Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мостай менән осрашыуҙарым
Мостай менән осрашыуҙарым Мостай Кәримдең ҡулыма эләккән барлыҡ әҫәрҙәрен дә уҡып барам. Байтаҡ шиғырҙарын ятлап алғанмын да уларҙы төрлө йыйындарҙа — кисәләрҙә, һабантуйҙарҙа, мәжлестәрҙә — һөйләп йөрөйөм. Сығышымды халыҡ яратып ҡабул итә, ихлас алҡышлайҙар.

1989 йылда “районыбыҙға бер төркөм яҙыусы килә, улар араһында Мостай Кәрим дә бар” тигән хәбәр ишетелде. Әҙип менән тәүге осрашыр көндә Әхмәт ҡустым менән күрше Байназар ауылына юлландыҡ. Беҙ барғанда, халыҡ клуб янында йыйылып көтөп тора ине. Ҡунаҡтар иһә оҙаҡ көттөрмәне. Машиналарҙан төшөп, ҡаршы алыусылар менән ихлас күрештеләр. Мостай Кәрим, Динис Бүләков, Рауил Бикбаев, Муса Ғәли, Ирек Кинйәбулатов, Факиһа Туғыҙбаева һәм Байназар ҡыҙы Таңһылыу Ҡарамышева ине улар. Өфөнән килгән яҙыусыларға Самат Ғәбиҙуллин менән Әхмәт Сөләймәнов та ҡушылды.
Клуб халыҡ менән тулды. Яҙыусылар, сәхнәлә концерт ҡуйырлыҡ урын ҡалдырып, тирәләп урынлашты. Осра­шыуҙы Динис Бүләков менән Байназар урта мәктәбенең әҙәбиәт уҡытыусыһы Фәрхәнә Сураҡаева алып барҙы. Һәр яҙыусы сәхнәгә сығыр алдынан уны ҡотлап, уҡыу­сылар концерт номеры ҡуйҙы. Һәр сығышты Фәрхәнә иғлан итә, Динис Бүләков иһә берәй яҙыусыға һүҙ бирә. Мостай Кәримдең телмәре алдынан Фәрхәнә ҡотлау өсөн миңә һүҙ бирҙе. Шәхесте яҡынлашып килгән 70 йәше менән тәбрикләп, үҙенә 50 йәш тулыуға ҡарата яҙған “Үҙемә әйткән һүҙ” тигән шиғырын уҡып ишет­терҙем. Ағайға арналған үҙемдең шиғырҙарымды ла яңғыраттым.
Ишеткәнең барҙыр — Бөрйәнде бит
Швейцария, тиҙәр, икенсе.
Әйткән быны әллә белгән кеше,
Әллә әйткән берәй үткенсе.
Яҙа-йоҙа күреп беҙҙең яҡты,
Оло юлдан ситкә боролмай,
Ә һин күрһәң, дөрөҫ әйтер инең —
Башҡа яҡта бармы ер ундай!
Бәлки, Бөрйән тәбиғәте менән
Швейцарияға ла оҡшаштыр.
Тик ул бөгөн маҡтауҙарға түгел,
Яҡлауҙарға нығыраҡ мохтаждыр.
Осрашыуҙан һуң китапханала сәй табыны ойошторҙолар. Шунда мин Мостай Кәримгә “Оҙондар” исемле шиғырым баҫылған гәзитте күрһәттем. Ул уҡып сыҡты ла, “Оҙондар”ҙың өҫтөнә “Зәки Сөләймәнов” тип ҡуйып, аҫтына һыҙып, “Раҫлайым. Мостай Кәрим, 28.08.89” тип яҙып бирҙе. Үҙенең 1985 йылда сыҡҡан “Шиғырҙар, поэмалар” китабын, автограф ҡуйып, бүләк итте. Милләттәр араһындағы мөнәсәбәттәр хаҡында ла һүҙ булғандыр инде, мин үҙемдең “Бөрйән урыҫы” тигән шиғырымды уҡыным. Мостай ағай был шиғырҙы хуп күрҙе һәм башҡа яҙыусыларға: “Зәки ҡустының был яҙмаһын “Ағиҙел”дә баҫтырайыҡ, бында мөхәрририәттән биш ағза бар, әйҙә, тауышҡа ҡуяйыҡ”, — тигәс, барыһы ла, ҡул күтәреп, ыңғай тауыш бирҙе.
Осрашыуҙа партия райкомының беренсе секретары Яҡшыбаев район үҙәгендә үтәсәк осрашыуға ла саҡырғас, шатланып риза булдым. Яҙыусылар шул ваҡыт эсендә Бөрйән халҡы менән аралашып, етәкселәр менән осрашып, тәбиғәтебеҙҙе күреп тә өлгөргән. Сара барышында районда алған тәьҫораттары менән уртаҡлаш­тылар, шиғырҙарын уҡынылар. Мостай Кәрим телмәр тотҡанда: “Ысынлап та, райондың тәбиғәте бик матур, ләкин Бөрйән икенсе Швейцария түгел, — тигәс, зал ҡа­пыл шымып ҡалды. – Швейцария — икенсе Бөрйән, ти­һәк, дөрөҫөрәк булыр”, — тип шәхес залда йәшен аттыр­ғандай булды. Барыһы ла шау-гөр килеп ихлас ҡул сапты.
2004 йылдың 8 майында райондан өс кеше – мин, военком Аҡыев һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғафаров — Өфөгә Бөйөк Еңеү тантанаһына йыйындыҡ. Ғүмер буйы мәктәптә математика фәненән уҡытып, ул саҡта райондың ветерандар советы рәйесе инем. Нефтселәр мәҙәниәт һарайына барып еткәс, фойела Мостай Кәрим менән күрешеү мөмкинлеге тейҙе. Ул: “Әйҙә, ултыр, — тип эргәһенә диванға саҡырҙы. – Бай­на­зарҙағы осрашыуҙа һинең “Бөрйән урыҫы” тигән шиғырыңды “Ағиҙел”дә баҫтырырға, тип тауыш бир­гәйнек. Әллә үҙең ебәрмәнең, әллә баҫылып та, мин күрмәй ҡалдым...” Мостай ағайҙың бынан 15 йыл элек булған ваҡиғаны иҫләүенә хайран ҡалдым. “Ағиҙел”дә баҫылманы шул”, — тип әйтеү менән сикләндем.
2004 йылдың сентябрь баштарында Мостай Кәрим беҙҙең районға йәнә килде. Ҡыҙы Әлфиә лә уның менән ине. Бөйөк шағирҙың килеүе тураһында хәбәр тиҙ таралып, осрашыуға халыҡ күпләп йыйылды. Йыр-бейеү, ҡурай моңдары һәм, әлбиттә, шиғыр менән үрелеп барҙы тамаша. Иртәгәһенә шәхес Байназар урта мәктәбе уҡыусылары менән дә осрашты, ихлас аралашып, ҡайтыр яҡҡа ыңғайланылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мостай Кәримде һуңғы күреүем ошо булған икән...
Уның ише мәшһүр шәхес менән осрашырға насип иткән Хоҙайыма сикһеҙ рәхмәтлемен.





Автор: Зәки СӨЛӘЙМӘНОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә