Ниндәй генә хәлдәр булмай тормошта. Юл хәүефһеҙлеге буйынса штрафыңды ла түләргә онотоуың ихтимал, кредитыңды ябырға аҡса етмәгән мәлдәр ҙә була, һалымыңды ваҡытында ҡапларға ваҡыт табылмауы мөмкин. Ошо мәлдә беҙҙе суд приставтары менән осрашыу көтә. Менталитетыбыҙ шундай: был осрашыуҙан айыуҙан ҡурҡҡандай өркәбеҙ, оялабыҙ. Ошондай сетерекле хәлдәр тыумаһын, аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡмаһын өсөн суд приставтары йыш ҡына “Асыҡ ишектәр” көндәре ойоштора. Һорауы йәки мөрәжәғәте булған һәр кем унда килә ала. Сираттағы сара күптән түгел Стәрлетамаҡта ла үтте.
Әйткәндәй, осрашыуҙарға әлеге хеҙмәт вәкилдәре йыш ҡына кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр менән берлектә йүнәлә, сөнки күтәрелгән мәсьәләләр бурыстарға ғына түгел, хоҡуҡтарға ла ҡағыла. Был ҡабул итеү ҙә берлектә барҙы. Стәрлетамаҡтарҙы Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Руслан Шерстнев менән Башҡортостандағы Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов ҡабул итте.
— Улым өйҙән ҡыуып сығарҙы, кеше фатирында түләп торорға мәжбүрмен. Дәғүәмде белдереп барһам – туҡмай, — тип мөрәжәғәт итә күкрәге тулы миҙал, әммә үҙе бахыр хәлендә ҡалған бабай. 10 минут үтә… 20 минут… мөрәжәғәт итеүсенең аһ-зары күп йыйылып киткән. Тыңлаусылар уны бүлдермәй. Суд приставтарына ваҡыты менән төп бурысын ғына атҡарыу түгел, адвокат та, психолог-кәңәшсе лә булырға тура килә икән.
— Һеҙгә тәү сиратта полицияға ғариза яҙырға кәрәк. Ғариза буйынса ниндәй ҙә булһа яуап алырға тейешһегеҙ, — тип бәләгә ҡалыусының хоҡуҡтарын барлай Өфө ҡунаҡтары. – Был фатирҙа теркәлгәнһегеҙме, торлаҡ кемдең исемендә? – артабан проблеманың асылына төшөнөргә булышлыҡ иткән һорауҙар теҙмәһе китә… Тағы бер нисә минуттан инде күҙҙәрендә өмөт уты балҡыған бабай, рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, бүлмәнән сығып китә. Уның үҙ фатирында кинәнеп йәшәүен генә теләргә ҡалалыр.
— Һаумыһығыҙ, алимент аҡсаһын ала алмай аҙапланам, — тип ҡыйыуһыҙ ғына өндәшә сираттағы мөрәжәғәт итеүсе мөләйем йәш ҡатын. – Элекке ирем өс балаһының береһенә бер тин дә бирмәй, исмаһам, — ти ул ҡыҙарып. Эштең ниҙә икәнлеген аңлап ҡалған Рим Ҡәйүмов шунда уҡ уны тынысландырырға ашыға:
— Ҡаушамағыҙ, оялмағыҙ, һеҙ бит үҙ хоҡуҡтарығыҙҙы талап итергә килгәнһегеҙ, – уның был һүҙҙәренән һуң ҡатын ҡыйыуланып китә һәм мәсьәләне нисек бар шулай һүрәтләп бирә.
— Үкенескә ҡаршы, һеҙҙең кеүек хәлдә ҡалыу – йыш күренеш, — ти Руслан Шерстнев ҡатынға кәңәштәрен биргән арала. – Әйҙәгеҙ, судтың һуңғы ҡарарына күҙ һалайыҡ…
Артабан бүлмәгә бейек үксәле туфлиҙары менән тыҡ-тыҡ баҫып килеп ингән фырт ханым туҡталмаҫ борон уҡ өҫтәлгә ҡағыҙ биттәрен ырғыта.
— Был ниндәй ҡылығығыҙ, ни өсөн минең эш хаҡымды тотоп алып ҡалдығыҙ? – Ярһый-ярһый телмәр тота ул.
— Тынысланығыҙ, документтарҙан күренеүенсә, һеҙҙең Рәсәй Пенсия фондына бурысығыҙ булған, шуны ваҡытында түләмәгәнһегеҙ. Түләүҙәрҙе ваҡытында ҡаплап барырға кәрәк…
Сираттағы ишек шаҡыусы урта йәштәрҙәге ир, мыҡты кәүҙәһенә ҡарамаҫтан, алимент ала алмай аҙапланған ҡатындан да ҡыйыуһыҙыраҡ булып сыға. Ләкин ҡабул итеүселәр уны тотлоға-тотлоға һөйләй башлауынан уҡ аңлап ҡала:
— Теге ни, һалымды түләргә онотҡайным, ваҡытында аҡса ла булманы... “Бәхет хаты” алғас та, һеҙгә килергә, осрашырға ҡыйынһынып йөрөнөм.
— Ул тиклем ҡатмарлы мәсьәлә юҡ бында. Күрһәтелгән квитанция буйынса түләйһегеҙ һәм эш туҡтатыласаҡ, — ти пристав уға.
— Ваҡытында түләмәгән өсөн яуаплылығы борсой бит әле, — тип һаман ныҡыша мөрәжәғәт итеүсе.
— Пеня ул тиклем ныҡ үҫмәгән…
Нисек кенә булмаһын, был һөйләшеү ҙә ыңғай тамамлана. Ир, барлыҡ һорауҙарына яуап алып, ишектә юғала.
Ярты көн барған ҡабул итеүҙә ниндәй генә проблема менән мөрәжәғәт итмәнеләр: берәүҙәрҙе коллекторҙар борсой, икенселәр өлөшсө булып сыҡты, бәғзеләр дәүләткә тейешле түләүҙәрен ҡайтарырға ашыҡмай. Нисек кенә булмаһын, һөйләшеүҙән ҡәнәғәт сыҡты килеүселәр – иң мөһиме шулдыр. Уларҙың эшендә, ҡатмарлы мәсьәләһендә боҙ ҡуҙғалды бит! Ҡурҡмай тотонған эштең хәйерле булыуы шулай власть, дәүләт хеҙмәттәре менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыуҙан да тора.