Мостай Кәримдең ҡулыма эләккән барлыҡ әҫәрҙәрен дә уҡып барам. Байтаҡ шиғырҙарын ятлап алғанмын да уларҙы төрлө йыйындарҙа — кисәләрҙә, һабантуйҙарҙа, мәжлестәрҙә — һөйләп йөрөйөм. Сығышымды халыҡ яратып ҡабул итә, ихлас алҡышлайҙар.
1989 йылда “районыбыҙға бер төркөм яҙыусы килә, улар араһында Мостай Кәрим дә бар” тигән хәбәр ишетелде. Әҙип менән тәүге осрашыр көндә Әхмәт ҡустым менән күрше Байназар ауылына юлландыҡ. Беҙ барғанда, халыҡ клуб янында йыйылып көтөп тора ине. Ҡунаҡтар иһә оҙаҡ көттөрмәне. Машиналарҙан төшөп, ҡаршы алыусылар менән ихлас күрештеләр. Мостай Кәрим, Динис Бүләков, Рауил Бикбаев, Муса Ғәли, Ирек Кинйәбулатов, Факиһа Туғыҙбаева һәм Байназар ҡыҙы Таңһылыу Ҡарамышева ине улар. Өфөнән килгән яҙыусыларға Самат Ғәбиҙуллин менән Әхмәт Сөләймәнов та ҡушылды.
Клуб халыҡ менән тулды. Яҙыусылар, сәхнәлә концерт ҡуйырлыҡ урын ҡалдырып, тирәләп урынлашты. Осрашыуҙы Динис Бүләков менән Байназар урта мәктәбенең әҙәбиәт уҡытыусыһы Фәрхәнә Сураҡаева алып барҙы. Һәр яҙыусы сәхнәгә сығыр алдынан уны ҡотлап, уҡыусылар концерт номеры ҡуйҙы. Һәр сығышты Фәрхәнә иғлан итә, Динис Бүләков иһә берәй яҙыусыға һүҙ бирә. Мостай Кәримдең телмәре алдынан Фәрхәнә ҡотлау өсөн миңә һүҙ бирҙе. Шәхесте яҡынлашып килгән 70 йәше менән тәбрикләп, үҙенә 50 йәш тулыуға ҡарата яҙған “Үҙемә әйткән һүҙ” тигән шиғырын уҡып ишеттерҙем. Ағайға арналған үҙемдең шиғырҙарымды ла яңғыраттым.
Ишеткәнең барҙыр — Бөрйәнде бит
Швейцария, тиҙәр, икенсе.
Әйткән быны әллә белгән кеше,
Әллә әйткән берәй үткенсе.
Яҙа-йоҙа күреп беҙҙең яҡты,
Оло юлдан ситкә боролмай,
Ә һин күрһәң, дөрөҫ әйтер инең —
Башҡа яҡта бармы ер ундай!
Бәлки, Бөрйән тәбиғәте менән
Швейцарияға ла оҡшаштыр.
Тик ул бөгөн маҡтауҙарға түгел,
Яҡлауҙарға нығыраҡ мохтаждыр.
Осрашыуҙан һуң китапханала сәй табыны ойошторҙолар. Шунда мин Мостай Кәримгә “Оҙондар” исемле шиғырым баҫылған гәзитте күрһәттем. Ул уҡып сыҡты ла, “Оҙондар”ҙың өҫтөнә “Зәки Сөләймәнов” тип ҡуйып, аҫтына һыҙып, “Раҫлайым. Мостай Кәрим, 28.08.89” тип яҙып бирҙе. Үҙенең 1985 йылда сыҡҡан “Шиғырҙар, поэмалар” китабын, автограф ҡуйып, бүләк итте. Милләттәр араһындағы мөнәсәбәттәр хаҡында ла һүҙ булғандыр инде, мин үҙемдең “Бөрйән урыҫы” тигән шиғырымды уҡыным. Мостай ағай был шиғырҙы хуп күрҙе һәм башҡа яҙыусыларға: “Зәки ҡустының был яҙмаһын “Ағиҙел”дә баҫтырайыҡ, бында мөхәрририәттән биш ағза бар, әйҙә, тауышҡа ҡуяйыҡ”, — тигәс, барыһы ла, ҡул күтәреп, ыңғай тауыш бирҙе.
Осрашыуҙа партия райкомының беренсе секретары Яҡшыбаев район үҙәгендә үтәсәк осрашыуға ла саҡырғас, шатланып риза булдым. Яҙыусылар шул ваҡыт эсендә Бөрйән халҡы менән аралашып, етәкселәр менән осрашып, тәбиғәтебеҙҙе күреп тә өлгөргән. Сара барышында районда алған тәьҫораттары менән уртаҡлаштылар, шиғырҙарын уҡынылар. Мостай Кәрим телмәр тотҡанда: “Ысынлап та, райондың тәбиғәте бик матур, ләкин Бөрйән икенсе Швейцария түгел, — тигәс, зал ҡапыл шымып ҡалды. – Швейцария — икенсе Бөрйән, тиһәк, дөрөҫөрәк булыр”, — тип шәхес залда йәшен аттырғандай булды. Барыһы ла шау-гөр килеп ихлас ҡул сапты.
2004 йылдың 8 майында райондан өс кеше – мин, военком Аҡыев һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғафаров — Өфөгә Бөйөк Еңеү тантанаһына йыйындыҡ. Ғүмер буйы мәктәптә математика фәненән уҡытып, ул саҡта райондың ветерандар советы рәйесе инем. Нефтселәр мәҙәниәт һарайына барып еткәс, фойела Мостай Кәрим менән күрешеү мөмкинлеге тейҙе. Ул: “Әйҙә, ултыр, — тип эргәһенә диванға саҡырҙы. – Байназарҙағы осрашыуҙа һинең “Бөрйән урыҫы” тигән шиғырыңды “Ағиҙел”дә баҫтырырға, тип тауыш биргәйнек. Әллә үҙең ебәрмәнең, әллә баҫылып та, мин күрмәй ҡалдым...” Мостай ағайҙың бынан 15 йыл элек булған ваҡиғаны иҫләүенә хайран ҡалдым. “Ағиҙел”дә баҫылманы шул”, — тип әйтеү менән сикләндем.
2004 йылдың сентябрь баштарында Мостай Кәрим беҙҙең районға йәнә килде. Ҡыҙы Әлфиә лә уның менән ине. Бөйөк шағирҙың килеүе тураһында хәбәр тиҙ таралып, осрашыуға халыҡ күпләп йыйылды. Йыр-бейеү, ҡурай моңдары һәм, әлбиттә, шиғыр менән үрелеп барҙы тамаша. Иртәгәһенә шәхес Байназар урта мәктәбе уҡыусылары менән дә осрашты, ихлас аралашып, ҡайтыр яҡҡа ыңғайланылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мостай Кәримде һуңғы күреүем ошо булған икән...
Уның ише мәшһүр шәхес менән осрашырға насип иткән Хоҙайыма сикһеҙ рәхмәтлемен.