларҙың эшендә, ҡатмарлы мәсьәләһендә боҙ ҡуҙғалды бит! Ҡурҡмай тотонған эштең хәйерле булыуы шулай власть, дәүләт хеҙмәттәре менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыуҙан да тора.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә