Хәҙер автомобиль хәрәкәте бик көслө. Айырыуса ҙур ҡалаларҙа. Хатта тәжрибәле шоферҙарға ла рулдә булыуы еңел түгел, ығы-зығылы хәрәкәт ныҡлы иғтибар талап итә. Әммә шундай шарттарҙа ла рулгә эскән килеш ултырған кешеләрҙе күреп иҫ китә. Нигеҙҙә, улар – тормош һабаҡтарын алып өлгөрмәгән йәш-елкенсәк. Был хәүефле ғәҙәттән ҡасан арынырбыҙ?...Ҡырмыҫҡалы районындағы Иҫке Муса ауылын уҙып барам. Тиҙҙән Булгаков ауылы күренәсәк, унан инде Өфөгә етергә лә аҙ ғына ҡала. Көн салт аяҙ, юл ҡоро, автомобилдәр әлеге кеүек мыжғымаған заман. Күрәм: һул яҡтағы аҙыҡ-түлек баҙарынан коляскалы ҡара мотоцикл сыҡты ла, миңә ҡаршы һыҙатта бер аҙ килеп, һул яҡҡа – Иҫке Мусаға – боролорға булды. Ә бындай маневр өсөн, әлбиттә, тәүҙә тура хәрәкәт итеүсене үткәрергә кәрәк. Шуға уның ике юл сигендә туҡтап ҡалыуына аптыраманым, ҡағиҙәне күҙәтә, тимәк. Миңә был осраҡта тиҙлекте кәметергә лә кәрәкмәй. Ләкин, ни ғәләмәт: мин ошо тәңгәлгә килеп еткәс кенә ул автомобилем алдынан ҡапыл юл аша ырғыны... Бер-ике секунд эсендә бәрелештән ҡасыу форсаты юҡ ине: икебеҙ ҙә юл ситендәге канауға остоҡ...
Коляскалы “Урал” мотоциклын ҡайһы берәүҙәр хәтерләйҙер әле. Был совет техникаһы ярайһы ғына ауыр. Ләкин хатта ул да бер нисә тапҡыр әйләнеп китте, тимәк, бәрелеш ҡаты булды. Минең машинаның алғы бамперы ғына түгел, радиаторы ла йәмшәйеп килеп төшкән. Автомобиль аша осҡан мотоциклсының эргәһенә киләм: урта йәштәрҙәге ир үләндә иҫһеҙ ята. Каскаһы ла, шлемы ла юҡ. Иң насары шул – унан әллә ҡайҙан уҡ араҡы еҫе бөркөлөп тора ине... Минең иҫерек шофер менән беренсе осрашыуым шулай булды.
Эскән килеш аварияға тарыусылар – ҡағиҙә булараҡ, тәжрибәһе аҙ, уның ҡарауы, үҙен Шумахер итеп тойған, мин-минлеге саманан ашҡан егеттәр һәм ҡыҙҙар. Урта йәштәгеләр ҙә осрап ҡуйғылай, улары инде эсеп рулгә ултырған өсөн бер ниндәй ҙә яза ҡаралмаған замандарға күнеккән һәм шуны дауам итергә ғәҙәтләнгән.
Спиртлы эсемлек һәр кемгә үҙенсә тәьҫир итә. Шуға күрә лә бер нисә йыл элек Рәсәй закондары ҡанындағы алкоголь кимәле бер нисә промилле генә күрһәткәндә рулдә ултырырға рөхсәт итһә, хәҙер саҡ ҡына иҫереү билдәһе булғанда ла ҙур штраф ҡаралған (таблицаны ҡарағыҙ). Хатта автоинспектор һинең айыҡлыҡта шикләнә ҡалғанда медицина тикшереүенә ебәрергә хоҡуҡлы.
Бында эштең икенсе яғы ла бар: һин юл ҡағиҙәләрен боҙмаған осраҡта икенсе берәүҙең килтереп төкөүе ихтимал. Автоинспектор бындай саҡта ғәйепте ике яҡҡа ла япһара ала.
Кемдер иҫерек шоферҙы нисек һәм ниндәй ғәмәлдәргә нигеҙләнеп хөкөм итеүҙәре тураһында ентекләберәк белергә теләй икән, Рәсәй Федерацияһы Юғары судының 2008 йылғы 25-се һанлы ҡарарын өйрәнергә мөмкин: унда Енәйәт кодексын был осраҡта ҡулланыу үҙенсәлектәре ентекләп аңлатылған. Дөрөҫ, һуңғы осорҙа документҡа төҙәтмәләр ҙә индерелде. Мәҫәлән, иҫерек килеш шофер урынында ултырғанда автомобиль хәрәкәт итмәһә, бының өсөн машина йөрөтөүсене язаға тарттырырға ярамай. Ә ошоға саҡлы хатта иҫерек шофер машинаһы эргәһендә баҫып торһа ла, автоинспекторҙар протокол төҙөй ала ине. Элегерәк шулай булды: иҫерек килеш юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булған шофер был урындан ҡаса һәм өс көн үткәс кенә дәүләт автоинспекцияһына, йәнәһе, тәүбә менән килә. Һөҙөмтәлә уның авария мәленә эскән икәнлеген иҫбат итеп булмай, ул еңелсә яза менән ҡотола. Хәҙер Юғары суд бындай шоферҙарҙың иҫерек булыуына шаһит күрһәтмәләрен алырға рөхсәт итте.
Рулгә эскән килеш ултырған шофер үҙенең генә түгел, пассажирҙарының ғүмерен дә ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Хатта берәү ҙә имгәнмәгән хәлдә лә ғаилә янсығы өсөн ҙур ғына зыян килә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа 15 тәүлеккә иректән мәхрүм ителеү ҡурҡынысы ла янай. Әлбиттә, бында һүҙ автоинспекторҙар ҡулына беренсе тапҡыр эләгеү тураһында бара, ҡабат ошо уҡ енәйәтте яһағанда яза ла бермә-бер ҡатыраҡ. Яза тигәндәй, ул төрлө илдәрҙә төрлөсә ҡулланыла.
Бөйөк Британия иҫерек водителдәргә ҡаршы законды 1967 йылда уҡ – донъяла беренсе булып – ҡабул итә. Өрҙөртөп ҡарау көпшәһен дә тәүге тапҡыр ошо дәүләттә ҡуллана башлайҙар. Әле был илдә шоферға 0,8 промиллегә ҡәҙәр (ике бокал шарап) эсергә мөмкин. Уның ҡарауы, британдарҙа Европалағы иң ҙур штраф – 7 200 евро!
Францияла промилле кимәле шундай уҡ. Шунан ашыбыраҡ китһә – 4500 евро, ә иҫерек булыу бәхетһеҙлек осрағына килтерә ҡалғанда – 3 000 евро штраф. Етди авария була ҡалғанда, яза ла бик ҡаты: 15 мең евро штраф һәм 10 йыл төрмә.
Германияла рулдә эскән килеш ултырғандың ҡанында алкоголь кимәле 0,5 промилленән артырға тейеш түгел. Был күрһәткес Көнбайыш Европаның күпселек илдәренә хас. Ләкин 21 йәше тулмаған йәки йөрөтөү стажы ике йылдан артмаған кешеләр, шулай уҡ таксистар өсөн ул да хоҡуҡ боҙоу булып тора.
АҠШ-та иҫерек шоферҙы ике тәүлектән алып ярты йылға саҡлы төрмәгә ултыртыуҙары мөмкин. Бер юлы йөрөтөү танытмаһын да алты айға тартып алалар. Был осраҡта ул штраф түләмәй.
Ҡытай был йәһәттән иң ҡаты яза ҡулланыусылар рәтенә инә: иҫерек булып, юлда ҡорбандарға килтергән фажиғәлә ғәйепле шоферҙы атырға ла хөкөм итеүҙәре ихтимал! Әгәр ҙә берәү ҙә һәләк булмаған йәки кемгәлер ҙур матди зыян килмәгән икән, водителде 1 айҙан алып 6 айға саҡлы төрмәгә ултырталар һәм өс йылға автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ҡылалар.
Япония. Был илдә лә иҫерек шоферҙарҙың башынан һыйпамайҙар. Ҡанында 0,03 промилле һәм унан да күберәк алкоголь табылһа, улар штраф түләй һәм автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан оҙаҡҡа мәхрүм ителә. Эскән килеш рулдә тотолған кеше 8 700 долларға торошло аҡсаһынан яҙа йәки биш йылға төрмәгә оҙатыла. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан иҫерек шофер автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан 10 йылға ҡолаҡ ҡаға. Японияла “ҡоро закон” да үҙенсәлекле: иҫерек водитель өсөн уның өлкән пассажирҙары ла яза ала – өсәр мең долларға тиң штраф түләй. Был хатта автобустағыларға ла ҡағыла. Шоферҙың иҫерек икәнен күрһә йәки белһә, пассажир был автомобилгә ултырырға тейеш түгел.
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре. Был илдә иҫерек водителдәргә яза биреү тураһында һөйләүе лә урынһыҙ, сөнки алкоголь ҡулланыу – үҙе үк ҙур енәйәт. Ислам шарапҡа хатта ҡағылырға ла рөхсәт итмәй.