Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иҫерек шофер елә ҡаршыға...
Иҫерек шофер елә ҡаршыға...Хәҙер автомобиль хәрәкәте бик көслө. Айырыуса ҙур ҡалаларҙа. Хатта тәжрибәле шоферҙарға ла рулдә булыуы еңел түгел, ығы-зығылы хәрәкәт ныҡлы иғтибар талап итә. Әммә шундай шарттарҙа ла рулгә эскән килеш ултырған кешеләрҙе күреп иҫ китә. Нигеҙҙә, улар – тормош һабаҡтарын алып өлгөрмәгән йәш-елкенсәк. Был хәүефле ғәҙәттән ҡасан арынырбыҙ?


...Ҡырмыҫҡалы районындағы Иҫке Муса ауылын уҙып барам. Тиҙҙән Булгаков ауылы күре­нәсәк, унан инде Өфөгә етергә лә аҙ ғына ҡала. Көн салт аяҙ, юл ҡоро, автомобилдәр әлеге кеүек мыжғымаған заман. Күрәм: һул яҡтағы аҙыҡ-түлек баҙарынан коляскалы ҡара мотоцикл сыҡты ла, миңә ҡаршы һыҙатта бер аҙ килеп, һул яҡҡа – Иҫке Мусаға – боролорға булды. Ә бындай маневр өсөн, әлбиттә, тәүҙә тура хәрәкәт итеүсене үткәрергә кәрәк. Шуға уның ике юл сигендә туҡтап ҡалыуына аптыраманым, ҡағи­ҙәне күҙәтә, тимәк. Миңә был осраҡта тиҙлекте кәметергә лә кәрәкмәй. Ләкин, ни ғәләмәт: мин ошо тәңгәлгә килеп еткәс кенә ул автомобилем алдынан ҡапыл юл аша ырғыны... Бер-ике секунд эсендә бәрелештән ҡасыу форсаты юҡ ине: икебеҙ ҙә юл ситендәге канауға остоҡ...
Коляскалы “Урал” мотоциклын ҡайһы берәүҙәр хәтерләйҙер әле. Был совет техникаһы ярайһы ғына ауыр. Ләкин хатта ул да бер нисә тапҡыр әйләнеп китте, тимәк, бәрелеш ҡаты булды. Минең машинаның алғы бамперы ғына түгел, радиаторы ла йәм­шәйеп килеп төшкән. Автомобиль аша осҡан мото­циклсы­ның эргәһенә киләм: урта йәш­тәрҙәге ир үләндә иҫһеҙ ята. Каскаһы ла, шлемы ла юҡ. Иң насары шул – унан әллә ҡайҙан уҡ араҡы еҫе бөркөлөп тора ине... Минең иҫерек шофер менән беренсе осрашыуым шулай булды.
Эскән килеш аварияға тарыу­сылар – ҡағиҙә булараҡ, тәжри­бәһе аҙ, уның ҡарауы, үҙен Шумахер итеп тойған, мин-минлеге саманан ашҡан егеттәр һәм ҡыҙҙар. Урта йәштәгеләр ҙә осрап ҡуйғылай, улары инде эсеп рулгә ултырған өсөн бер ниндәй ҙә яза ҡаралмаған замандарға күнеккән һәм шуны дауам итергә ғәҙәт­ләнгән.
Спиртлы эсемлек һәр кемгә үҙенсә тәьҫир итә. Шуға күрә лә бер нисә йыл элек Рәсәй закондары ҡанындағы алкоголь кимәле бер нисә промилле генә күр­һәткәндә рулдә ултырырға рөхсәт итһә, хәҙер саҡ ҡына иҫереү билдәһе булғанда ла ҙур штраф ҡаралған (таблицаны ҡарағыҙ). Хатта автоинспектор һинең айыҡлыҡта шикләнә ҡалғанда медицина тикшереүенә ебәрергә хоҡуҡлы.
Бында эштең икенсе яғы ла бар: һин юл ҡағиҙәләрен боҙма­ған осраҡта икенсе берәүҙең килтереп төкөүе ихтимал. Автоинспектор бындай саҡта ғәйепте ике яҡҡа ла япһара ала.
Кемдер иҫерек шоферҙы нисек һәм ниндәй ғәмәлдәргә нигеҙ­ләнеп хөкөм итеүҙәре тураһында ентекләберәк белергә теләй икән, Рәсәй Федерацияһы Юғары судының 2008 йылғы 25-се һанлы ҡарарын өйрәнергә мөмкин: унда Енәйәт кодексын был осраҡта ҡулланыу үҙенсәлектәре ентек­ләп аңлатылған. Дөрөҫ, һуңғы осорҙа документҡа төҙәтмәләр ҙә индерелде. Мәҫәлән, иҫерек килеш шофер урынында ултыр­ғанда автомобиль хәрәкәт итмә­һә, бының өсөн машина йөрө­төүсене язаға тарттырырға ярамай. Ә ошоға саҡлы хатта иҫерек шофер машинаһы эргәһендә баҫып торһа ла, автоинспек­торҙар протокол төҙөй ала ине. Элегерәк шулай булды: иҫерек килеш юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булған шофер был урындан ҡаса һәм өс көн үткәс кенә дәүләт автоинспекцияһына, йәнә­һе, тәүбә менән килә. Һөҙөмтәлә уның авария мәленә эскән икәнлеген иҫбат итеп булмай, ул еңелсә яза менән ҡотола. Хәҙер Юғары суд бындай шоферҙарҙың иҫерек булыуына шаһит күрһәт­мәләрен алырға рөхсәт итте.
Рулгә эскән килеш ултырған шофер үҙенең генә түгел, пассажирҙарының ғүмерен дә ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Хатта берәү ҙә имгәнмәгән хәлдә лә ғаилә янсығы өсөн ҙур ғына зыян килә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа 15 тәүлеккә иректән мәхрүм ителеү ҡурҡынысы ла янай. Әлбиттә, бында һүҙ авто­инспек­торҙар ҡулына беренсе тапҡыр эләгеү тура­һында бара, ҡабат ошо уҡ енәйәтте яһағанда яза ла бермә-бер ҡаты­раҡ. Яза тигәндәй, ул төрлө илдәрҙә төрлө­сә ҡулла­ныла.
Бөйөк Британия иҫерек води­телдәргә ҡаршы законды 1967 йылда уҡ – донъяла беренсе булып – ҡабул итә. Өрҙөртөп ҡарау көпшәһен дә тәүге тапҡыр ошо дәүләттә ҡуллана башлай­ҙар. Әле был илдә шоферға 0,8 промиллегә ҡәҙәр (ике бокал шарап) эсергә мөмкин. Уның ҡарауы, британдарҙа Европалағы иң ҙур штраф – 7 200 евро!
Францияла промилле кимәле шундай уҡ. Шунан ашыбыраҡ китһә – 4500 евро, ә иҫерек булыу бәхетһеҙлек осрағына килтерә ҡалғанда – 3 000 евро штраф. Етди авария була ҡалғанда, яза ла бик ҡаты: 15 мең евро штраф һәм 10 йыл төрмә.
Германияла рулдә эскән килеш ултырғандың ҡанында алкоголь кимәле 0,5 промилленән артырға тейеш түгел. Был күрһәткес Көнбайыш Европаның күпселек илдәренә хас. Ләкин 21 йәше тулмаған йәки йөрөтөү стажы ике йылдан артмаған кеше­ләр, шулай уҡ таксистар өсөн ул да хоҡуҡ боҙоу булып тора.
АҠШ-та иҫерек шоферҙы ике тәүлектән алып ярты йылға саҡлы төрмәгә ултыртыуҙары мөмкин. Бер юлы йөрөтөү танытмаһын да алты айға тартып алалар. Был осраҡта ул штраф түләмәй.
Ҡытай был йәһәттән иң ҡаты яза ҡулланыусылар рәтенә инә: иҫерек булып, юлда ҡорбандарға килтергән фажиғәлә ғәйепле шоферҙы атырға ла хөкөм итеү­ҙәре ихтимал! Әгәр ҙә берәү ҙә һәләк булмаған йәки кемгәлер ҙур матди зыян килмәгән икән, водителде 1 айҙан алып 6 айға саҡлы төрмәгә ултырталар һәм өс йылға автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ҡылалар.
Япония. Был илдә лә иҫерек шоферҙарҙың башынан һыйпа­майҙар. Ҡанында 0,03 промилле һәм унан да күберәк алкоголь табылһа, улар штраф түләй һәм автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан оҙаҡҡа мәхрүм ителә. Эскән килеш рулдә тотолған кеше 8 700 долларға торошло аҡсаһынан яҙа йәки биш йылға төрмәгә оҙатыла. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан иҫерек шофер автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан 10 йылға ҡолаҡ ҡаға. Японияла “ҡоро закон” да үҙенсәлекле: иҫерек водитель өсөн уның өлкән пассажирҙары ла яза ала – өсәр мең долларға тиң штраф түләй. Был хатта автобустағыларға ла ҡағыла. Шоферҙың иҫерек икәнен күрһә йәки белһә, пассажир был автомобилгә ултырырға тейеш түгел.
Берләшкән Ғәрәп Әмир­лектәре. Был илдә иҫерек води­телдәргә яза биреү тураһында һөйләүе лә урынһыҙ, сөнки алкоголь ҡулланыу – үҙе үк ҙур енәйәт. Ислам шарапҡа хатта ҡағылырға ла рөхсәт итмәй.

Иҫерек шофер елә ҡаршыға...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 109

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529